6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өлкәндәрҙең проблемаһы - йәмғиәт проблемаһы
29.09.06


       Табиб, психолог, тәрбиәсе, әсәй, дуҫ һәм иптәш Уларҙың б өтә сифаттарын йыш ҡына бер кешегә - оло йәшендә яңғыҙ ҡалы усы өсөн берҙән - бер ярҙамсыға әйләнгән социаль хеҙмәткәргә берләштерергә тура килә. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең
       халыҡты социаль яҡлау буйынса идаралығы начальнигы Лидия Слабова был проблема дәүләттән тыш күберәк йәмғиәткә ҡағыла,
       тип билдәләне. Йыш ҡына ҡарттар үҙҙәренә ярҙам күрһәтмәүсе туғандарының ғәйебе буйынса яфа сигә. Һәм шул саҡ социаль хеҙмәткәрҙең сираты етә... Өфөлә улар 460 кеше. Социаль хеҙмәткәр медикаменттар, аҙыҡ - түлек һәм сәнәғәт тауарҙары һатып алырға һәм алып ҡайтырға ярҙам итә, ритуаль хеҙмәтләндереүҙе ойоштороуҙа булыша, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр өсөн түләү эшен башҡара, медицина учреждениеларына оҙатып бара, шәхси секторҙа йәшәүселәр өсөн һыу алып килә, утын яра һәм башҡалар. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың социаль ярҙам бүлектәрендә хеҙмәтләндерелеүселәр ун мең кешегә 168 кеше тура килә.
       - Беренсе октябрҙә республика йола буйынса Ололар көнөн билдәләй - был байрам беҙҙең өсөн торған һайын ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә була бара, сөнки был категорияға ҡараусылар һаны йылдан - йыл арта, - ти Лидия Александровна. Ул халыҡты
       социаль хеҙмәтләндереү тәртибе һәм шарттарының "Рәсәй
       Федерацияһында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында" Фе дераль закон һәм республиканың "Башҡортостан
       Республикаһында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында" з аконы буйынса билдәләнеүен хәтергә төшөрҙө.
       - Әммә БР Хөкүмәтенең "Башҡортостан Республикаһында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тәртибе һәм шарттары тураһында" яңы ҡарарында социаль учреждениелар эшмәкәрлеге р егламенты, граждандарҙы социаль хеҙмәтләнереүгә ҡабул итеү ш арттары тағы ла асығыраҡ күрһәтелә, бушлай йәки түләүле хеҙмәтләндереүгә ҡабул ителгән граждандарҙың категориялары
       конкретлаштырыла. Ҡарарҙа сағылған үҙгәрештәр октябрҙең тәүге көндәрендә үҙ көсөнә инәсәк, - тине Лидия Слабова.
       Әгәр быға тиклем бушлай хеҙмәтләндереүгә өлкән йәштәге яңғыҙ йәшәүселәр һәм инвалидтар, туғандары булып та объектив
       сәбәптәр буйынса тәрбиә ала алмаусылар, ғаиләлә йәшәүселәр һәм йәшәү минимумы БР Хөкүмәте тарафынан квартал һайын билдәләнгәндән дә кәм булған кешеләр ҡабул ителһә, хәҙер бушлай нигеҙҙә хеҙмәтләндерелеүселәр һаны шаҡтай сикләнгән. Дәүләт гарантияһы буйынса бушлай социаль хеҙмәтләндереү менән хәҙер түбәндәгеләр генә файҙалана ала:
       - яңғыҙ йәшәүсе өлкән йәштәге граждандар һәм йәшәү минимумы республикала билдәләнгәндән кәм булғандар (бөгөнгө көнгә ул 2955 һум тәшкил итә),
       - ауыр тормош ситуацияһына эләккән балиғ булмаған балала р.
       - Көндөҙгө бүлектә хеҙмәтләндереү ҙә элек бушлай булһа, бөгөн ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр өсөн түләү нигеҙендә башҡарыласаҡ, - тип белдерҙе Лидия Слабова. - Был туғандары
       булған, шулай уҡ ғаиләлә йәшәгән граждандарға ҡағыла. Хәйер , социаль хеҙмәтләндереү бушлай ҙа күрһәтелеүе мөмкин, быны социаль хеҙмәтләндереүҙең комплекслы үҙәк етәкселеге хәл итә . Бынан тыш, социаль хеҙмәтләндереү буйынса килешеү төҙө ү шарттарына ла үҙгәрештәр индерелгән. Әгәр быға тиклем килешеү йылына ике тапҡыр төҙөлһә, хәҙер ул йәшәү минимумының һәм граждандарҙың килем күләмен иҫәпкә алып,
       квартал һайын төҙөләсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Лидия Слабов а.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында гарантиялы социаль хеҙмәтләндереүҙән тыш, хаҡтары аныҡ билдәләнгән өҫтәмә хеҙмәтләндереү төрҙәре лә бар. Мәҫәлән, ете килограмдан ашыу йәшелсә һатып алып килеү - 15 һум, пенсионер менән саф һауала йөрөп килеү - 3 һум 80 тин, түшәктә ятҡан ауырыуҙы йыуындырыу - 15 һум.
       Дим, Орджоникидзе һәм Совет райондарының комплекслы үҙәктәрендә эшләүсе көндөҙгө һәм реабилитация бүлектәрендә ө лкәндәр ауырыуҙы ҡараусыға (сиделка) һәм медицина хеҙмәтләндереүенә иҫәп тота ала. Ошонда уҡ инъекция эшләү, массаж курстары, тренажер залдарында профессиональ инструкторҙар менән күнекмәләр үтәреү ауырыуҙы еңергә ярҙам итәсәк. Хеҙмәтләндереүҙең бар төрҙәре лә уртаса йән башына табышҡа бәйле түләү нигеҙендә күрһәтелә. Психик ауырыуҙарҙың
       киҫкенләшеүе, хроник алкоголизм, венерик ауырыуҙар осрағында социаль хеҙмәтләндереү ҡаралмай.
       Бөгөнгө көндә Өфөлә халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса
       11 учреждение эшләй, улар дүрт меңгә яҡын кешегә ярҙам күрһәтә. Ә баш ҡалала пенсия йәшендәгеләр 251 мең кеше һанала, уларҙың меңе - 90 йәштән үткән. Өфөнөң иң өлкән кешеһенә, Лидия Александровна әйтеүенсә, 105 йәш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал