6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Әлегә армияла ике йыл хеҙмәт итәләр
03.10.06


       Армияға сираттағы саҡырылыш башланды: быйылғы һалдаттар и ке йыл хеҙмәт итеүселәрҙең һуңғыһы буласаҡ. Илдә үткәрелгән хәрби реформаға ярашлы, 2007 йылда хеҙмәт итеү ваҡыты йыл ярымға тиклем ҡыҫҡартыла, ә 2008 йылдан башлап бер йыл тәшкил итәсәк. Һәм был быйылғы йыл саҡырылышының берҙән - бе р үҙенсәлеге түгел. Армияға алыу буйынса комиссия вәкилдәре ҡатнашлығында үткән йыйылышта Башҡортостандың хәрби комиссары Тимофей Азаров әйтеүенсә, Рәсәйҙең Оборона министрлығы ҡушыуы буйынса, илдең бөтә военкоманттарында ла ротация үткәрелгән:
       - Хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса яуаплы военкомдарҙың 90
       проценты, военкоматтарҙың икенсе бүлек начальниктарының 50 проценты ике аҙна элек кенә үҙҙәренең яңы вазифаһы буйынса эш башланы, - тип билдәләне Азаров.
       Әйткәндәй, Тимофей Азаров - федерация субъектының башҡа төбәккә "күсерелмәгән" берҙән - бер хәрби комиссары. Ә бына Башвоенкоматтың икенсе бүлек начальнигы Илдус Гәрәев дембелгә китте. Хәҙер уның бурыстарын элекке Салауат военкомы Илдар Баһаутдинов башҡара.
       - Ротациянан тыш оптимизация - военкоматтарҙы ҡыҫҡартыу бара, - тип сығышын дауам итте Азаров. - Өфөлә улар ете урынына дүртәү ҡалды: Ленин, Совет һәм Дим военкоматтары
       ҡыҫҡартылды. Шулай уҡ республика райондарында алты хәрби комиссариат ҡыҫҡартыласаҡ.
       2006 йылдың көҙөндә Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәрен
       Башҡортостандың 18 йәштән 27 йәшкә тиклем 5700 егете тулыландырасаҡ.
       - Был беҙҙең реаль мөмкинселектәрҙән ике тапҡыр аҙыраҡ, - т ип билдәләне Азаров. Армияға алыу кампаниялары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең Волга буйы - Урал хәрби округына ҡараған 19 субъекты араһында оҙайлы ваҡыт беренселекте биләүенә ҡарамаҫтан, военком комиссиялар эше менән бик үк ҡәнәғәт түгел: йылдан - йыл армиянан законһыҙ азат ителеү, армияға барыу ваҡытын законһыҙ кисектереү осраҡтары күберәк теркәлә, хеҙмәттән "тайпылыусылар" һаны кәмемәй.
       - Призывҡа аҡсаны күп бүләләр, - ти Азаров. - 2005 йылда беҙгә 520 миллион бүлделәр. Һәм беҙ уны мөмкин тииклем һөҙөм тәле итеп үҙләштерергә тейешбеҙ. Һеҙ кешеләрҙең аҡсанан баш тартҡанын күргәнегеҙ бармы Ә беҙҙә ундай хәл булғылай: ҡайһ ы бер военкомдар миңә килә һәм аҡсаны нимәгә тотонорға белмәүе тураһында хәбәр итә, ҡалған аҡсаны кире ҡайтарырға теләк белдерә... БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Фидус Ямалтдинов т а яҙғы саҡырылыш йомғаҡтары менән таныштырып, беҙҙе "бөтөнләй икенсе төрлө һәм икенсе составтағы саҡырыу көтөүе"
       тураһында әйтте. Үҙенең сығышында ул Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен файҙаланды: "Бөгөн армияға саҡырылыу йәшендә булған күп кенә йәш кешеләр хроник ауырыуҙар менән сирләй, алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу, ҡайһы бер ҙә наркотиктар ҡулланыу кеүек алама ғәҙәтк ә эйә. Мәктәптәрҙә белем биреүҙән тыш, тәрбиәләү, физик һәм хәрби - патриотик әҙерлек менән шөғөлләнеү, спорттың хәрби - техник төрҙәрен үҫтереү тураһында ла оноторға ярамай. Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары армияға ал ыу буйынса пландар тураһында ғына түгел, был саҡырылыштың си фаты тураһында ла уйларға һәм армия менән тығыҙ бәйләнештә әҙерлек эше алып барыуҙы тәьмин итергә тейеш. Хәлде тамырынан үҙгәртеү өсөн административ саралар ғына аҙ булыуын тағы ла ҡабатлап әйтәм. Армия - беҙҙең, йәмғиәттең б ер өлөшө булыуын аңларға кәрәк, ә унда хеҙмәт итеү илебеҙ, б өтә Рәсәй халҡы өсөн мөһим һәм кәрәкле".
       Ямалтдинов дәүләт башлығының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә т әүге тапҡыр армияны телгә алыуын билдәләне. Артабан ул егеттәрҙе армияла хеҙмәт итергә военкоматтар әҙерләмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды: улар саҡырыу комиссияларының эшмәкәрлеген тикшерә, ә инде һуңғыларының эше өсөн ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары яуап бирә.
       Үткән яҙ Башҡортостандан 4600 - гә яҡын новобранец армияғ а оҙатылған. Бөтәһе 37 мең тирәһе кеше саҡырылған. Туғыҙ меңдән ашыуы ( 25 процент) хеҙмәттән азат ителгән, сәбәбе, нигеҙҙә, сәләмәтлек торошона бәйле ( 84 процент). Егерме меңдән ашыу кешенең хеҙмәт итеү ваҡыты кисектерелгән: 16 меңдән ашыуы - уҡыуы сәбәпле, өс мең тирәһе - сәләмәтлеге буйынса һ. б. 361 саҡырылыусы "уклонист" тип табылған.
       Тимофей Азаров сығышының аҙағында һәр саҡырылыусы өсөн кө рәшергә саҡырҙы:
       - Беҙ демографик һынылышҡа яҡынлашабыҙ, - тине ул. - Быйы л 36 меңгә яҡын кеше беренсел хәрби иҫәпкә ҡуйылған: 2005 йы л менән сағыштырғанда был өс меңгә, 2004 йыл менән сағыштырғанда - биш меңгә аҙыраҡ. 2010 йылда беҙ ни бары 2 0 мең кешене иҫәпкә аласаҡбыҙ!
       Һәм шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү ваҡыты ике тапҡыр ҡыҫҡара, "яраҡлылыҡ" күрһәткестәре лә түбәнәйә: 2005 йылда ул 61,3 процент кимәлендә, 2006 йылда - 60 процент тәшкил итте. Психик ауырыуҙарға дусар булыусы ( был исемлеккә шулай уҡ
       алкоголиктар, наркомандар һәм токсикомандар ҙа инә), хөкөмг ә тарттырылыусы йәштәрҙең һаны арта. Көҙгө саҡырылыу 31 декабргә тиклем дауам итә. Республиканың
       призыв пунктынан хеҙмәт итеү урынына тәүге оҙатыу тантанаһы
       ошо аҙна аҙағына планлаштырыла.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал