6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Үткән менән киләсәк тураһында әңгәмә
27.09.06


       "Рәсәй халыҡтарының тарихи яҙмышында шәреҡ" исеме аҫтында ой ошторолған бишенсе Бөтә Рәсәй шәрҡиәтселәре съезы сиктәрендә үткән симпозиумдың темаһы сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә яҡын, ә тарихсылар һәм дәүләт белгестәре араһында ул һаман да тикшереү предметы булыуҙан туҡтамай.
       Симпозиум, билдәле булыуынса, айырым фәнни мәсьәлә
       буйынса кәңәшмә тигәнде аңлата. Әммә был терминдың тағы бер мәғәнәһе бар - ул да булһа фәлсәфәүи йәки дуҫтарса әңгәм ә. Был әңгәмәлә Рәсәй Федерацияһы Президенты советнигы Асламбек Аслахановтың ҡатнашыуы сараны тағы ла әһәмиәтлерәк итте. Уның менән бергә симпозиумға БР Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев һәм БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары - мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры
       Илдус Илешев та килде.
       Һөйләшеүҙе БР Фәндәр академияһы вице - президенты, академик Нияз Мәжитов башлап ебәрҙе.
       - Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүе башҡорт халҡының тормошонда тәрән социаль мәҙәни үҙгәрештәргә башланғыс һалды, - тине Нияз Әбделхаҡ улы. - Шу л уҡ ваҡытта Рәсәй империяһы көнсығыштағы тынғыһыҙ күршеләрҙән дә "ҡаплана". Бер нисә быуат дауамында башҡорт ғәскәре империяға ышаныслы таяныс булып хеҙмәт итә. Башҡорттарға үҙ ерҙәренә тулыһынса идара итеү хоҡуғын һәм үҙ
       диндәрен тоторға рөхсәт биреп, Рәсәй хөкүмәте, асылда, ҙур ташлама яһай. Башҡорттарҙың юғары социаль ойошмаһы батша хакимиәтенең лояллеген билдәләүсе иң мөһим факторҙарҙың береһе булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт халҡының 1557 й ылға тиклемге социаль - сәйәси тормошон һүрәтләүсе әҙәбиәт күп түгел. Әммә бөгөнгө фән ун икенсе - ун дүртенсе быуатта
       башҡорт халҡының йәмәғәтселек мөнәсәбәттәре кимәлен
       нигеҙенән үҙгәртеп ҡорорға мөмкинселек биргән бай, жанр буйынса төрлө һәм бер - береһен тулыландырыусы сығанаҡтарға эйә. Шәжәрә ошондай үҙенсәлекле документтарҙың береһе. Хатта башҡорттарҙың, әйтәйек, Нуғай Урҙаһы составына инеүен
       башҡорт халҡының милли дәүләтселегенең үҙенсәлекле йәшәү
       формаһы итеп ҡарарға кәрәктер. Башҡорттар һәм нуғайҙар араһында тел һәм дин йәһәтенән ҡаршылыҡтар булмауы, һәм күп кенә нуғайҙарҙың Уралда ҡалып башҡорт халҡы составына инеүен иҫәпкә алғанда, был фекер тағы ла ышаныслыраҡ күренә.
       Асламбек Аслаханов ғалимдарҙың энтузиазмына битараф ҡалманы:
       - Симпозиум һәм съезд эшендә ҡатнашыуыма шатмын. Бында үҙ халҡының, республиканың мунсағында гәүһәр булып балҡыған ғалимдар йыйылған. Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге лә булмауы һеҙгә мәғлүм, - тине Асламбек Әхмәт улы. - Тарих һәм факттар Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер бөгөнгө субъекттары у л саҡтағы империя составына үҙ ирке менән инеүен раҫлай. Ул осорҙа бының аҡыллы, уйлап эшләнгән ҡарар булыуы аңлашыла. Б өгөн бөтә халыҡтар, беҙ барыбыҙ ҙа үткән быуаттар эсендә уникаль дәүләт төҙөлөүен күрәбеҙ, илебеҙ президентының әйткә н һүҙҙәре лә быны дәлилләй: Рәсәй - ул яҙмыштың иң ауыр һынауҙарына ла бирешмәгән күп милләтле, поликонфессиональ дәүләт.
       - Артта ҡалған этапты мин тикшеренеүҙәр түгел, тарихта
       "ҡаҙыныу" тип атар инем. Мин үҙем милләтем буйынса чечен
       һәм беҙҙең бәғзе бер "тарихсылар" Әҙәм менән Һауаның чечендарҙан барлыҡҡа килеүе хаҡында мифик тарихтар уйлап сығарыуын хәтерләйем. Һәм ундай опустар беҙҙә генә түгел. Һе ҙ иһә кешеләргә халыҡтың дөрөҫ тарихы менән танышыу мөмкинселеге бирәһегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте РФ Президенты советнигы симпозиумда ҡатнашыусыларға. - Бының һөҙөмтәләре, беренсе сиратта, беҙҙең үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн файҙалы.
       Артабан тарих фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының (Мәскәү) Көнсығышты өйрәнеү институты профессоры Александр Ҡәҙербаев, БДУ- ның кафедра мөдире, тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтин, БДУ доценты Булат
       Аҙнабаев, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Хәлил Барлыбаев һәм башҡалар күтәрелгән тема буйынса үҙ фекерҙәрен белдереп сығыш яһаны.
       БДУ факультеты деканы, профессор Марат Ҡолшәриповҡа "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе ни өсөн симпозиумдың темаһы фән донъяһы, шулай уҡ Рәсәй дәүләтенең тарих өлкәһе буйынса
       тикшеренеүселәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, тип һорау
       бирҙе.
       - Башҡортостан Азия һәм Европа киҫелешендә урынлашҡан. Асылда беҙ материк үҙәгендә йәшәйбеҙ, хатта республика территорияһы буйлап сик тә үтә, һәм Башҡортостан донъяның ике өлөшөн тоташтырыусы булып тора. Әгәр беҙ Рәсәй - Евразия дәүләте тибеҙ икән, тимәк 16 быуатта, Башҡортостандың Рәсәйг ә инеүе "көнсығышҡа тәҙрә уйған" тип әйтергә лә тулы хоҡуғыб ыҙ бар. Петр Беренсе "Европаға тәҙрә уйған" кеүек, - тип һыҙ ыҡ өҫтөнә алды Марат Мәхмүт улы. - Ғәҙәти колониаль практиканан
       айырмалы рәүештә, бында барыһы ла тыныс шарттарҙа үтә. Ә Рәсәй өсөн артабан Көнсығышҡа йүнәлеү өсөн юл асыла. 18 быуатҡа Рәсәйҙең сиктәре Алыҫ Көнсығышҡа, артабан - Аляскаға
       тиклем киңәйә. Ә дәүләтселек нигеҙенә тәү башлап федерализм
       һалына.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал