6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Килдейәрова көтөлмәгән амплуала
02.10.06


       Уны Башҡортостандың милли мәҙәниәтендә иң сағыу, "үҙенсәлекле, ҡеүәтле һәм ҡиммәтле" йондоҙ тип йөрөтәләр.
       Флүрә Килдейәрованың таланты бай тәжрибәле музыканттарҙы
       ла, ябай йыр һөйөүселәрҙе лә берҙәй әсир итә.
       Ә ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән концертында республиканың танылған йырсыһы, Рәсәйҙең һәм
       Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова көтөлмәгән амплуала сығыш яһаны. Йырсы "Урал ынйыһы" тип исемләнгән,
       авторҙың вокаль сәнғәте, уның тормошо һәм ижады тураһында
       бәйән итеүсе китабының исем туйын үткәрҙе. Килдейәрованың һүҙҙәренә ҡарағанда, китап профессиональ музыканттарҙың ҡыҙыҡһыныуын тыуҙырыуҙан тыш, музыкаль уҡыу йорттары студенттары өсөн яҡшы ҡулланма ла буласаҡ.
       - Китапҡа тотонор алдынан уҡ мин уның тик ижад хаҡында ғы на булыуын теләмәнем, - ти йырсы. - Минең өсөн уның кәрәклег е, файҙалылығы мөһимерәк. "Урал ынйыһының" уникаллеге китапҡа репертуарымдағы күп кенә әҫәрҙәрҙең дә инеүенә бәйле. Унда н оталарын китапханаларҙа табыуы мөмкин булмаған әҫәрҙәр бар. Мәҫәлән, Николо Изуараның "Лотерея билеты" операһынан Адель речитативы һәм рондоһы. "Урал илселәре" операһынан Һарысәс, Заһир Исмәғилевтың "Аҡмуллаһы" (Аҡсәскә), Салауат Низаметдиновтың "Ҡара һыуҙар" операһынан Ҡатын ариозоһына ки лгәндә, улар матбуғатта бөтөнләй беренсе тапҡыр донъя күрә! Һәм был бик һәйбәт. Ноталарҙың ҡулъяҙмалары миндә тәүге премьералар ваҡытынан уҡ һаҡлана, һәм мин был һирәк экземплярҙарҙы уларға мохтаж булғандарға - сәнғәт кешеләренә
       - еткерергә булдым.
       Флүрә Килдейәрова "Урал ынйыһында" яҡындары һәм дуҫтары т арафынан яҙылған мәҡәләләр, фекер йөрөтөүҙәр, уға арналған ш иғырҙар тупланыуы тураһында һөйләне. Авторҙар араһында - Мостай Кәрим, Заһир Исмәғилев, Рафаэль Сафин, Рауил Бикбаев.
       Бай иллюстрациялы материал йырсының ижади биографияһы менән оҙатылып килә, китаптың тексы урыҫ, башҡорт һәм инглиз
       телдәрендә бирелгән.
       Китаптың исем туйына арналған кисәлә Раил Кучуков, Салауа т Асҡаров, Татьяна Никанорова, Вәхит Хызыров, Рөстәм Шәйхетдинов, Йәмил Әбделмәнов, "Забава", "Оскар - ансамбль" халыҡ инструменттары ансамблдәре, шулай уҡ БДФ һәм Башҡорт д әүләт опера һәм балет театры артистары ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал