6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Милиционерҙар көс һынашты
03.10.06


       Биш миллион тирәһе рәсәйлеләрҙең ҡулында 5,3 миллион ҡорал б ерәмеге бар. Башҡортостанда 67 меңдән ашыу кеше ҡоралға эйә. Илдә 17 меңгә яҡын ҡорал һаҡлау һәм файҙаланыу объекты,
       мең шартлау метариалдары һаҡлау объекты иҫәпләнә, 25 меңдән
       ашыу һаҡ - эҙләү предприятиелары теркәлгән, уларҙың 287 - һ е - беҙҙең республикала урынлашҡан. Ҡорал һәм шартлаусан матдәләр әйләнешен, шулай уҡ шәхси һаҡ һәм детектив предприятиеларының эшмәкәрлеген эске эштәр органдарының лицензия - рөхсәт биреү бүлектәре контролдә тота - был дәүлә т контроленең меңәрләгән квалификациялы хеҙмәткәрҙән торған, ваҡыт тарафынан тикшерелгән һәм яйға һалынған системаһы. Уларҙың иң лайыҡлылары үткән аҙнала Өфөлә, әйтелгән хеҙмәт вәкилдәренең профессиональ оҫталығы буйынса икенсе Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты. Унда Рәсәй Федерацияһының 85 төбәгенән килгән 120 милиционер көс һынашты. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, почетлы икенсе урынды яҡташыбыҙ, Киров районы э ске эштәр идаралығының лицензия - рөхсәт биреү бүлеге инспекторы Ринат Ғәфүров яулай һәм уны Свердлов өлкәһенән килгән коллегаһы Виктор Дугов менән бүлешә. Еңеүсе исеменә Белгород милицияһы хеҙмәткәре Сергей Новгородов лайыҡ була.
       Судьялар комиссияһы милиционерҙарҙың махсус әҙерлек, атыу, медицина, шулай уҡ физик әҙерлек буйынса оҫталыҡтарын тикшерә. Норматив - хоҡуҡи акттарҙы белеүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.
       "Лицензионщиктар" араһында бындай тәүге ярыш 2003 йылда Н овосибирск ҡалаһында үтә. Киләһе конкурсты өс йылдан һуң үткәреү планлаштырыла.
       Белешмә өсөн: лицензия - рөхсәт биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе хеҙмәткәрҙәр "Вихрь - Антитеррор", "Арсенал", "Динамит - баланс", "Пиротехника", "Щит" кеүек дөйөм Рәсәй оператив - профилактика операцияларын үткәреүҙә ҡатнаша. Йыл
       башынан республикала законһыҙ файҙаланылыусы 50 берәмек
       хеҙмәт һәм 40 берәмек гражданлыҡ ҡоралы тартып алынған. 600
       - гә яҡын граждан, шулай уҡ 30 шәхси һаҡ предприятиелары
       етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре яуаплылыҡҡа тарттырылған.
       Тәртип һаҡсылары граждандарҙың ҡоралдарын, шулай уҡ патрондар, боеприпастар һәм шартлаусан матдәләрҙе милицияға үҙ ирке менән, яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙан ҡурҡмайынса,
       тапшыра алыуын тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрә. Ҡайһы бер бүлектәрҙә бындай аңлылыҡ өсөн һигеҙ МРОТ - ҡа тиклем күләмдә наградлау ҙа ҡаралған. Конфиденциаллек һаҡлана.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал