6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Еңел сәнәғәтте артабан үҫтереү программаһы ҡабул ителәсәк
14.01.04


       Башҡортостанда республиканың еңел сәнәғәтен артабан
       үҫтереү буйынса уртаса оҙайлылыҡтағы программа әҙерләнә.
       Стратегиялы документ бер нисә йылға - 2004 - 2006 йы лдарға тиклем иҫәпләнгән. Уның проекты БР Сәнәғәт министрл ығының коллегияһы тарафынан раҫланған да инде. Әле иһә был д окумент республика ведомстволары, атап әйткәндә, БР Тышҡа иҡ тисади һәм сауҙа, Мәғариф һәм башҡа министрлыҡтар менән киле шеү кимәлендә. Был эш бер ай эсендә тамамланырға тейеш. Респ ублика Хөкүмәте кимәлендә тикшереү был документты ҡабул итеү ҙең икенсе стадияһы булып торасаҡ.
       "Башинформ" агентлығы хәбәрсеһенә БР Сәнәғәт министрлы ғының еңел һәм медицина бүлеге начальнигы Альбина Кузнецова биргән мәғлүмәт буйынса, тармаҡтың артабанғы үҫеше, беренсе сиратта, техник яҡтан тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Уның һү ҙҙәре буйынса, документта дәүләт ярҙамының нимәнән ғибәрәт булыуы тулыһынса сағылдырылған. Әлбиттә, иң элек бюджеттан к редитлау ҡаралған - бындай ярҙам тауар етештереүселәргә техн ика паркын яңыртыу мөмкинлеген бирәсәк. Бынан тыш документ б уйынса республиканың айырым производстволарына ла инселләнгә н ярҙам ҡаралған.
       Программа шулай уҡ әлеге ваҡыттағы көнүҙәк мәсьәләләрҙ е лә хәл итеүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, беҙҙең етештереүселәре беҙгә сифат кимәленә нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәк. Ҡыҙғаныс ҡа ҡаршы, продукттың юғары һорау менән ҡулланыуының нигеҙе б улып торған төшөнсәләр - хаҡы һәм сифаты - әлегә үҙ мәғәнәһе нә тулыһынса яуап бирмәй әле. Шул уҡ ваҡытта белгестәр сифат
       юғары булған осраҡта ғына нимәгәлер дәғүә итергә була тип и ҫәпләй. Рәсәй иҡтисадын глобалләштереү шарттарында тауар ет ештереүселәр сифат арҡаһында ғына артабан үҫешә ала бит. Бөт ә донья сауҙа ойошмаһына инеү ваҡыты ла күп ҡалманы, ә бына республика етештереүселәре тауарҙың сифаты яғынан алдынғы п озицияларҙа түгел әле. Шуға күрә тиҙҙән ҡабул ителәсәк прогр аммаға ҙур өмөттәр бағлана.

Эльвира Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал