6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Муниципаль апгрейд
29.09.06


       Байрамдар беҙгә файҙаға ғына. Бөгөн, миллиондар өсөн яңы тормош мөхитенә әйләнгән Интернет көнө алдынан Өфөнөң билдәле провайдерҙарының береһе Яңы йылға тиклем баш ҡалала "лимитһыҙ интернеттың" ике тапҡыр арзанаясағын хәбәр итте. Ә бөтә билдәле провайдерҙар "һөйләшеү өҫтәле" артына ултырһа, ул Мәскәү трафигы кимәлендә лә була алыр ине. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Алексей Ощепков бындай осрашыуҙың мөмкин булыуын гарантияланы. Улар килешер, тигән
       өмөттә ҡалайыҡ.
       Интернет беҙҙең тормошҡа, беренсе сиратта, мәғлүмәт алыу сығанағы булараҡ килеп инде. Һәр ваҡыт ҡул аҫтында булған интернет белем, яңылыҡтар, кәңәштәр менән йомарт уртаҡлаша, төрлө эштәрҙә ярҙамсы ролен уйнай, ышаныс мөхите тыуҙыра. Уның өҫтөнлөктәрен ҡала властары ла юғары баһалай.
       Башҡортостанда, айырыуса Өфөлә, интернет селтәре менән файҙаланыусыларҙың унар, хатта йөҙәр меңгә барып баҫыуы барыһына ла мәғлүм. "Пропискаһы" Өфөлә булған сайттар көндән - көн арта. Мэрия өсөн интернет - проекттар web - вәкиллек кеүек үк өйрәнелгән эш. Әммә бөгөн күптән көтөлгән наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге сайттың - www.narkotikam.net . - исем туйы үтте. Мэрияның программа - техник тәьмин ителе ш бүлеге начальнигы Светлана Родионова билдәләүенсә, сайт ҡала
       властары хөкөмөндә булһа ла, ресурс төрлө дәүләт һәм йәмәғә т ойошмалары тарафынан тултырыласаҡ. Мәғлүмәт врач - психиатрҙар һәм наркологтар, шулай уҡ интернеттың Рәсәйҙәге
       һәм сит илдәге сығанаҡтарынан да килә. Иртәгә үтәсәк Интерн ет көнө хөрмәтенә баш ҡала хакимиәте вәкилдәре журналистар
       менән осрашты. Информацион технологияларҙы Өфө Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып үҙләштерә башланы. Муниципаль учреждение һ әм бүлексәләр Авиация университетының компьютерҙар факультеты сығарылыусылары менән дә тиң әңгәмә алып бара ала. Һөҙөмтәлә беҙ баш ҡалала Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан һаналған
       географик мәғлүмәт системаһы булған инновацион архитектура һәм ҡала төҙөлөшөнөң төп идаралығына эйә булдыҡ. Өфөнөң был күп ҡатламлы электрон образы бөтә федерацияла үрнәк итеп
       алына. Муниципаль милеккә идара итеү буйынса комитет ун йылдан ашыу ваҡыт эсендә 40 меңгә яҡын ҡуртым договоры булған "Мөлкәт" мәғлүмәт системаһын булдырҙы һәм идара итә. Һәр бер өфөлөгә билдәле торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүе өсөн түләү бланкылары - 850 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндереүсе мәғлүмәттәр базаһы булған берҙәм расчет - касса үҙәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе.
       - Пенсия алдындағы йәштәге тәжрибәле кешеләр һәм уларҙың компьютерҙары - бик ҙур көс, - тип сер асты "Интегро"
       системалы тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Вадим Горбачев. - Беҙ тәжрибәле, күпте күргән, аҡыллы, әммә йәштәре лә байта ҡ булған кешеләр компьютерҙы ауыр үҙләштерә тип арттырабыҙ. Улар яңы белемде еңел үҙләштерә, ә һуңынан интернет менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кемгә үҙенең уникаль белемен еткереүгә һәләтле.
       Хатта Эске эштәр идаралығы ла интернетлаштырыуға бирелә. Ҙур майҙандарҙа һәм машиналар ҡуйыу комплекстарында тышҡы кү ҙәтеү камералары урынлаштырылыуы етмәгән, район бүлексәләренең дежур частары ла визуаль контролдә тотола.
       - Эйе, беҙҙә күп нимә күҙәтеү аҫтында, мәғлүмәттәр селтәр
       буйынса шулай уҡ эске эштәр министрының компьютерына ла тапшырыла, - тип ғорурлыҡ менән хәбәр итте Эске эштәр
       идаралығы начальнигы урынбаҫары Рифҡәт Сәйәхов. Күренеүенсә, бөтә эксперименттар ҙа тәртип һағында тороусыларҙы ҡәнәғәтләндерә, тиҙҙән бөтә Өфө айпи - видеокамералар селтәре менән ҡапланасаҡ. Видеокүҙәтеү селтәре булдырыуҙың иң киҫкен проблемаһы финанстарға бәйле, уға 70 миллион һум самаһы аҡса кәрәк. Милицияның ул тиклем
       аҡсаһы булмауы аңлашыла. Шуға күрә Светлана Родионованың фи зик мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр байрамдарҙа үткән тамаша сараларын үҙ күҙҙәре менән күрә алһын өсөн майҙандарҙа web - камералар ҡуйыу тураһындағы уйы әлегә хыял
       ғына булып ҡала.
       Баш ҡаланың информацион технологиялар мөхитен хайран
       ҡалдырырлыҡ проекттары араһынан шунда уҡ "бөтә ҡоҙоҡтар
       өсөн уртаҡ һыу сығанағы" табырға тырышыуҙы билдәләргә мөмкин. Икенсе йыл "Муниципаль Мәғлүмәт - Технология Үҙәге" "Реестр мәғлүмәттәренең үҙәк концентраторы" проекты менән шөғөлләнә. Әгәр төрлө учреждениелар һәм ойошмаларҙың ҡеүәтле мәғлүмәт базаларын берләштереү мөмкин булһа, Өфө
       дөйөм электрон документ әйләнешенә һәм административ арарҙың реаль технологияһына - "Берҙәм тәҙрәгә" - эйә буласа ҡ. Әлегә эш дауам итә, МИТЦ директоры Руслан Ғайсин "бер тәҙ рә" ике - өс йылдан һуң асыласаҡ тип вәғәҙә итә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал