6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Торлаҡ - коммуналь хужалыҡҡа шелтә юҡ
28.09.06


       Республика парламентының утыҙ һигеҙенсе ултырышында Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың депутаттарға
       фатихаһы һәм "Торлаҡ - коммуналь комплекс торошо һәм үҫеш перспективалары" темаһына арналған "Хөкүмәт сәғәте" төп ваҡиғалар булып торҙо.
       Йола буйынса төбәк башлығы көҙгө сессияның тәүге пленар ултырышын асып, депутат корпусының төп эш йүнәлештәрен билдәләне. Мортаза Рәхимов алда көткән Республика көнөн билдәләү шатлығы менән уртаҡлашты.
       - Төп дәүләт байрамынан беҙҙе ни бары бер нисә көн генә
       айыра. Ун алты йыл элек, 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында д екларация иғлан ителде. Был Башҡортостанға үҙаллы үҫешкә юл асты, ил өсөн ҡатмарлы йылдарҙа республиканың иҡтисади,
       социаль һәм рухи - мәҙәни потенциалын һаҡлап ҡалырға мөмкинселек бирҙе. Барлыҡ өлкәләрҙә лә алға китеш өсөн база һалынды, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Мортаза Рәхимов, һәм депутаттарҙың үткән сессиялағы ҡаҙаныштарын билдәләне,
       көнүҙәк мәсьәләләр буйынса төп йүнәлештәрҙе атаны. - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеүгә әҙерләнгәндә, беҙ республикабыҙ өсөн ҙур ғорурланыу менән уның үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәг е тураһында һөйләйбеҙ. Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, пердприятиелар һәм ойошмалар был мөһим эшкә әүҙем ҡушылды. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙы ла
       көсөргәнешле программа көтә. Депутаттарҙан тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ һәм көс, ижади ҡараш талап ителә.
       Президент парламентты ярайһы уҡ ҙур күләмдә норматив хоҡуҡи акттар ҡабул итеү көтөүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Алдағы
       бурыстар араһында төбәктең төп финанс документы - республиканың 2007 йылға бюджет тураһындағы закон проектын т икшереү тора. Уның республиканың реаль ихтыяждарына тап
       килеүе, артабанғы үҫешенә булышлыҡ итеүенә депутаттар ҙа үҙ
       өлөшөн индерергә бурыслы. Мортаза Рәхимов был сессияла
       парламентарийҙар беренсе уҡыу процедураһын үткән ҡайһы бер закон проекттары өҫтөндә эшен тамамлаясағына ышаныс белдерҙе. Айырып әйткәндә, ул "Башҡортостан Республикаһында инновацион эшмәкәрлек тураһында" һәм Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар кодексына айырыуса иғтибар йүнәлтеүҙәрен һораны.
       Дөйөм алғанда, Дәүләт Йыйылышы депутаттарының күпселеге а лда торған сессияны федератив мөнәсәбәттәр сиктәрендә республиканың уңышлы үҫешеүе өсөн платформа булдырыу тип баһалай. Закон сығарыусылар һәм БР Президенты фекере буйынса, Дәүләт Йыйылышының алдағы дүрт айлыҡ эшмәкәрлеге өс
       төп мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Был республика ҡануниәтендә Конституцияның яңыртылған положениеларын ваҡытында һәм һөҙөмтәле итеп тормошҡа
       ашырыу. Республиканың "Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тураһында", "Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында", Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында" закондарына үҙгәрештәр индереләсәк. Бынан тыш милли проекттар буйынса ла эш етерлек. РФ Дәүләт Думаһына закондар сығарыу инициативаһы
       менән мөрәжәғәт итеү хоҡуғын тормошҡа ашырыуға айырыуса
       ҙур иғтибар йүнәлтеләсәк. Өсөнсөнән, парламентарийҙар граждандарҙың дәүләт власы органдарына ышанысын арттырыу
       өҫтөндә эшләргә планлаштыра. Был өлкәлә "Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү тураһында" законға төҙәтмәләр өҫтөндә эш алып барыла, шулай уҡ коррупцияға ҡаршы тороу тураһындағы закон проекты
       шымартыла.
       "Хөкүмәт сәғәте" ысынбарлыҡта ярты сәғәттән дә оҙаҡҡа һуҙылманы. Был ваҡыт эсендә Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры Гемань Әсәҙуллиндың ентекле доклады яңғыраны. Телмәр, ғөмүмән алғанда, республиканың 2001 йылда тергеҙелгән торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министрлығы
       башлығының халыҡ һайланыусылары алдында тәүге отчеты булды, тип әйтергә мөмкин.
       Гемань Ғибаҙулла улы докладын бик үҙенсәлекле башланы.
       - Иртәгә НКВД составынан, уның бөтөрөлөүе сәбәпле, коммуналь хужалыҡ наркоматы бүленеп сығыуы, республикала үҙаллы тармаҡ барлыҡҡа килеүенә теүәл 75 йыл тула. Был йылда р эсендә ул Башҡортостанда рентабелле эшләй, шуның менән
       республиканы Рәсәй Федерацияһының башҡа күп кенә төбәктәренән айырып тора.
       Гемань Әсәҙуллин парламентарийҙарға тармаҡтың 2005 йылдан алып дотацияһыҙ режимда эшләүе тураһында белдерҙе. Торлаҡ - коммуналь хужалыҡтың эске реформаһы халыҡты социаль яҡлауҙың көйләнгән системаһы менән оҙатылып килә, ә 2006 йылда ярты миллионға яҡын кеше билдәле льготалар менән файҙаланған - дәүләт ярҙамы суммаһы ярты миллиард һум тәшкил иткән. Министр ҙур ғорурлыҡ менән республиканың торлаҡ - коммуналь комплексы 410 предприятиенан тороуы
       хаҡында белдерҙе, уларҙа 50 мең кеше эшләй. Дөйөм алғанда, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәй
       һәм аҡрынлап хеҙмәттең баҙар принциптарына күсә, тип билдәләне Гемань Әсәҙуллин. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа, йорттарҙа һәм фатирҙарҙа йәшәүе уңайлы булһын өсөн барыһы ла эшләнә, хужалыҡ халыҡты ҡышын й ылылыҡ, яҡтылыҡ һәм һыу менән тотороҡһоҙ тәьмин итеү өсөн әҙ ер. Доклад бик ышаныслы яңғыраны, һәм депутаттарға уны ҡәнәғәтләнерлек тип таныуҙан башҡа сара ҡалманы.
       Парламентарийҙар республика ҡалаларында бер нисә мировой судья һайланы, икенсе уҡыуҙа дүрт закон проектын ҡараны һәм беренсе уҡыуҙа 25 закон проектын ҡабул итте. Бынан тыш парламентарийҙар федераль парламент исеменә ике закон сығарыу инициативаһы менән сығыш яһаны.
       Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры һәм уның урынбаҫарҙары, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары, федераль министрлыҡ һәм ведомстволарҙың территориаль органдары, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау
       органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал