6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Шәрҡиәтселәр кәңәшләште
28.09.06


       - Шәрҡиәтселектең Рәсәйҙә иң боронғо фән тармаҡтарының береһе булыуы күптән билдәле, - тип башланы һүҙен "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй Фәндәр академияһының Шәрҡиәтселәр йәмғиәте вице - президенты Дмитрий Васильев.
       Рәсәйҙең Фәндәр академияһы системаһында Шәрҡиәт институтының ни өсөн һаман да гуманитар бүлектәрҙең иң ҙурыһы булып ҡалыуы аңлашыла. Ә йәмғиәттең төп бурысы элеккесә - шәрҡиәтселек ғилемен халыҡҡа еткереү. Кисә Өфөлә "Рәсәй халыҡтарының тарихи яҙмышында шәреҡ" бишенсе Бөтә Рәс әй шәрҡиәтселәр съезы тамамланды. Йәмғиәттең президенты ике йылға һайлана, кисә Өфөнөң Заһир Исмәғилев исемендәге дәүләт сәнғәт академияһы ректоры Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың п резидентлыҡ ваҡыты тамамланды. Съезды үткәреү бурысынан тыш, был форум программаһына уны үткәреү урынына бәйле тема өҫтәргә лә мөмкинселек бирә. Билдәле ғалимдар Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуы хаҡында һүҙ алып барҙы.
       Ғилми форум Мәскәү, Санкт - Петербург, Екатеринбург, Липе цк, Иркутск, Омск, Чита, Владивосток, шулай уҡ Башҡортостан, Татарстан, Сыуашстан, Дағстан, Ҡалмыҡ, Хакасия, Бүрәт, Адыге й, Ҡарасәй - Черкес, Саха - Яҡутстан, Тыва, Алтайҙың алдынғы шәрҡиәтселәрен йыйҙы. Унда сит илдәрҙән - Ҡаҙағстан һәм Төркиәнән килгән ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Съездың бай программаһына ярашлы ике пленар ултырыш үтте, бөгөнгө шәрҡиәтселектең айырыуса көнүҙәк проблемаларын
       сағылдырыусы ете секция эшләне - "Көнсығыш филолгияһы", "Евразия тарихы буйынса региональ һәм цивилизацион тикшеренеүҙәр", "Көнсығыш философияһы, хоҡуғы, психологияһы һәм педагогикаһы", "Көнсығыштың социаль - иҡтисади проблемалары", Көнсығыш халыҡтарының мәҙәниәте һәм сәнғәте", "Глобалләштереүҙең дини аспекттары. Ислам факторы", "Көнсығышты өйрәнеү буйынса белем биреү системаһы".
       Форум сиктәрендә "түңәрәк өҫтәл", күргәҙмәләр, "Восточная коллекция" журналы, башҡа баҫмаларҙың исем туйы, "Ғилем", "Китап" нәшриәттәре, "Башҡорт энциклопедияһы" нәшер иткән
       китаптарҙы һатыу ойошторолдо. Билдәле ғалим, Рәсәй Фәндәр
       академияһының мөхбир ағзаһы, БР Фәндәр академияһы
       академигы Раил Кузеев иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды.
       - Шәрҡиәтселәрҙең тарҡаулығы - иң ҙур проблемабыҙ. Съезда р беҙҙе берләштерә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Васильев . - Быйылғы форум алдағы ике йылға бурыстар һәм перспективаларҙы билдәләне, шәрҡиәтселәрҙең 2007 йылда Анкарала үтәсәк Халыҡ - ара конгресына Рәсәй делегацияһын
       һайланы.
       Башҡортостанта үткән форум шулай уҡ төбәктә шәрҡиәтселәр мәктәбенең үҫешенә өмөт уята. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көнсығышты өйрәнеү ғилми структура булараҡ теркәлмәгән: Фәндәр академияһында көнсығышты өйрәнеү бүлеге лә, вуздарҙа көнсығышты өйрәнеү факультеты ла, кафедраһы ла юҡ.
       - Фәндәр академияһының ҡеүәтле комплексын финанслау Дәүләт өсөн артыҡ ҡыйбатҡа төшөүе аңлашыла, әммә беҙ үҙ контракттарыбыҙҙы булдырырға тырышабыҙ, - тип үҙ хәүефтәре м енән уртаҡлашты Рәсәй Фәндәр академияһының Санкт - Петербург шәрҡиәтселәр институты директоры Ирина Попова. - Ҡ асан дәүләт фәнни мәктәпте ойоштороуы ауыр, тарҡатыуы - еңел булыуын аңлар икән
       Шәрҡиәтселеккә килгәндә, ул этностар, мәҙәниәттәр, конфессиялар һәм цивилизацияларҙың үҙ - ара мөнәсәбәтен тикшереү генә түгел. Беренсе сиратта, Дмитрий Васильев билдәләүенсә, шәрҡиәтселек көнкүреш кимәлендә, йәғни һәр ҡайһыбыҙҙың тормошонда бар. Һәм әгәр ғалимдар үҙ белемен популярлаштырыра икән - бынан йәмғиәт тә, дәүләт тә отасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал