6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Башҡорт балы - космонавтар аҙығы
04.10.06


       Бөгөн БР Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Юрий Гагарин исемендәге
       космонавтарҙы әҙерләү буйынса ғилми - тикшеренеү үҙәге араһында космонавтарҙың осоштан һуң Башҡортостан шифаханаларында реабилитация үтеүен ойоштороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм Үҙәк начальнигы, генерал - лейтенант
       Василий Циблиев килешеүҙе ҡул ҡыҫышыу менән нығытты, ә Рафаэль Ибраһим улы Үҙәккә бал тулы тырыз да бүләк итте.
       - Башҡорт балы үҙенең татлылығы һәм сихәтле үҙенсәлектәре менән бөтә донъяға билдәле. Юҡҡа ғына ул Халыҡ - ара космос станцияһы экипаждары ағзаларының туҡланыу рационына индерелмәгән. Мөмкин булған варианттарҙан космонавтар балды ғына үҙҙәре менән орбитаға ала, - тигән һүҙҙәр менән ҡабул итте бүләкте Василий Циблиев. - Башҡортостанда шифаханалар
       ҙа иң яҡшылары. Әммә әлегә беҙ уларҙың береһендә генә - "Красноусол" шифаханаһында - туҡталдыҡ, унда беҙҙең
       космонавтар осоштан һуң ял итәсәк. Башҡортостан Рәсәйҙең космонавтар өсөн шифахана - курорт сәләмәтләндерелеүе ойоштороласаҡ берҙән - бер төбәк булыуын хәтерегеҙгә төшөрәм . Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә илебеҙҙең бөтә шифаханалары ла тейешле кимәлдә эшләй, тип әйтеүе ҡыйын. Өҫтәүенә, хаҡтарға килгәндә, Италияла йәки Европаның башҡа илдәрендә реабилитация үтеү беҙҙең Сочи йәки Ҡырым менән сағыштырғанда арзаныраҡҡа төшөүе асыҡланды. Был ярай торған эш түгел, әлбиттә.
       Василий Васильевич әйтеүенсә, осоштан һуңғы адаптация ярт ы йыл дауам итә. Космонавтар өсөн айырым рацион ҡарала:
       - "Красноусол" шифаханаһы дирекцияһы менән беҙ был турал а һөйләшәсәкбеҙ әле. Ғәҙәттә космонавтарҙы әҙерләү үҙәгендә
       реадаптация өс аҙна дауам итә. Унан һуң 20 - 40 көн шифаханала ял итеү көтә. Был ваҡыт эсендә космонавтарға һөйәктәге кальцийҙы элекке хәленә ҡайтарырға кәрәк, шуға күр ә тәүге ике - өс аҙнала уларҙың рационына ҡойҡа, һөйәктәр һә м бүҙәнә йомортҡаһы инә. Артабан меню төрлөләндерелә башлай.
       Полковник, Юрий Гагарин исемендәге үҙәк начальнигы урынбаҫары Борис Наумов, медицина хеҙмәте полковнигы,
       медицина идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Каспранский һәм полковник, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек бүлеге начальнигы урынбаҫары Игорь Рудяев космоста ауырлыҡ юғалтыу шарттарына өйрәнгән космонавтарға ерҙәге нормаль шарттарына яраҡлашыуы ауыр бирелеүен раҫланы. Ерҙә гравитация законы, ерҙең тартыу көсө кеүек ябай күренештәргә
       лә өйрәнеүҙе үҙ эсенә алған реадаптация үтә.
       Рафаэль Байдәүләтов әйтеүенсә, Рәсәй космонавтарының Башҡортостандың санатор - курорт учреждениеларында осоштан һ уңғы реабилитация үтеүен ике яҡ та күҙәтеү аҫтында тотасаҡ. Бынан тыш, космонавтарҙың осоштан һуңғы реабилитацияһында ф айҙаланылған һауыҡтырыу - реабилитация алымдарын, дауалау ме тодикаларын камиллаштырыу буйынса уртаҡ ғилми - тикшеренеү эштәре ойоштороу планлаштырыла. Шулай уҡ Башҡортостан йәштәрен космонавтика өлкәһендәге ижади әүҙемлеккә йәлеп итеү эшмәкәрлеге, шул иҫәптән йәштәр өсөн мәғариф, техник һәм художество конкурстары ойоштороу ике яҡ өсөн дә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер - министры. Башҡортостанда космонавтика тарихы һәм ҡаҙаныштарына арналған күсмә күргәҙмәләр ойошторолоуы ла быға булышлыҡ итәсәк. Быға өҫтәп, Юрий Гагарин исемендәге космонавтарҙың әҙерлек үҙәге осоусыларҙы
       әҙерләү системаһын камиллаштырыу өлкәһендә республиканың ғи лми - тикшеренеү институттары һәм лабораториялары менән уңышлы уртаҡ эш тәжрибәһе булыуын әйтергә кәрәк.
       Журналистар менән әңгәмәләшеү ваҡытында Василий Циблиев килешеү сиктәрендә осоусыларҙы рекреацион система шарттарында осошҡа әҙерләүҙе регламентлаусы тағы бер документҡа ҡул ҡуйыласағын белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал