6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәғәнә формалары

Фәүҡәт Ҡыҙрасов: "Партияларҙы һәм хәрәкәттәрҙе нимә берләштерә"
27.09.06


       Башҡортостан Президентының баш советнигы Фәүҡәт Ҡыҙрасов ме нән иркенләп әңгәмә ҡороу мөмкин түгел, тип әйтерлек, уның б уш ваҡыты бик һирәк була. Әммә әгәр ҙә һүҙ, өйрәнелгән формулалар менән әйткәндә, идеология һәм мәғлүмәт өлкәһе хаҡында бара икән, Фәүҡәт Хәмиҙулла улынан да яҡшыраҡ әңгәмәсене күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Бөгөн социал ь тигеҙлек, образлы әйткәндә, "хакерҙар һөжүменә" торған һайын
       йышыраҡ дусар ителә. Ксенофобия, дини сыҙамһыҙлыҡ, "компроматтар һуғышы" - Рәсәй өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Республика Башҡортостандың Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләргә йыйына һәм социаль татыулыҡ моделенең ныҡлығын тағы бер тапҡыр тикшерә.
       - Фәүҡәт Хәмиҙулла улы, республикала урындағы үҙидараның реформаһы шарттарында диндарҙарҙың рухи ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндереү, мосолман һәм православие берләшмәлерен үҫтереү өсөн мөмкинселектәрҙе нисек баһалайһығыҙ
       - Бик тә ыңғай баһалайым. Ҡасандыр емерелгән мәсет һәм сиркәүҙәр тергеҙелә. Дини белем биреү йорттары эшләй, мосолман һәм православие гәзиттәре сыға. Дәүләт власы органдары дини тергеҙеү процестарын ҡануниәт йәһәтенән дә,
       намыҫ азатлығының конституцион принцибын тәьмин итеп тә иғтибар үҙәгенән ысҡындырмай. Урындағы үҙидара реформаһы власть һәм дини берекмәләр араһындағы йылы мөнәсәбәттәргә
       үҙгәреш индермәҫ тип ышанам.
       Беҙ ислам һәм христианлыҡтың республика һәм тотош илебеҙ тарихы менән айырылғыһыҙ бәйләнештә булыуын һәр саҡ хәтерҙә тотабыҙ. Башҡорттар һәм татарҙар исламды һәр ваҡыт
       тыныс, толерантлы, башҡа традицион диндәр кеүек үк кешене рухи һәм әхлаҡи камиллаштырыуға йүнәлтелгән дин булараҡ ҡабул итте. Нәҡ ошонда, Европа һәм Азия киҫелешендә, цивилизациялар һәм мәҙәниәттәрҙең һөҙөмтәле бәйләнештәре өсөн ерлек булып танылған урында, императрица Екатерина Икенсенең указы буйынса Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты булдырыла. Һәм бына 215 йыл дауамында Өфө илебеҙҙә исламдың тарихи үҙәге булып тора. Төбәктең үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенән һуң православие позициялары л а нығына башлай. Һәм беҙ халыҡтарҙың күрше йәшәүенең бай тәжрибәһе тураһында һүҙ йөрөткәндә, уларҙың төрлө дингә ҡарауын күҙ уңында тотабыҙ. Һәм ошондай дини төрлөлөк халыҡтар өсөн һис тә айырылыу түгел, ә яҡынайыу факторы
       булып хеҙмәт итә.
       - Яһалма рәүештә барлыҡҡа килтерелгән ҡаршылыҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, бөгөн Башҡортостан өсөн милләт - ара мөнәсәбәттәргә бәйле проблемалар ни тиклем көнүҙәк булып
       тора Дөйөм Рәсәй буйынса ксенофобияның ярайһы уҡ юғары
       кимәле фонында был проблемаларҙы хәл итеү мөмкинме
       - Күп милләтле төбәктә халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ, үҙ - а ра мөнәсәбәтте нығытыу мәсьәләләренең һәр ваҡыт актуаль
       булыуын беләһегеҙ. Әгәр ҙә дәүләт этник процестарҙан ситтә ҡалһа, ул ваҡиғалар артынан барырға, даими рәүештә "емереклектәрҙе" таҙартырға йәки "эҙемтәләрҙе бөтөрөргә" мәжбүр булыр ине. Шуға күрә республика халыҡтарының телдәрен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә бик күп
       көс һәм аҡса йүнәлтелә. Был беҙҙең Рәсәйҙең уникаль күп милләтле йәмғиәтен һаҡлауға индергән өлөшөбөҙ.
       Башҡортостанда махсус дәүләт органы - Мәҙәниәт һәм мил ли сәйәсәт министрлығы булдырылды. "Милли мәсьәләлә" уйнарға , йәки, һеҙ әйтмешләй, яһалма ҡаршылыҡтар тыуҙырырға һәм файҙаланырға теләүсе деструктив сәйәсмәндәргә килгәндә, улар , ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр бер төбәктә бар. Был "эшмәкәрҙәрҙең"
       йәмғиәттә яҡлау тапмауы мөһим. Халыҡ хатта төпкөл аң кимәлендә лә уларға ышанмауын белдерә.
       - Һуңғы ваҡытта, байрамдың идеологик нигеҙҙәре тураһында һүҙ йөрөткәндә, һеҙ ижтимағи - сәйәси эш төп принциптар - дөйөм Рәсәй патриотлығы, халыҡтар дуҫлығы, федерализмға нигеҙләнергә тейеш тип билдәләнегеҙ. Был триада бөтә социаль
       төркөмдәрҙә лә татыулыҡты тәьмин итә аламы, һәм уны нисек тормошҡа ашырырға мөмкин
       - Әйтелгән принциптарға кемдер ҡаршы төшөр тип уйламайым.
       90 - сы йылдар башындағы радикаль реформалар ваҡытында
       патриотлыҡ темаһының бөтөнләй онотолоуын хатта уның авторҙары ла таный. Тыуған Ватанын данлаусы, уның донъя
       цивилизацияһына индергән ҡаҙаныштары тураһында
       һөйләүселәр кәм тигәндә лә консерватор һәм ретроградтар иҫәбенә индерелде. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, нәҡ Рәсәй төбәктәре, уның төпкөл райондары был һорауҙарҙа федераль үҙәктең күп кенә эшмәкәрҙәренә ҡарағанда аҡыллыраҡ, һиҙгерерәк булып сыҡты. Бында патриотик тәрбиә биреү
       системаһынан, шул иҫәптән йәштәрҙе Рәсәй Армияһында хеҙмәт итеүгә әҙерлектән баш тартманылар. Һәм Башҡортостандың армияға саҡырыу кимәле буйынса алдынғылығы дәүләт сәйәсәтенең дөрөҫ йүнәлеше хаҡында һөйләй.
       Халыҡтар дуҫлығы принцибына килгәндә, билдәләнеүенсә, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү - беренсе сиратта республиканың күп милләтле халҡының байрамы. Тантаналар алдынан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң төҙөлөүе бының үҙенсәлекле символылыр, тип уйлайым. Ул беҙҙең ата - бабаларыбыҙ тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәү кәрәклеге тураһында әйтеп ҡалдырған васыятына ҙур әһәмиәт бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
       Федерализм тураһында айырым әйтергә теләйем. Беҙҙең ҡарамаҡҡа, ысын федерализм - ул властың төрлө кимәлдәре араһында вәкәләттәрҙең тигеҙ бүленеше, улар араһындағы баланстың һаҡланыуы. Граждандарҙың күпселеге федерация субъекттарының вәкәләттәрен тарайтыуға бер яҡлы хәрәкәттең, финанс һәм һалымдарҙың федераль үҙәк файҙаһына бүлеүҙең төбәктәрҙең тормошонда, тимәк унда йәшәүселәрҙең көнкүрешендә кире сағылыш табыуын яҡшы аңлай.
       - Республикала "йәмәғәт татыулығына" өлгәшеү өсөн үҙаллы идеологик сәйәси партиялар һәм йәштәр хәрәкәттәре өсөн нисек
       итеп "уртаҡ нота табырға" мөмкин
       - "Уртаҡ нотаны" эҙләү сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары тарафынан дәүләт власы органдары менән берлектә а лып барылырға тейешлегенә иманым камил. Уларҙың
       программа документтарында оҡшашлыҡтар етерлек, һәм еңеп
       сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡтар юҡ. Партия лидерҙары үҙҙәре лә яҡынса бер үк ваҡытта һәм оҡшаш шарттарҙа шәхес булып
       формалашҡан. Рәсәй партияларының республикалағы бүлексәләренең идеологик фекер төрлөлөгө ниндәй генә булмаһын, уларҙың күпселеге үҙ - ара ғына түгел, дәүләт влас ы органдары менән дә уңышлы диалог алып бара. сәскә атыусы Башҡортостан, ҡеүәтле Рәсәй, граждандарҙың юғары именлек кимәле - республикалағы партия һәм хәрәкәттәрҙе ошо маҡсаттар берләштерә. Киләсәктә лә шулай булыр тип ышанғы килә.
       - Дәүләт милкендә медиа ресурстарын консолидацияларға, йәки, кәм тигәндә лә, уларҙы тулыһынса контролдә тоторға йыйынаһығыҙмы Республикала мәғлүмәт баҙарын мәжбүри рәүештә либераллаштырыу мөмкинме
       - Киң мәғлүмәт саралары буйынса Башҡортостан илдә иң алдынғы урындарҙың береһен биләй - ул иң күп уҡыусы төбәк
       булараҡ билдәле.
       Журнал һәм гәзиттәр алты телдә сыға. Беҙҙә бөтәһе 637 баҫма һәм 200 - гә яҡын электрон киң мәғлүмәт саралары теркәлгән. Бөгөн закон сиктәрендә киң мәғлүмәт саралары баҙарын бер кем
       дә "ҡаты контролләй" йәки "либераллаштыра" алмай. Дәүләт ки ң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенең хоҡуҡ менән көйләнгән өлөшөн генә күҙәтә ала.
       Йәмәғәтселек киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенә әхлаҡи -
       этик йәһәттән йоғонто яһай ала. Ҡалғаны барыһы ла журналист
       оҫталығы кимәленән тора. Ҙур ҡыуаныс менән журналистарҙың
       ҡәләме йылдан - йыл үткерләнә билдәләй алам. Республика баҫмаларының бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары фестивалендә, халыҡ - ара "Пресса" күргәҙмәһендә еңеүҙәре - уларҙың юғары
       эш сифатын таныу булып тора. "Башинформ" агентлығы Урал - Себер регионында иң алдынғы мәғлүмәт агентлыҡтарының
       береһе.
       - Һеҙҙең ҡарамаҡҡа, федераль киң мәғлүмәт сараларының информацион сәйәсәте федератив мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә булышлыҡ итәме
       - "Федераль киң мәғлүмәт саралары" тигәндә беҙ тиҫтәләгән абруйлы телевизион каналдарҙы, йөҙләгән гәзитте күҙ уңында тотабыҙ. Улар төбәк тормошон яҡтыртыуға ҡараштары буйынса
       айырыла. Йыш ҡына төбәктәр ҙур аваиаһәләкәт, янғын, һыу баҫыу кеүек ғәҙәттән тыш хәлдәр булғанда ғына федераль телеканалға эләгә тип, әйтеүҙәрен ишетергә була. Федераль ки ң мәғлүмәт сараларының үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнауын, бының менән бөгөнгө Рәсәй Федерацияһын ҡабул итеүгә ҡамасаулауын r`m{pға тура килә. Мәскәүҙә булғанда йыш ҡына баш ҡала халҡының илдең башҡа төбәктәрендәге тормошто белмәүенә
       шаһит булаһың. Был һауалылыҡ түгел, ә федераль киң мәғлүмәт саралары эшенең һөҙөмтәһе. Әгәр төбәктәрҙе, Рәсәй халыҡтарын белмәйһең икән, уларға ҡарата баштан уҡ ышанмау
       тойғоһо барлыҡҡа килә. Бындай тиҫкәре мөнәсәбәт - психологи я законы. Шуға күрә Рәсәй федерализмы идеялары, барыһына ла билдәле "Көслө төбәктәр - көслө Рәсәй" формулаһын да иҫәпкә алып, ҡеүәтле информацион ярҙамға мохтаж.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал