6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Мөғжизәләр илендә
02.10.06


       27 сентябрҙә Бөтә донъя туризм көнө булып үтте. Туристар, ғәҙәттә, был байрамды походтарҙа йәки унан ҡайтҡас, билдәләй . Мин һеҙгә яңыраҡ тамамланған бер поход тураһында бәйән итергә теләйем. Август айында үткән был походта ҡар һәм ҡул - аяҡ туңдырыуҙар ҙа, ләм менән дауалауҙар ҙа, көнөнә унар тапҡыр һыу инеү ҙә, ер тетрәү һәм вулкан да була. Походта БР
       Физик культура, спорт һәм туризм министрлығының туризм бүлеге белгесе Рәмил Рафиҡов етәкселегендәге биш өфөлө - йәйәүле туризм, һыу туризмы һәм альпинизм вәкилдәре ҡатнаша.
       Улар иҫ киткес урын - Камчатка ярымутрауында булып ҡайта. Сәйәхәтселәр ҡатмарлы маршрут һайлай. Өфөнән Петропавловск -
       Камчатскийға барып етеп, бер аҙ климатҡа яраҡлашҡас ( унда ваҡыт айырмаһы ете сәғәт тәшкил итә), улар маршруттың әүҙем өлөшөн башлай. Алда вулкан кратерҙары, боҙлоҡтар, артылыштар
       көтә. Беренсе булып Ключевская янартауына күтәрелергә
       хәл итәләр ( 4688 м).
       Әммә һауа торошо уларҙы бер ҙә хупламай. Вулканологтарҙың
       базаһынан стартҡа баҫып, сәйәхәтселәр өс көн буйына өҙлөкһө ҙ яуған ямғыр аҫтында атларға мәжбүр була. Артабан, тауға күтәрелә башлағас, төркөм ике мең ярым метр бейеклектә ямғыр
       болото ҡатламы аша үтә һәм шунда уҡ икенсе ҡыйынлыҡҡа тап була - көслө ел аяҡтан йыға, атларға мөмкинселек бирмәй.
       Ключевская янартауы - "тере", тын алыусы вулкан. Ҡайһы б ер урындарҙа таштар шул тиклем ҡыҙыу, һаҡ булмаһаң, бешеүең дә ихтимал. Һауала көкөрт еҫе тора, туҡтауһыҙ көл оса. Ключе вская янартауының барлыҡ битләүҙәре лә көл менән ҡапланған. Аҫта боҙ, өҫтә - көл. Яҡташтарыбыҙ биш мең метрға яҡын бейеклеккә
       ошо көл һибелгән боҙ буйлап күтәрелергә тейеш була. Әммә тү бә Башҡортостан сәйәхәтселәрен бер ҙә йылы ҡаршы алмай, уларҙы үҙенең башында күрергә теләмәй, күрәһең. Туристар ике
       арала лагерь төҙөй, боҙлоҡ өҫтөндә ике палатка ҡора, һәм юл ын артабан дауам итә. Әммә ҡарлы - буранлы ел үтеп булмаҫлыҡ ҡаршылыҡ ҡуя. Һөҙөмтәлә энәһенән - ебенә тиклем еүешләнгән
       кешеләр маҡсаттарына ирешә алмайынса кире палаткалар янына ҡайтырға мәжбүр була. Һәм палаткаларҙың береһенең
       киҫәктәргә ҡалғансы өҙгөсләнеүен күрә, көслө ел йыуан арҡандар менән нығытылған икенсеһенә тотонған. Еүешләнгән һәм өшөгән биш кешегә бер палаткаға һыйынырға тура килә. Улар хәлдән тайып ауа - үҙҙәренә йылы киске аш әҙерләй ҙә алмай. Тәьҫораттар тулыраҡ булһын өсөндөр, күрәһең, төнөн туристарҙы ҙур булмаған ер тетрәүе бәүелтә. Унан һуң бер төн дө лә тыныс йоҡлай алманым, юлдаштарҙың ғүмере өсөн борсолдом, тип хәтерләй поход етәксеһе Рәмил Рафиҡов.
       Икенсе тәүлек елдән һаҡланыу өсөн баррикадалар төҙөү, кей ем киптереү һәм үҙҙәрен дә, палаткаларҙы ла тәртипкә килтере ү менән үтә. Артабан тағы ла бейеклекте штурмлап ҡарайҙар - вулканға ҡарап һоҡланыу теләге барыһын да еңә. Боҙлоҡтарҙан , тәрән соҡорҙарҙан торған юлды үтеп, сәйәхәтселәр барыбер юғарыға күтәрелеүгә ирешә. Әммә гүзәллектәргә ҡарап һоҡланырға тура килмәй, уларҙы ел шунда уҡ аҫҡа "өрөп төшөрә ".
       Киләһе түбәгә - Таш тауына ( 4579 м) күтәрелеү шулай уҡ еңелдән булмай. Таш тауы - текә битләүле боҙлоҡ - уның мөйөш ө 30 - 45 градус тәшкил итә. Шуға күрә сәйәхәтселәргә "бесәй ҙәр" - аяҡ кейеменә тағылыусы тимер ырғаҡтар менән файҙаланы рға тура килә. Әммә улар ҙа күтәрелеүҙе артыҡ еңеләйтмәй, маҡсатҡа дүрт аяҡлап тигәндәй барып етәләр, сөнки текә битләүҙә туҡтауһыҙ көслө ел иҫкәндә аяғүрә баҫыу бик хәүефле . Аҫҡа төшөүгә ете сәғәт китә - шулай уҡ дүрт аяҡлап, юлда осраған соҡорҙарға эләкмәҫкә тырышып төшәләр. Юлдаш навигацияһы приборы булыуына ҡарамаҫтан, аҫҡа төшкән ваҡытта ике кеше аҙаша һәм елдән таштар артында ҡапланып,
       ҡар соҡоронда төн үткәрә. Һауа температураһы минус 15 граду с тирәһе тәшкил итә. Ошо уҡ төндә Рафиҡов аяҡтарын туңдыра. Хәлдең август уртаһында булыуын хәтергә төшөрәм.
       Артабан өфөлөләрҙең юлы Тобачинская янартауына ( 3082 м)
       табан йүнәлә. Был урын айлы пейзаждары менән билдәле. Күп һанлы вулкан атылыуҙары һөҙөмтәһендә янартауҙар ҡатып ҡалған
       лаванан ҡыҙыл төҫкә ингән. 1980 йылдар аҙағында 1990 йылдар
       башында унда луноход һәм марсоходтарға һынау үткәрелә. Рафиҡов бер килеүендә был һынауҙарҙы үҙ күҙе менән күреүе хаҡында һөйләй, ә ул Камчаткала бөтәһе 11 тапҡыр булған.
       "Зеленкаға" - йәшеллек булған зонаға ингәс, айыуҙар менән осрашыуҙар башлана. Хайуандар сәйәхәтселәр туҡтаған өй тәҙрәһенән килеп ҡарай, эргәләге һуҡмаҡтар буйлап йөрөй, әмм ә үҙҙәрен бик тыныс тота, йыртҡыслыҡ күрһәтмәй. Рәхәтләнеп фотоға ла төшәләр, тик фотографтар ғына уларҙы төшөргән ваҡытта алыҫыраҡ торорға тырыша.
       Камчаткала булыуҙың һуңғы аккорды ярымутрауҙың Эссо ҡасабаһына сәфәр менән тамамлана. Эссо вулкан кратерында урынлашҡан, унда бик күп ҡайнар термаль һыу сығанаҡтары бар.
       Ҡасаба тулыһынса ошо ҡайнар сығанаҡтар ярҙамында йылытыла. Ер аҫтынан эҫе һыу бәреп сыға. Һалҡын һыу бөтөнләй юҡ. Иртә тороусылар әле һалҡынса һыу менән йыуына ала, ә инде оҙаҡ йоҡларға яратыусылар һыуҙың һыуыныуын көтөргә мәжбүр. Уның ҡ арауы Эссола йәшәүселәрҙең барыһының да йорттары эргәһендә ҙур теплицалар төҙөлгән. Унда помидор, ҡыяр ҙур уңыш бирә, виноград һәм башҡа йылы яратыусы үҫемлектәр үҫтерелә. Ҡасабала асыҡ бассейндар эшләнгән, тәүлек әйләнәһенә кемдер һыу инә йәки ләм менән дауалана.
       Камчатка - мөғжизәләр һәм контрастар иле. Унда барыһы ла - тауҙар ҙа, вулкандар ҙа, сығанаҡтар ҙа тере. Әммә Камчатканы ң иң ҙур байлығы - кешеләре. "Унда бик яҡшы кешеләр йәшәй! -
       ти Рафиҡов. - Бай түгелдәр, йорттарында артыҡ әйбер юҡ, әмм ә бер кем дә ярлылығына зарланмай. Күптәр балыҡсылыҡ иҫәбенә генә көн күрә. Балыҡ тотоу тик урындағы халыҡҡа - эвендарға, ительмендарға, коряктарға ғына рөхсәт ителә. Тик тотолған балыҡты дәүләт структураларына тапшырыу көйләнмәгән. Үҙҙәренә запасҡа тоталар - һәм вәссәләм. Әммә халыҡ тәбиғәт менән гармонияла йәшәй, уға һоҡланып ҡарайҙар. Нисек кенә күтәренке яңғырамаһын, ҡаты шарттарҙа көн күреүселәр
       башҡаса йәшәй алмай".
       Камчатка үҙенә ылыҡтыра һәм әсир итә. Унда бер тапҡыр булға н кеше тағы ла барыу теләге менән йәшәй. "Материк кешеләре" лә етерлек, уларҙың күпселеге ҡасандыр эш буйынса килеп, бында мәңгегә ҡалырға хәл итеүсе геологтар.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал