6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Вәсил Ханнановтың бөтмәҫ - төкәнмәҫ темалары
26.09.06


       Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнанов үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бөгөн Өфөлә
       Наил Лотфуллин исемендәге заман сәнғәте музейында бөйөк һәм моңая белмәҫ ойоштороусы һәм экспериментсының тыуған
       ҡалаһын хайран ҡалдырған ете күргәҙмәһенең һуңғыһы асыла. Экспозиция "Таныш йөҙҙәр. ВХ фотографияларҙа" тип атала, уны
       "БАШвестЪ" гәзитендә лә һүрәтләнгән "ВХ замандаштарының портреттарында" күргәҙмәһе менән ауаздаш тип әйтергә мөмкин.
       Эпатаж яратыусы Ханнанов был юлы ла ҡул ҡаушырып ултырмаған. Рәссам үҙенә "ситтән ҡараш ташлау" менән генә сикләнмәй. Ул үткәндә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән "Интим
       өлкәләре" проектын да хәтергә төшөрә. Иҫәп буйынса өсөнсө килгән был күргәҙмә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис
       академияһының "Академия" галереяһында асылды.
       Экспозицияға килгән ҡунаҡтарҙы рәссам йылы ҡаршы алды. Уның эргәһенән бер кем дә буш ҡул менән китмәне, рәссам барыһын да "Интим өлкәһе" проекты каталогы, эштәренең
       репродукцияһы һәм уларға аңлатмалар бүләк итеп ҡыуандырҙы.
       Вәсилдең һүҙҙәре буйынса, ижадта һәр ваҡыт уйын элементы
       бар, унда хыял ҡеүәһе һәм шәһүәтлек юғары. Шуға күрә, ижад - интим, ҡайһы ваҡытта оргазмға алып барып еткереүсе процесс тип һанай рәссам:
       - Был ярайһы уҡ нескә әйбер, һәм мине шунда уҡ аңламаһала р ҙа ғәжәпләнмәйәсәкмен. Сөнки мин тамашасы иғтибарына тәҡдим иткәнде картинала күреп өйрәнмәгәндәр. Беҙҙең тамашасыны шаҡ ҡатырырға, йәки натураны хәтерләткән нимә менән аптыратырға кәрәк. Бында иһә барыһы ла буталды, традициялар емерелде. Әммә нисек кенә парадокс булмаһын, барыһы ла ысынбарлыҡтағыса тәбиғи һәм ихлас эшләнгән. Бәлки мин ҡасан да булһа был темаға тағы ла әйләнеп ҡайтырмын.
       Ханнановты белгән тамашасы аптыраманы, ул өйрәнгән. Ә инд е "Интим өлкәһенә" тәүге тапҡыр килеп эләгеүселәр үҙҙәренең ғәжәпләнеүен йәшерә алманы. Улар алдында Вәсилдең үҙенең, улы Сыңғыҙҙың, башҡа кешеләрҙең кәүҙәләре ярҙамында
       булдырылған оттиск - картиналар пәйҙә булды. Төрлө төҫтәге
       һәм төрлө фактуралағы йәймәлә ҡалған һырҙар, автор идеяһы
       буйынса, билдәле мәғәнә бирергә тейеш. Улар ярҙамында рәссам кешенең эске донъяһы хаҡында фекер йөрөтөргә тәҡдим и тә, сөнки "тән торошо, уның хәрәкәттәре һәр ваҡыт күңел
       кисерештәре тураһында һөйләй".
       "Интим өлкәһен" Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында,
       ҡаланың Мәҙәниәт һарайында ла яҡшы хәтерләйҙәр, әммә автор бының менән сикләнергә йыйынмай. Әгәр ҡыҙыҡлы идея бар икән, ул бер нисә тапҡыр тормошҡа ашырылырға тейеш, ти Ханнанов. Шулай "Интим өлкәһе" лә үҙенең асылы буйынса күп мәғәнәле булараҡ, тормошҡа ашырыуҙы һәм дауам итеүҙе талап и тә.
       Ошо көндәрҙә Өфөнөң "Мираҫ" галереяһында асылған "Һуңғы һыйырҙар" күргәҙмәһендә лә рәссам ошо уҡ принцибына таяна.
       Һыйыр - файҙалы, матур һәм аҡыллы хайуан булыуҙан тыш,
       Вәсил Ханнановтың үҙ эштәрендә иң яратҡан символдарының береһе. "Мираҫҡа" килеүселәрҙең быға инаныу мөмкинселеге бар: үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәте менән бер - береһенә оҡшаш, әммә "эске асылдары" буйынса төрлө һыйырҙар күргәҙмә залының дүрт стенаһынан да тамашасыға баға.
       - Минең һуңғы һыйырҙарым төрлө башҡарыу техникаһында һәм төрлө материалдарҙа яҙылған. Был эштәрҙә ғәҙәти булмаған нимә - һәр картина уртаһынан үткән бушлыҡ. Һыйырҙың контуры эштең периметры буйлап үтә һәм картинаның уртаһын буш
       ҡалдыра. Шуға күрә һәр берегеҙгә был бушлыҡты үҙегеҙҙең уй - тойғолар, хистәрегеҙ менән тултырырға тәҡдим итәм, - ти ав тор.
       - Миңә йыш ҡына "Һыйырҙарығыҙ менән ни әйтергә теләйһегеҙ ", - тигән һорау бирәләр. Бер нимә лә әйтергә теләмәйем. Бын да йыйылған малдар - "Һыйыр - камуфляж", "Һуғышҡа ҡаршы һыйы р", "Аҡ һыйыр", "Ҡара ҡойроҡло һыйыр" - барыһы ла тормшта булған иң яҡшы һәм яҡты әйбер.
       - Мин һыйырҙарҙы яратам - улар изге хайуандар. Миндә уларҙың һүрәттәре күп - 200 тирәһе. Был тема сикһеҙ, шуға кү рә был йүнәлештә тағы ла эшләүем ихтимал. Тик әлеге ваҡытта түгел - ял итеп алырға кәрәк. Шуға күрә бөгөнгө күргәҙмәм "Һуңғы һыйырҙар" тип атала ла инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал