6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Яралы йөрәктәр йорто
29.09.06


       "Беҙ - Комсомолдан" ти үҙҙәре хаҡында Ҡариҙел районының Ҡарттар йортонда йәшәүселәр. Беренсенән, ауылдың исеме шулай яңғырай. Икенсенән, улар ысынлап та пионер ҙа булған, комсомол төҙөлөштәре лә аша үткән кешеләр. Һәм бына хәҙер, тормоштарының көҙөндә, тайга ситендәге бәләкәй генә ағас йор т уларҙың һуңғы төйәгенә әйләнгән. Ҡариҙел районының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эргәһендәге өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ваҡытлыса стационар йәшәү бүлеге тәүге пенсионерҙарын 1999 йылда ҡабул итә - ауылдағы дауахана бинаһы бушай. 30 койка әҙер булһа ла, башта унда 13 кеше урынлаша. Әммә йыл аҙағына тиклем буш урын ҡалмай. "Күрәһең, тәүҙә унда йәшәүҙең нисек булырын көткәндәрҙер", - ти Ҡарттар йортоноң элекке мөдире Сабит Хәйруллин. Етеҙ, осҡор ҡарашлы, ул шым ғына тауыш менән һөйләшә һәм пенсионерҙар тормошо хаҡында барыһын да белә. Өфөлә урман те хникумын тамамлағандан һуң ағас эшкәртеү хужалығында,
       артабан һигеҙ йыл - мәктәптә хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй.
       Ҡарттар йортонда ҡатын - ҡыҙға эшләүе еңелерәкме әллә ир кешегәме "Ауылда барыбер ирҙәр ҡулы кәрәк, - ти яуаплай ул.
       - Ярҙамсыл хужалыҡ көс талап итә, торлаҡ корпусы ағастан эшләнгән, хәйер, хәҙер үҙегеҙ күрерһегеҙ". Мин килер алдынан ғына Ҡарттар йортонда мөдир алмашынған: Сабит Ғиззәтулла улы хәҙер райондың Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә етәкселек итә, ә Ҡарттар йортон Марат Шәмсетдиновҡа тапшырған. Быйылғы йылдың 1 ғинуарынан башлап был йорт урындағы район х акимиәтенең социаль яҡлау бүлегенә түгел, ә башҡа Ҡарттар йорттары кеүек үк БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡарай. Был ниндәй үҙгәреш бирҙе һуң "Юҡ. Әбей - бабайҙарҙа был бер нисек тә сағылманы, - ти Сабит Ғиззәтулла улы, - беҙҙең өсөн ҡағыҙ эше генә артты".
       Ҡариҙелдәге Боҙ кисеүе ( Өфө йылғаһында паром урынына туңған боҙҙо урындағы халыҡ шулай тип атай) аша сыҡҡас, беҙ оҙаҡ ҡына барҙыҡ әле. Урманға ингән һайын тирә - яҡтағы
       тауыштар тына барҙы. Беҙҙе ҡаялар, шыршылар һәм ҡар уратып
       алған. Комсомол ҡасабаһын бәләкәй тип әйтеүе ҡыйын, ул ҡуйы
       урман ҡаплаған тау битләүендә оҙон булып һуҙылған. Тау итәгенең иң аҫтында бер ҡатлы ағас бина ултыра. Йәйен нисектер, белмәйем, әммә ҡышын бында тотош донъянан айырылғанлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә. Һәм ниңәлер эңер ваҡыты еткәс, тауҙан айыу һәм бүреләр төшә һәм өйҙәр араһында темеҫкенеп йөрөйҙөр кеүек тойола... "Элек шулай була торғай ныла, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлаша Сабит Ғиззәтулла улы , - хатта эттәрҙе тамаҡлап та китәләр ине. Тик хәҙер урман хайуаны күренмәй. Беҙҙең әбейҙәр урманға еләк, бәшмәк
       йыйырға йөрөй, ҡурҡмайҙар".
       Ҡарттар йортонда йәшәүселәрҙең иң өлкәне Рәшиҙә Фәйез ҡыҙы Нуриәхмәтова менән һөйләшеүе ҡыҙыҡлы булыр ине, әлбиттә: ул 1907 йылда тыуған. Бик күп ҡыҙыҡ иҫтәлектәр һаҡлайҙыр, моғайын. Ололарҙы ҡараусы ҡатындар ҙа инәйҙең аңы теүәл, хәтере яҡшы булыуын раҫланы. Әммә уның менән әңгәмә ҡороп булманы: уның ҡолаҡтары бөтөнләй ишетмәй. Бындағы пенсионерҙарға уртаса 70 йәш. Бүлмәлә икешәр йәки дүртәр кеше йәшәйҙәр. Иң йәше, һаңғырау - телһеҙ инвалид
       Григорий иллегә етеп килә. Ул йыш ҡына рейс автобусында туғандарына барып ҡайтҡылай. Әммә уларҙа йәшәргә теләмәй. Бында үҙен өйөндәге кеүек тоя, хеҙмәткәрҙәргә һәм палата буйынса күршеләренә ҡулынан килгәнсе ярҙамлашырға, файҙа
       килтерергә тырыша.
       Ирҙәрҙең палатаһына инеүебеҙ булды, Сабит Ғиззәтулла улын
       уратып та алдылар: "Ниңә ул тиклем оҙаҡ килмәнең!" "Ҡыҙыл мөйөштә" телевизор ҙа, ҡыйбатлы тренажерҙар ҙа бар, әммә бында йәшәүселәр өсөн кеше менән аралашыу ҡыйбатыраҡ.
       Хәйруллин пенсионерҙар менән һөйләшкән арала, мин уның ҡулын ҡыҫыр өсөн аяғына баҫмаған, сәләмләп ҡул болғап ҡына ҡуйған кешегә яҡынлаштым: карауатта сал сәсле, йөҙөн һырҙар ҡаплаған һыңар аяҡлы инвалид ултыра.
       Геннадий Васильевич Бурков Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда тыуған. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул ваҡытты яҡшы хәтерләй. Әммә был турала һөйләргә яратмай. Алты йәштән - баҫыуҙа: "Ул саҡта эш бөгөнгө кеүек түгел! Атай - әсәйҙәр ҙә беҙҙән талап итә, мәктәп тә..." Уның аяғына нимә булыуы тураһында һорарға баҙнат иттем. 18 йәшендә ул иптәштәре менән ҡарлы ямғыр аҫтында Бөрөнән, армияға саҡырыу пунктынан, Ҡариҙелгә тиклем йәйәү ҡайта. Бына шул саҡта
       аяҡтарына бик ныҡ һыуыҡ үткәрә лә инде. Башта бер аҙ һыҙлан а, һуңынан үткәндәй була. Ҡытай сигендә инженер - техник ғәскәрҙә хеҙмәт итә. Декабрь айында ҡайта, яҙ башында өйләнә . Геннадий ғүмере буйына эшләй ҙә, уҡый ҙа. Әммә йәш саҡтағы
       һыҙланыуҙары көтмәгәндә тағы ҡалҡып сыға. Бармағы ауырта башлай. Геннадий Васильевич, ғәҙәтәгесә, үҙе дауаланырға маташып ҡарай. Тик файҙаһы булмай, бармағы шешә. Дауаханаға мөрәжәғәт итә: "Унда ла һуҙҙылар ҙа һуҙҙылар, - тип ҡулын
       һелтәй. - Йә байрам көнө тура килә, йә тағы бер нимәһе киле п
       сыға... Һөҙөмтәлә бысаҡ аҫтына ғына ятырға ҡалды..." Һәм әңгәмәсем ситкә боролоп тынып ҡалды. Күңелһеҙ уйҙарынан арындырыр өсөн мин унан нисек итеп Ҡарттар йортона килеп эләгеүе тураһында һораным. Ебәрҙеләрме әллә үҙегеҙ килергә булдығыҙмы "Үҙем, әлбиттә, үҙем. Пенсияға сыҡҡаныма алтынсы йыл. Өйөм бар ҙа ул, тик донъя көтөү инде ҡулдан килмәй", - тип тағы ла ауыр көрһөнә ул. Ҡасандыр өйләнгән дә булған. Ҡатыны менән алты бала тәрбиәләгәндәр. Бөгөн икәүһе
       иҫән: улы - электрик, ҡыҙы - шәфҡәт туташы. Балаларса, хатт а
       ниндәйҙер хәүеф менән баҡҡан күҙҙәргә ҡарап, был өлкән
       кешенең йәш сағында ниндәй булыуын күҙ алдыма килтерә
       алмайым. Ә ул ҡыҙыу булыуын таный - ҡатыны менән ыҙғышҡандан һуң республиканың икенсе осона сығып китеүе хаҡында һөйләй. Тыуған яғына олоғайғас ҡына ҡайтҡан. Үҙ өйөндә йыл ярым йәшәгәндән һуң, үткән йылдың июнь айында
       Ҡарттар йортона килгән. "Үкенәһегеҙме" - тип һорайым. "Үкенәмме, юҡмы, хәҙер кире ҡайтарып булмай". - Бер аҙ тын ултырғандан һуң: "Артыҡ яндырайландым шул", - тип өҫтәй. Юҡ, Геннадий Васильевич мине бында уға яҡшы булыуында ышандырырға тырышмай: моңһоу уға Ҡарттар йортонда. Шахмат та , китаптар ҙа күңелде баҫа алмай. Һеңлеһе үҙенә йәшәргә саҡырған: "Мин баш тарттым, - ти ул. - Аяғымды һаҡлап ҡала алманым, нимә тип башҡаларҙы яфалайым инде хәҙер". Балалары онотмай - килеп тора. Әммә аталарының тиҫкәре холҡон беләләр - үҙҙәренә йәшәргә артыҡ саҡырып бармайҙар.
       Ҡарттар йортонда ҡартлыҡ тойғоһо юҡ: сағыу обойҙар, өйҙәгес ә аш еҫе килә, сәскәләр, балаҫтар. Тик ниңә унан сығыр алдын ан миңә шул тиклем яманһыу булып китте һуң Бәлки инәйҙәрҙең үҙҙәренең йәшәгән урынын һәм хеҙмәтләндереүсе персоналды маҡтап баштарын сайҡауы, ә күҙҙәрендә - түгелмәгән йәштәр ялтырауындалыр Нимә булды беҙгә Ҡарттар йорто көндәлек тормошобоҙға үтеп инде. Унда йәшәр өсөн сиратҡа торалар!
       Бына урындағы әбей - бабайҙар ҙа Ҡариҙелдәге ҡарттар
       йортона барыу ваҡыты еткәнде көтә.
       Ә бит элек Рәсәйҙә кеше көнөнә ҡалған ҡарттарҙы кәрәкмәгә н механизм кеүек сүплеккә ырғытмағандар. Барыһы ла бергә бер
       өйҙә, хатала, ярангала йәшәгәндәр, аҙыҡтары менән генә түге л, иғтибарҙары, хәстәрлектәре менән дә уртаҡлашҡандар, ҡарттарҙан күп нимәгә өйрәнгәндәр. Ә бөгөн Иң аянысы, беҙҙе ң ҡарттар, Геннадий Васильевич кеүек үк, үҙҙәре йәштәргә арт ыҡ йөк булырға теләмәй. Тимәк, үҙҙәренең йөк булыуын һиҙә, ш улай бит Әйҙәгеҙ, һәр беребеҙ үҙебеҙгә һорау биреп ҡарайыҡ : ҡартлыҡ еткәс, тыуған стеналарыбыҙҙы ташлап, һуңғы көндәрҙе ҡаҙна йортонда үткәрергә әҙербеҙме Эйе, унда ашаталар, таҙалыҡ булдыралар, медицина ярҙамы күрһәтәләр. Тик кешегә ш ул ғына кәрәкме икән

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал