6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Башҡортостан иҡтисады инновация рельстарына баҫасаҡ
26.09.06


       Сеймал бойондороҡлолоғона - юҡ, инновацияларға - эйе. Хәҙ ер Башҡортостандың иҡтисады ошо девиз буйынса эшләйәсәк. Был
       ҡарарҙы законға ярашлы тип әйтергә кәрәк, сөнки Мәскәү чиновниктары билдәләүенсә, 2030 йылға Башҡортостанда углеводород сеймалы һиҙелерлек кәмейәсәк, һәм әле үк
       "Башҡортостан - 2030 нефтһеҙ" программаһы өҫтөндә эшләй башларға кәрәк.
       Ғәҙеллек өсөн республика властарының да был проблема менән таныш булыуын һәм уны хәл итеү өҫтөндә әүҙем эшләүен әйтергә кәрәк. Башҡортостан Президентының халыҡҡа һәм БР
       Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә республикала етештереү күләмен арттырыу менән бер рәттән иҡтисади үҫеш һәм сифаттың да мөһимлегенә бәйле һығылмалы һә м тулы ҡиммәтле төбәк инновация системаһын булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтелә. Ә был, беренсе сиратта, юғары технологиялы продукцияны арттырыу, һәр ерҙә прогрессив технологиялар индереү, инновация менеджменты кимәлен күтәреүгә бәйле.
       БР 2007 йылға һәм 2009 йылға тиклем Социаль - иҡтисади үҫешен күҙаллау проектында былар барыһы ла иҫәпкә алынған. Һәм күҙаллауҙың төп пунктында модернизациялауҙы, республика иҡтисадының конкурентлыҡ һәләтен һәм һөҙөмтәлелеген арттырыу билдәләнә.
       Шулай итеп, алдағы өс йылда беҙ нисек йәшәйәсәкбеҙ БР Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығы күҙаллауҙары буйынса (
       күҙаллау - был ведомствоның башҡа министрлыҡтарҙың теләктәрен дә иҫәпкә алып төҙөгән продукты), киләһе йылда тулайым төбәк продукты, 2005 йыл менән сағыштырғанда, 32,3
       процентҡа, 724319,8 миллион һумға тиклем артасаҡ. Хәйер, б ыл ыңғай күҙаллауҙар буйынса. Пессимистик күҙаллауҙар буйынс а
       тулайым төбәк продукты 2009 йылға 26,6 процентҡа артасаҡ. 2005 йылда уның 410629,1 миллион һум тәшкил итеүен хәтергә төшөрәйек.
       Оптимистик күҙаллау буйынса сәнәғәт производствоһы үҫеше 21,4 процент (16,3), ауыл хужалығы продукцияһы - 13,9 ( 7,4) , төп капиталға инвестициялар - 35,6 ( 28,2), төҙөлөш буйынс а эш күләме - 63,5 процент (46,2), даналап һатыу әйләнеше - 77,4 процент ( 70,4), халыҡты түләүле хеҙмәтләндереү күләме - 39, 3 (35,3), халыҡтың реаль килеменең үҫеше - 66,7 процент ( 58,2 )
       кимәлендә булыуы көтөлә.
       2007 йылда тулайым төбәк продуктын күҙаллауҙың пессимистик
       варианты буйынса, 2005 йыл менән сағыштырғанда, 13,8 процентҡа, оптимистик вариант буйынса - 15,7 процентҡа
       артасаҡ. Барлыҡ өлкәләрҙә лә етештереү темптарының күтәрелеүе көтөлә.
       Өҫтә әйтелеүенсә, алдағы өс йылда беҙгә яғыулыҡ - энергет ика компонентының роле көсһөҙләнеүен һәм үҫештең инновация өлөшөнөң артыуын көтөргә тура килә. Һәм үҫеш темптарын арттырыуға ҡарағанда, сифатҡа баҫым яһаласағын билдәләргә кәрәк. Һуңғылары өсөн эшкәртеү производствоһының үҫешеүе, экспортта машина төҙөү продукцияһының өлөшө артыуы, шулай уҡ республика иҡтисадына һалым йөкләнешенең кәмеүе нигеҙ
       булып торасаҡ. Әйткәндәй, 2009 йылға тиклем республика сәнәғәте тулайым төбәк продуктын формалаштырыуҙа алдынғы ролен һаҡлаясаҡ, әммә уның үҫеш темптары тулайым төбәк
       продуктының артыуы фонында кәмейәсәк.
       Күҙаллауҙа социаль мәсьәләләр ҙә онотолмаған. Мәҫәлән, киләһе йылда республиканың 30 маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 300 миллион һум, капиталь төҙөлөшкә - 5,895 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлте ү планлаштырыла.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал