6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Еңеүгә өмөттө юғалтмайбыҙ
27.09.06


       Италияның Турин ҡалаһында үтәсәк донъя чемпионатының стартына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала. 30 сентябрҙән етенсе октябргә тиклем унда иң оҫта рапирасылар көс һынашасаҡ. Рәсәйҙең йыйылма командаһында Башҡортостандан бер
       генә спортсы - Дмитрий Петров ҡатнаша.
       Быға тиклем Петров Измирҙа үткән Европа чемпионатында беҙҙең республика намыҫын һаҡлаусы берҙән - бер спортсы ине.
       Шәхси ярыштарҙа Дмитрий финалдың 1/16 өлөшөнә тиклем барып етте, һәм инглиз Джеймс Биверсҡа бер мәрәйгә биреште ( 9 :10). Команда осрашыуҙарында Петров яҡшыраҡ һөҙөмтә
       күрһәтте - Рәсәй йыйылма командаһы составында "бронза"
       яуланы.
       Был юлы Дмитрий Петров шулай уҡ программаның ике төрөндә лә ҡатнашасаҡ. Рапирасылар командаһының өлкән тренеры Әнүәр Ибраһимов йыйылма командаға ирҙәр араһында милли рапира рейтингында "гроссмейстер" сиген ( 100 мәрәй) үтеүселәрҙе алды. Ундайҙар алты кеше. Беҙҙең командала ҡатнашыусыларҙы өс төркөмгә бүлергә мөмкин.
       Лидерҙар, Петербург спортсылары Юрий Молчан һәм Андрей Деев бары тик шәхси беренселектә ҡатнашасаҡ. Был миҙгелдә Молчан ике тапҡыр - Сеулда (Көньяҡ Корея) һәм Бонда (Германи я) донъя кубогы этаптарында приз яулаусы өсәү араһына ла эләкте. Деев үҙе ҡатнашҡан барлыҡ турнирҙарҙа ла тотороҡло
       рәүештә 16 иң көслө спортсы иҫәбенә инде. Андрейҙың Лейпцигта үткән донъя чемпионатының бронза призеры булыуын д а оноторға ярамай. Әммә лидерҙар команда турнирында ҡатнашмаясаҡ. Ни өсөн
       Әнүәр Ибраһимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Питерҙың ике рапирасыһы донъя кубогы этаптарында команда ярыштарында уңышһыҙ сығыш яһаған, шуға күрә ул спортсыларҙы шәхси турнирға ғына сығарыуҙы хуп күрә. Дөрөҫ, Рәсәй чемпионатында нәҡ Молчан һәм Деев Санкт - Петербургтың Башҡортостан командаһына ҡаршы көрәшенең уңышһыҙ башланған финал алышына һынылыш индерҙе һәм үҙ коллективтарына алтын миҙал а лып килде. Әммә Әнүәр Камил улы үҙенең ҡарарын үҙгәртмәй, ун ы башҡа белгестәр ҙә хуплауын белдерҙе.
       Өфөлө Дмитрий Петров һәм Сергей Тихонов шәхси ярыштарҙа л а, команда турнирында ла ҡатнашасаҡ. Тихонов Сеулда үткән донъя кубогында миҙгелдең лидеры итальян Андреа Кассаруны артта ҡалдырып, үҙенең мөмкинселектәрен күрһәтте. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡаса Сергей эске һәм халыҡ - ара турнирҙарҙа бер тапҡыр ҙа приз яулаусылар исемлегенә инмәне.
       Дмитрий Петров бик үк сағыу булмаһа ла, тотороҡло сығыш яһауы менән хәтерҙә ҡалды. Рәсәй кубогында еңеү, ил
       чемпионатында сирек финалға сығыу һәм донъя кубогы этаптарында тотороҡло рәүештә уртаса сығыштар - Дмитрийҙың ҡаҙаныштары.
       Команда турнирында Молчанды һәм Деевты Александр Стукалин һ әм Владимир Поздняков алмаштырасаҡ. Улар бөтә Рәсәйҙең иң кө слөләр турнирында берәр тапҡыр еңеүгә өлгәште ( Стукалин декабрҙә, Поздняков - июндә). Улар тәжрибәле, етди еңеү тәме н татыған спортсылар. Поздняков - Афинала үткән Олимпиадала команда беренселеге призеры, Стукалин "Санкт - Петербург рапираһында" еңгән спортсы. Дөйөм алғанда - улар йыйылма командаға еңеү яуларға булышлыҡ итергә һәләтле.
       Уларҙан башҡа ла Туринда сығыш яһай алырлыҡ байтаҡ спортсылар бар, әлбиттә. Әммә улар барыһы ла тип әйтерлек,
       был миҙгелдә сит илдә яҡшы уйын күрһәтә алманы.
       Һайлауҙың милли системаһы. Рапира. Ирҙәр. 2005 - 2006 йылдар миҙгеленең йомғаҡлау таблицаһы.
       1. Юрий Молчан ( Санкт - Петербург) - 190 мәрәй.
       2. Андрей Деев ( Санкт - Петербург) - 147.
       3. Дмитрий Петров (Башҡортостан) - 119.
       4. Сергей Тихонов ( Мәскәү өлкәһе) - 110.
       5. Александр Стукалин ( Мәскәү өлкәһе) - 109.
       6. Вячеслав Поздняков ( Мәскәү өлкәһе) - 101.
       7. Реналь Ғәниев ( Башҡортостан) - 94.
       8. Артем Седов ( Санкт - Петербург) - 82.
       9. Антон Иванов ( Башҡортостан) - 78.
       10. Рөстәм Нәсибуллин ( Башҡортостан) - 69.
       11. Руслан Нәсибуллин (Башҡортостан) - 66.
       12. Алексей Хованский ( Мәскәү өлкәһе) - 65.
       13. Игорь Гриднев ( Мәскәү) - 59.
       14. Денис Коробейников ( Мәскәү) - 39.
       15. Алексей Черемисинов ( Мәскәү) - 33, 5.
       Дмитрий Петров һәм уның шәхси тренеры Лира Грушинаға шылтыратып һөйләшеү мөмкин түгел - улар инде ике аҙна самаһы
       илдең йыйылма командаһы менән күнекмәләр үтә. Шуға күрә бөгөн, донъя чемпионаты алдынан, беҙ Башҡортостандың фехтование буйынса йыйылма командаһының өлкән тренеры Владимир Прокаев менән һөйләшергә булдыҡ.
       - Донъя чемпионатында Башҡортостандың бер вәкиле ҡатнашыуы - аҙмы әллә күпме
       - Олимпиадала уларҙың икәү, ә хәҙер берәү булыуын иҫәпкә алғанда - аҙ. Әммә Сергей Тихоновтың шулай уҡ Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе булыуын онотмайыҡ. Сергей Мәскәү өлкәһенә
       күсте, шуға күрә генә улар өсөн сығыш яһай. Тимәк, беҙҙең и ке спортсыбыҙ команда өсөн дә, шәхси ярыштарҙа ла сығыш яһаясаҡ. Мин Сеулда, Шанхайҙа һәм Питерҙа донъя кубогы этаптарында булдым. Тихонов унда команданы бер үҙе алға
       сығарҙы тип әйтергә була.
       - Беҙҙең Реналь Ғәниевҡа нимә булды
       - Баш әйләндергес күтәрелештән һуң ул бер аҙ түбән төштө.
       Барыһы ла ғинуар айында башланды. Дөрөҫ, артабан ул рейтингта тағы ла күтәрелә башланы, әммә мәрәй йыйып өлгөрмәне.
       - Афинала үткән Олимпиада призеры Руслан Нәсибуллин нисе к һуң
       - Ул ҡулын ауырттырҙы.
       - Ә Петров нисек сығыш яһаны
       - Ә Петров әлегә уртаса һөҙөмтә күрһәтә. Дмитрий 1985 йыл ғы, ул да Реналдең йәштәше, юниорлыҡтан яңы сыҡты.
       - Ул еңеүгә йәки миҙалға өмөт итә аламы
       - Минеңсә, ул артыҡ тыныс. Әммә барыһын да булдыра ала. Быйылғы дүрт спортсы юғары һөҙөмтәгә өлгәшә алырлыҡ тип уйлайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал