6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Снайпер Ғәлимовтың батырлығы
28.09.06


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, айырыуса оборона һуғыштары ва ҡытында снайперҙар хәрәкәте барлыҡҡа килә. Снайперҙарҙы махсус курстарҙа, снайпер мәктәптәрендә әҙерләйҙәр. Улар,
       ғәҙәттә, 800 метрға тиклем төҙ атырға мөмкинселек биргән оптик сәпле винтовка менән ҡораллана.
       Снайперҙар үҙҙәренең дошман яғындағы конкуренттарын, офицерҙарҙы, элемтәселәрҙе, орудие һәм пулемет расчеттарын ю ҡ итә.
       Саҡмағош районында тыуып үҫкән Вәхит Ғәзиз улы Ғәлимов та
       снайперҙар мәктәбен тамамлай. Снайпер, өлкән сержант Вәхит Ғәлимовтың исеме фронтта Василий Зайцев, Наташа Ковшова, Феодосий Смолячков кеүек билдәле снайперҙар менән бер рәткә ҡуйылып яңғырай.
       Феодосий Смолячковтың 125 гитлеровсыны юҡ итеүен, уның фамилияһы "1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы
       энциклопедияһына" индерелеүен беләбеҙ. Яҡташыбыҙ Вәхит Ғәлимов иҫәбендә 207 һалдат һәм офицер була. Бынан тыш ул йәш снайперҙар ҙа әҙерләй.
       "Төнъяҡ Донец йылғаһындағы оборона һуғыштарында Ғәлимов к омандованиеның 22 снайпер әҙерләү буйынса яуаплы заданиеһын үтәне, - тиелә фронт документтарының береһендә. -
       Иптәштәре менән практик күнекмәләр үткәрҙе, һәм үҙе был алыштар ваҡытында 46 немец һалдаты һәм офицерын юҡ итте".
       Снайпер Ғәлимов һунарға ентекле әҙерләнеп сыға.
       Журналист Вил Ҡазыханов уның тормошондағы бер көндө һүрәтләй:
       "Ул гәлсәр ысыҡ тамсылары ҡаплаған үлән буйлап үрмәләй. Плащ - палаткаһы үтәнән - үтә еүешләнә. Өс йөҙ метр тирәһе үткәс, ял итергә туҡтай, һыу эскеһе килә, әммә өлкән сержант
       фляжкаһын алмаған: үрмәләргә ҡамасаулай. Аҙ булһа ла һыуһынын ҡандырыу өсөн Вәхит күҙҙәрен йомоп, ирендәре менән еүеш үләнгә ҡағыла. Тик нимә был Ерҙән татлы еҫ килә.
       Ер еләге! "Рәхәтләнеп үҫә, әйтерһең, һуғыш та юҡ", - тип уй лап ҡуя һалдат. Шул ваҡыт уң яҡта атыу тауышы ишетелә. Снайпер Ғәлимов йөҙө менән үләнгә ҡапланып тын ҡала. Йыш ҡына "һунарға" сығыусы үҙе "табышҡа" әйләнә. Тағы ла атыу тауышы.
       Юҡ, уға атмайҙар. Башын тын ғына тауыш килгән яҡҡа бора. Ун ан өс йөҙ метр самаһы арала күбә тора. Вәхит винтовкаһын аҡр ын ғына арҡаһынан ала. Окуляторҙан ҡарап, күбә тирәләй үләндең
       сабылмағанлығын күрә. Ҡулына салғы тотмаған кеше быға иғтибар ҙа итмәҫ ине, моғайын. Атаһы Ғәлимдең әйткән һүҙҙәре
       иҫенә килеп төшә: "Бесән еҫенән ләззәт тапмаған кеше икмәк
       тәменең дә ҡәҙерен белмәҫ".
       "Күбә" хәрәкәткә килә һәм... әкрен генә алға үрмәләй.
       - Күптәрҙе теге донъяға ебәрҙең, хәшәрәт, хәҙер һинең сир ат, - ти тешен ҡыҫып Ғәлимов һәм яңағын прикладҡа терәй. "Кү бә"
       кинәт һелкенеп ҡуя һәм тынып ҡала.
       Задание үтәлде, ҡайтырға ла мөмкин. Әммә Ғәлимов ашыҡмай.
       Ул немецтар үҙенең һәр аҙымын күҙәтеүенә шикләнмәй. Окопҡа биш метр ҡалғанда ғүмерҙәре өҙөлгән снайперҙар күпме! Вәхит
       үҙе лә ундай хәлгә шаһит булғаны бар. Бынан тыш немецтар
       "күбәнең" юғалыуы сәбәпле борсоласағы һәм уны эҙләйәсәктәре
       лә мәғлүм. Ғәлимов йәшенеп ҡалырға һәм көтөргә ҡарар итә.
       Ҡапыл күк йөҙө болоттар менән ҡаплана. Көслө ямғыр ҡоя башлай. Вәхит һыу эсендә ята, әммә күҙәтеүен дауам итә.
       Ямғыр пәрҙәһе асылғас, Ғәлимов күбәгә күҙ һала. Көслө ел һәм ямғырҙан һуң бесән өйөмө асылған, немецтың мәйете асыҡ күренә.
       Ваҡыт яй үтә. Өс - дүрт сәғәттән ҡараңғы төшә башлай. Ҡап ыл ул немец телендә һөйләшеү ишетә. Башта үҙ күҙенә үҙе ышанмай: ике дошман һалдаты бесән сабырға килгән кешеләй
       ҡысҡырып һөйләшә - һөйләшә күбәгә яҡынлай. Бына береһе үлгән немецтың йөрәген тыңлай, икенсеһе тирә - яҡҡа күҙ һала .
       Беренсе сиратта Ғәлимов шуныһын юҡ итергә була. Немец күҫәк
       менән тондорғандай ауа. Икенсе һалдат ултырған еренән тороп
       та өлгөрмәй... Бына хәҙер үҙебеҙҙекеләр янына ҡайтырға ла була".
       Вәхит Ғәлимовтың Төньяҡ Донецтан Днепрға тиклем юлы яңы
       батырлыҡтар менән билдәләнә. 1943 йылдың 28 сентябре - яҡташыбыҙҙың һуңғы көнөнә әйләнә.
       Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим иткәндә, дивизия командиры түбәндәгеләрҙе хәбәр итә:
       "100 - сө гвардия полкы ( 35 - се атышсылар дивизияһы, 6 - сы армия, 3 - сө Украина фронты) снайперы, өлкән сержант Ғ әлимов дошмандың 207 һалдат һәм офицерын юҡ итте, 1943 йылд ың 27 сентябренә ҡараған төнөндә ул тәүгеләрҙән булып Днепр аша сыҡты. Днепрҙың уң яҡ ярында ла Ғәлимов үҙенең снайпер оҫталығын күрһәтте. Сафтан сыҡҡан офицерҙарҙы алмаштырҙы, ро таны өс тапҡыр һөжүмгә күтәрҙе. 1943 йылдың 28 сентябрендә а лыш ваҡытында батырҙарса һәләк булды".
       1944 йылдың 22 февралендә Вәхит Ғәзиз улы Ғәлимовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Ул украин ерендә ерләнгән. Әммә ауылдаштарының хәтерендә мәңге йәшәй. 1968 йы лдың сентябрендә Тайнаш ауылында Геройға һәйкәл асыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал