6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Шаляпиндың тормошонда булған мәрәкә хәл хаҡында
26.09.06


       Шаляпиндың дуҫы Иван Петрович Пеняев уның сәхнәлә йырсы т үгел, ә телмәр оҫтаһы сифатында сығыш яһауы тураһында бәйән итә. Был хәл 1890 йылдың 26 сентябрендә була. Шаляпин үҙе был хаҡта онотҡандыр, күрәһең. Әммә китабында ул дуҫын телгә
       алып үтә: "Миңә Кавказ кешеһе Пеняев бик яҡшы мөнәсәбәттә булды. Ул ниндәйҙер бик көнсөл һәм мыжыҡ бер ханым менән йәшәй ине, үҙе изге күңелле кеше булһа ла тиҙ ҡыҙып бара. Кө н һайын тип әйтерлек улар араһында драма була. Аҙна һайын ти п әйтерлек улар төрлө фатирҙарға күсә, әммә һуңынан тағы бергә
       йәшәй башлайҙар. Һәм мин һәр ваҡыт уларға айырылырға һәм ҡушылырға ярҙам итергә, фатирҙан фатирға сумаҙандар ташырға тейеш.
       Урамда ҡыш, әммә мин пинжәк өҫтөнән шәл һалып йөрөйөм. Пальто алырлыҡ мөмкинселегем юҡ. Минең хатта эске кейемем
       дә юҡ, сөнки аҡса тотош тип әйтерлек дуҫтарҙы һыйлауға китә . Итектәр ҙә таралып төштө: береһенең табаны айырылды, икенсеһенең өҫтө йыртылды.
       Нисектер бер көнө Пеняев һөйгәне менән ярашыу шатлығынан
       миңә пальто бүләк итте. Ул миңә бер аҙ ҡыҫҡараҡ, әммә яҡшы эленә: уның хужаһы минән йыуаныраҡ булған. Әммә тиҙҙән урамда уҫмаҡлашыуҙа ҡатнашырға тура килгәндә, пальтомдың еңенән мамығы менән бергә эслеген йыртып сығарҙылар. Мин симметрия өсөн икенсе еңдең эслеген дә алдым һәм пальтоны плащ кеүек, өҫкө бер төймәһенә генә элеп йөрөй башланым. Был
       мине алыҫтан баҡса ҡарасҡыһына оҡшата ине".
       Труппала эштәр яйға һалына, уңыш артынан уңыш килә. Шаляпин үҙенең иптәштәренә ғорур ғына ҡараш ташлай башлай. С әхнәлә артист сифатында йышыраҡ сығыш яһарға ынтыла.
       Актер Иван Пеняев һөйләй: "Бер мәрәкә хәл тураһында өндәшмәйенсә ҡаллырға ярамай - ул да булһа Шаляпиндың тасуири уҡыусы сифатында сығыш яһауы. Эш былай була: Өфөгә т руппаһы ғаилә ағзаларынан торған күсеп йөрөүсе фокуссы килде. Беҙҙең антрепренер менән театрҙы бер кискә биләргә һөйләшкәндән һуң, фокус күрһәтеүсе үҙенең программаһын бик үк ҡыҙыҡ тип тапмауы сәбәплелер, күрәһең, беҙҙең репетицияға
       килде һәм хорсыларға уның кисәһендә ҡатнашырға тәҡдим яһаны , бының өсөн ярайһы уҡ түләү ҙә вәғәҙә итте. Барыһы ла баш тартты, тик Шаляпин ғына халыҡ араһынан алға сыҡты. Һөйләшеп
       килешкәс, Шаляпин бик борсоулы ҡиәфәт менән минең эргәгә йүгереп килде һәм уҡырға йәки һөйләргә мөмкин булған берәй нимә биреүемде һораны. Мин уға бер шиғыр бирҙем, аныҡ ҡына хәтерләмәйем, Некрасовтың "Застенчивость" шиғыры ине булһа к әрәк. Һәм бик ҡыҙыҡһынып, Шаляпинды уның беренсе "концертында" уҡ барып тыңларға булдым. Театрҙа тамашасылар аҙ ине. Фокус күрһәтеүселәрҙең бер нисә номерынан һуң сәхнәгә Шаляпин сыҡты: минең костюмды кейгән, ул уға бәләкәй  һәм ҡыҫҡа, һәм Шаляпиндың фигураһын бик көлкөлө итеп
       күрһәтә.
       Ниһайәт, Федор Иванович шиғыр уҡый башланы, әммә уның уртаһында ҡапыл туҡтаны һәм, тамашасылар яғына ҡулын һелтәп" Оноттом" тине лә яй һәм ауыр аҙымдар менән шаршау артына
       йүнәлде. Уның сәхнәнән сығып китеүе алҡыштарға күмелде, һәм
       Федор Ивановичҡа тағы сығырға тура килде. Был юлы ул "бис" тауыштарынан һуң Бурлаковтың билдәле "Ветланская чума" хикәйәһен һөйләргә булды, әммә тағы ла ярты юлда туҡтап ҡалд ы. Икенсе тапҡыр ҡул һелтәп инеп китеүен дә тамашасылар алҡыштар һәм "бис" тауыштары менән ҡаршы алды. "Генерал әтәсенең капитан тауығы артынан йөрөүе" тураһында хикәйәһен Шаляпин көс - хәл менән аҙағына еткерҙе. Һөйләшелгән аҡсаны - 30 тинен алғас, Шаляпин концертҡа килгән хорсыларҙы үҙенең тәүге "гастроль гонорарына" һыйланырға саҡырҙы".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал