6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Парламентарийҙар эш башланы
04.10.06


       Кисә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы ултырышында парламентарийҙар бюджет доку менттарын тикшереү буйынса эш башланы, БР финанс министры Айрат Ғәскәров республиканың төп финанс документы п роектын "ҡабул итеү - тапшырыуҙы" тормошҡа ашырҙы.
       Бюджеттың закон проекттары БР Президенты тарафынан парламентҡа сентябрҙең һуңғы көндәрендә йүнәлтелде.
       Хөкүмәттең ике ведомство - ара комиссияһы, уларҙың составында Дәүләт Йыйылышы депутаттары ла, бер нисә ай
       дауамында консолидацияланған һәм республика бюджеты проекты өҫтөндә эшләне. Республиканың Контроль - иҫәпләү
       палатаһы һәм Прокуратураһы бюджет проектына үҙҙәренең эксперт һығымталарын яһаны ла инде. Айрат Ғәскәровтың депутаттар алдындағы сығышынан күренеүенсә, дефицит биш миллиард тирәһе булыуы көтөлә, планлаштырылған сығымдар 71 м иллиард 568 миллион һум тәшкил итәсәк.
       Хөкүмәт республиканың консолидацияланған бюджетының һалым, йыйым һәм һалым булмаған килемдәр өлөшөнә индерелгән табыш күләменең 57, 484 миллион һум тәшкил итеүенә иҫәп тота, был быйылғы йылдың раҫланған бюджетынан б айтаҡҡа артығыраҡ булырға тейеш. Тәбиғи, бюджет сығымдары ст руктураһында иң ҙур урынды социаль йөкләмәләр биләйәсәк. Бюджет өлкәһендә минималь эш хаҡының бер нисә тапҡыр күтәрелеүе шулай уҡ ҡаҙна сығымдарына һиҙелерлек тәьҫир итәсәк. Республика хөкүмәте таянған макроэкономик күрһәткестәр дөйөм Рәсәй күҙаллауҙарынан айырылмай. Доллар 2 7,5 һум, нефть барреле - 49 доллар торасаҡ. Тулайым төбәк продукты биш процент күләмендә, сәнәғәт етештереү индексы - 103,7 процент кимәлендә күҙаллана.
       Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса парламент комитеты рәйесе Рафаил Мирсаев борсолоуын йәшермәйенсә, Айрат Ғәскәровҡа республика
       ҡарамағына тапшырылған ПТУ һәм ссуздарҙың ниндәй күләмдә фи нансланасағы тураһында һорау бирҙе. Финанс министры урта про фессиональ белем биреү системаһын реформалаштырыу
       дауам ителәсәк, тип белдерҙе. Быға өҫтәп Рафаил Мирсаев БР
       Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән инновацион эшм әкәрлеккә бюджетта күпме аҡса һалыныуы хаҡында һорау бирҙе. Был статья буйынса 30 миллион һум планлаштырылыуы асыҡланды.
       Парламент спикеры Константин Толкачев бюджет документтары проекттарының 12 - 13 октябрҙә даими профилле комитет
       ултырыштарында ҡараласағы хаҡында хәбәр итте, ә инде 17
       октябрҙә бюджет, һалымдар, финанс һәм милекселек буйынса комитет барлыҡ иҫкәрмә һәм төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып, үҙ
       һығымтаһын белдерәсәк. Икенсе көнөнә Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышы планлаштырыла, унда депутаттар парламенттың 26 октябргә ниәтләнгән 28 - се пленар ултырышының көн тәртибе менән танышасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал