6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Урал һалдаты
02.10.06


       Өфөнөң Ленин районында Чеверев урамы ( элекке Пристань урамы) бар. Ул Александр Михайлович Чеверев хөрмәтенә ҡушылған.
       1921 йылдың 13 октябрендә "Правда" гәзите былай тип яҙа: "Урал халҡы араһында уны кем белмәне Ябай Сим эшсеһе Чеверевтың сағыу, энергияһы ташып торған, маҡсатлы пролетар тәбиғәтен белеүсе һәр кем уның аҡылына, һиҙгерлегенә, ваҡиғаларҙың революцион мәғәнәһен аңлауына хайран ҡалды. Кем уның үткер һәм халыҡсан телмәрен хәтерләмәй
       Граждандар һуғышының тәүге көнөнән үк ул завод эшсеһе кейемен ҡыҙыл һалдат шинеленә алмаштыра һәм Урал эшселәре ме нән бергә Дутов бандаларына ҡаршы көрәшкә күтәрелә. Һәм
       шул ваҡыттан алып ҡулынан винтовкаһын ысҡындырмай, Урал фронтында иң ҡыйыу көрәшселәрҙең береһе була.
       Совет власының дошмандары илебеҙгә ҡаршы ҡоралын һалмай т ороп, ул Уралда тыныс тормош менән йәшәргә теләмәй.
       "... Совет ерендә бер дошман, уға ҡорал менән янаусы бер
       кеше булғанда ла мин станок артында тыныс эшкә тотона алмаясаҡмын", - ти иптәш Чеверев.
       Фронт һәм эшсе властың дошмандары ҡалған Алыҫ Көнсығышҡа (
       Чеверев унда РСФСР - ҙың Алыҫ Көнсығынтағы вәкиле итеп оҙатыла) ул ҙур теләк менән юл тота.
       Һәм бына ошо юлда Өфөлә, ғаиләһендә, туҡталғанда, ул вафа т була ( 1921 йылдың 2 октябрендә Александр Чеверев ағыуланы п үлә). Урал иң батыр яугирҙарының береһен юғалта.
       Уның Уралдағы иптәштәре ғәҙел, ысын пролетарий дуҫтарын бер ҡасан да онотмаясаҡ".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал