6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Леонардо да Винчи эҙҙәре буйлап
03.10.06


       Иҫ киткес ҡеүәтле энергия самолеттарҙы һауаға күтәрә, поездарҙы йөрөтә, ғәйәт ҙур турбиналарҙы әйләндерә. Ул бөтә
       ер шарын электр селтәрҙәре менән уратып алған һәм кешенең тормошон тулыһынса үҙенә буйһондарған. Шуға күрә бөтә
       донъяла яҡынлашып килгән энергетик кризис аҡрынлап беренсе дәрәжәләге проблемаға әүерелә. Энергия етештереү кимәле уны ҡулланыу үҫеше артынан өлгөрә алмай. Һәм, ғалимдарҙың фекере буйынса, энергияның яңы төрҙәрен ҡулланыу һәм файҙаланыу нигеҙендә энергия етештереүҙең өр - яңы ысулдарын булдырыу тураһында һөйләшергә ваҡыт етте. Энергияның яңы сығанағын табыу мәсьәләһе бөгөн үтә лә көнүҙәк булып тора. Ә, бәлки, ул ысул табылғандыр ҙа инде
       Бөтмәҫ - төкәнмәҫ һәм еңел етештерелә торған был энергия бер ниндәй ҙә сығым талап итмәй. Ул бөтөнләй хәүефһеҙ һәм бушлай табыла. Энергияны табыу, уны ташыу, эшкәртеү һәм һаҡлауға бәйле проблемалар юҡҡа сыға, сөнки был сығанаҡ ер өҫтөндә ята. Кешелек энергия океаны эргәһендә йәшәй, һәм, беренсе сиратта, был Ер гравитацияһының ҡеүәтле, бөтмәҫ - төкәнмәҫ һәм тотороҡло көстәренә ҡағыла, тип иҫәпләй башҡорт
       ғалимы Фәрит Биҡҡужин, "БАШвестЪ" гәзите уның тураһында һөйләгәйне инде.
       Фәрит Фәсхетдин улы Леонардо да Винчиның һыуҙың этеп сығарыусы көсөн көс менән әйләндереү процесына үҙгәртергә мөмкинселек биреүсе һауа - һыу двигателенә бәйле ҡулланыу тапҡан проекттарының береһен "күтәреп сыға" һәм эшкәртә.
       - Ғалим һәм уйлап табыусы өсөн абстракт фекер йөрөтә белеүҙең мөһимлеген билдәләргә кәрәк. Ошо принципҡа таянып, мин һауа - һыу двигателе тип аталған ҡоролманы эшләнем дә инде, унда һыу һәм һауаның үҙ - ара йоғонто яһауы һөҙөмтәһендә вал хәрәкәткә килтерелә, - тип һөйләй Фәрит Фәсхетдин улы. - Һыуҙың этеп сығарыу көсө - һыу массаһының гравитация буйынса ергә тартылыу һөҙөмтәһе. Һүҙ меңәр тонналыҡ танкерҙар, караптар, һыу аҫты кәмәләрен һ. б. һөйрәүсе бик ҡеүәтле көс тураһында барыуын иҫбатлауҙың
       мәғәнәһе юҡтыр. Был көстәрҙең механик энергияға әйләнеүе бөгөн дә утопия булып һанала. Тик торған һыу "үле" тип һанал а һәм энергия сығанағы сифатында ҡаралмай. Тик был дөрөҫ түгел . Һауа - һыу двигателен уйлап табыуҙы тормошҡа ашырыу "үле" һыуҙың да "тере" һәм етерлек энергия запасына эйә булыуын иҫбатлаясаҡ.
       Фәрит Биҡҡужиндың һүҙҙәре буйынса, уның ҡоролмаһы һыуға б атырылған тәгәрмәстән тора, уның туғыны горизонталь урынлаштырыла һәм тирбәлештә әйләнеүсе цилиндр формалы камераларҙан тора. Камераларҙың ҡыуыш эсле арасалары эсе ҡыуыш булған күсәр һәм компрессор менән ябыҡ әйләнмәле һауа qhqrel`һын барлыҡҡа килтереп тоташа, унда һауаның юғары баҫымы ҡоролманы "ебәргән" ваҡытта, ә циркуляция һәм һауаны тулыландырып тороу - ҡоролма эшләгән ваҡытта кәрәк.
       Тәгәрмәс күсәре аша төшөрөлгән вертикаль уның камераларын
       һыу һәм һауанан тороусы өлөштәргә бүлә. Тәгәрмәс әйләнгәндә вертикалдең өҫкө осондағы камерала һауа һыуға алмашына, ә вертикалдең аҫтағы осондағы камераһында - киреһенсә, һыу -
       һауаға. Шул ваҡытта тирә - яҡтағы һыу төрлө йүнәлештә һауа һәм һыулы диаметраль ҡапма - ҡаршы камераларға тәьҫир итә
       һәм тәгәрмәсте әйләндерә башлай. Двигатель эшләй!
       - Ҡоролманы эшкә ебәреү өсөн күсергес механизмы энергияһы файҙаланыла һәм ҡыҫылған һауа талап ителә, был автомобилде буксирға алып тоҡандырырға тырышыуҙы хәтерләтә. Ә эш режимында циркуляцияға һәм сыҡҡан һауаны тулыландырыуға түбәнге баҫым да етә, - тип дауам итә уйлап табыусы. - Шулай итеп, беҙ һөйләгән ҡоролма һыу һәм һауа араһында "аралашсы" ролен үтәй. Һәм, шул уҡ ваҡытта, ҡеүәтле энергия сығанағы ла булып тора. Уны төҙөүгә миллиондар тотонһаҡ - уның ҡарауы
       миллиардтар аласаҡбыҙ.
       Фәрит Биҡҡужин үҙенең проектын тормошҡа ашырыуҙы кисектергеһеҙ тиҙ арала башларға кәрәклегендә шикләнмәй - уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ошондай уҡ ҡоролма өҫтөндә бик күп
       дәүләттәр эш алып бара.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал