6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

"Скважина - миллионерша"
27.09.06


       Тәүге девон нефтен асыусы 100 - сө һанлы скважина - Октябрьский ҡалаһынан ун километрға төньяҡ - көнсығышта, Нарыштау битләүендә урынлашҡан. Скважина ҡеүәте тәүлегенә 250 тонна тәшкил итә. Хәҙер ул хеҙмәт данына һәйкәл ролен үт әй. Унда "26. 09 -1944 й. девон нефтен асыусы 100 - сө скваж ина" тип яҙылған мемориаль таҡта беркетелгән. Скважина янындағы
       стелала эшсе ҡулдар аша ер аҫтынан нефть фонтаны урғыла. Икенсе стелала быраулау эштәрен мастер В. Н. Андрияшин бригадаһы башлай, А. Г. Трипольский бригадаһы тамамлай, тип
       хәбәр ителә.
       Ватаныбыҙҙың сәнәғәт үҫеше тарихында яңы ҡаҙаныштарға ынтылыш башланған этаптар бар. Башҡортостанда девон нефте
       асылыуы ошондай тарихи этап булып тора.
       ... Әле 1868 йылда уҡ урыҫ геологы һәм тау инженеры Геннад ий Романовский "девон тупрағы" ҡатламында "тау майы" эҙләргә тәҡдим итә.
       1929 йыл аҙағында геологтарҙың беренсе бөтә Союз кәңәшмәһендә тәүге бишйыллыҡҡа эш планы тикшерелә. Иван Губкин һәм Андрей Архангельскийҙың тәҡдиме буйынса, девон ҡатламдарында нефть эҙләү өсөн тәрән разведка скважиналары ҡ уйыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
       "...Ул ваҡытта быраулауы ауыр ине, - ти академик Андрей Трофимук. - Һәм, әйтәйек, техниканың тәрәнгә үтмәүе арҡаһынд а ғына түгел, ҡайһы бер иптәштәр: "Ошо уҡ скважина менән үтк ән ҡатламдан тәүлегенә яңы 10 - 12 тонна нефть алыу мөмкинсе леге булғанда, билдәһеҙ девон нефте һеҙгә нимәгә кәрәк", - тип,
       быраулауҙы туҡтата ине. Әммә беҙ нефттең тәрәнерәк һаҡланыуына ышана инек, һәм хаталанманыҡ".
       Бөтә донъяға билдәле ғалим Андрей Алексеевич Трофимук 16 йыл дауамында Башҡортостанда эшләй. "Был минең тормошомда иң
       яҡшы йылдар булды", - ти ул.
       1943 - 1945 йылдарҙа Башҡортостандың геологтары һәм нефтселәре иғтибарын Туймазы ятҡылығын үҙләштереү һәм ундағы девон ҡатламдарында нефть эҙләүгә йүнәлә. Нәҡ ошо ваҡытта Трофимук "Башнефттең" баш геологы булып эшләй. Ул "Туймазынефть" тресты геологы М. В. Мальцевтың девон ҡатламдарына махсус эҙләү скважинаһы ҡуйыу тураһындағы тәҡдимен хуплай.
       Мастер В. Н. Андрияшиндың быраулау бригадаһы 1944 йылдың февралендә 100 - сө девон скважинаһын быраулай башлай.
       Геологтарҙың, нефтселәрҙең, ғалимдарҙың фиҙакәр хеҙмәте уңышлы була. Тарихи көн - 1944 йылдың 26 сентябре етә. Кисен
       мастер А. Трипольскийҙың бригадаһы скважинанан 1740 метр тәренлектән болғансыҡ һарҡынды сығара. Мальцев шыйыҡсаны ус ына ала - танауға нефттең үткер еҫе бәрә. Бына скважинанан күптән көткән нефть тә урғыла башлай. Һәр секунд һайын уның
       ҡеүәте арта, фонтан тауышы көсәйә бара. Был тамашанан хайран ҡалған кешеләр бер - ике секундҡа өнһөҙ ҡала. Һуңынан "Ура!" тауышы яңғырай. Нефтселәрҙең шатлығы аңлашыла.
       Тәүлегенә 250 тонна биргән бер скважина ғына ла тотош "Туймазынефть" тресының табышын ике тапҡыр арттыра.
       Туймазыла девон нефтенең асылыуы академик Губкиндың Волга һәм Урал араһында нефттең ҙур запастарын йәшереүсе геологик структуралар булыуы тураһындағы күҙаллауҙарын тулыһынса раҫлай.
       Совет хөкүмәте девон нефтен асыусы разведчиктарҙың хеҙмәтен юғары баһалай. Нефтселәрҙең ҙур төркөмө СССР - ҙың орден һәм миҙалдары менән наградлана. Геологтар Дәүләт
       премияһына лайыҡ була.
       Бына шул арҡала Өфөлә һәм Туймазыла Девон урамдары барлыҡҡа килә. Шул сәбәпле 1958 йылдан башлап 100 - сө скважина хеҙмәт даны һәйкәленә әйләнә. Скважинан табылған нефть миллион тоннанан артһа ла, ул һаман да кешеләргә хеҙмә т итеүен туҡтатмай. Туймазы нефтселәре уны яратып "скважина - миллионерша" тип йөрөтә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал