6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Владимир Жириновский: "Партиялар мәжбүрилек, алдау һәм ҡурҡы у арҡаһында юҡҡа сыға"
26.09.06


       Жириновскийҙың арығанлығы йөҙөнә сыҡҡан ине. РФ Дәүләт
       Думаһының вице - спикеры ял көндәрен ЛДПР лидеры сифатында төбәк - ара турнела үткәрә. Бының менән ул октябрь
       - ноябрь айҙарында урындағы парламентҡа һайлауҙар үтәсәк тө бәк бүлексәләренә ярҙам күрһәтә. Һәм һуңғы алты - ете йылда бихисап һайлаусыларын юғалтҡан либераль демократтар эшләнмәй ҡалғанды эшләп бөтөрөргә йыйына, әммә был күберәк 2 007 йылғы һайлауҙарға ҡағылалыр, моғайын. Жириновский техник туҡталыш уның самолетын Өфөлә төшөрөүенә ҡыуаныуын бе лдерҙе. Арыуына ҡарамаҫтан, Владимир Вольфович биш минуттан "тоҡанды" һәм ҡулдарын һелтәп хәбәр һөйләргә тотондо.
       - Нигеҙҙә беҙ һайлауҙар үтәсәк төбәктәр буйлап йөрөйбөҙ. Екатеринбургта, Ҡыҙылда булдыҡ, артабан - Чебоксар, Липецк,
       Әстерхан көтә... Сәфәрҙең маҡсаты аңлашылалыр - партияның абруйын күтәреү, һайлаусыға йоғонтоно көсәйтеү.
       Бер кем дә кешеләрҙе беҙҙең партияға ҡыуып индермәй, уның
       кәрәклеген үҙебеҙгә раҫларға тура килә. Ҡайһы бер төбәктәрҙ ә
       йәштәр ҡайҙа "Берҙәм Рәсәй", ҡайҙа беҙ булыуын айырмай. Айырма түбәндә - беҙ ысынлап та граждандарҙың теләге буйынса
       төҙөлгәнбеҙ.
       Бөгөн юғары вазифа биләүсе һәм һәм беҙҙең сафта булыусы кешегә баҫым яһауҙары һирәк күренеш түгел. Ҡайһы бер ваҡыт беҙҙең ағзаларға вазифаһын һаҡлау өсөн ЛДПР - ҙан китергә тура килә.
       - Ә һеҙ идеологик платформаны йыш модернизациялауға нисек
       ҡарайһығыҙ Әйтәйек, Тормош партияһы йәки Пенсионерҙар партияһы кеүек кем менәндер берләшергә йыйынмайһығыҙмы
       - Беҙҙең аныҡ билдәләнгән идеологиябыҙ бар. Уңға - һулға тайпылыу юҡ. Бер кем менән дә бер ҡасан да берләшкәнебеҙ юҡ һәм берләшмәйәсәкбеҙ. Көсһөҙҙәр, һәләтһеҙҙәр, көнкүреш теленән тәржемә иткәндә, инвалидтар ғына берләшә. Пенсионерҙар партияһы, "Родина" һәм уларға оҡшаш партияларҙы бергә туплағанда, бәлки бер ярайһы уҡ сәләмәт организм барлыҡҡа килер. Күп кенә партиялар - "алдау юлы
       менән һайлаусыларҙың тауышын баҫып алыусы" мут кешеләр төркөмөнән тора! Бына мин Уралда булдым - унда ҡайһы бер партия исемлектәренең башында ҡасандыр хөкөм ителгән,
       үткәне төрлө енәйәттәр менән бәйле кешеләрҙең исемдәре тора.
       Эйе, ундай "уголовниктар" ҡайһы ваҡыт беҙҙә лә осрай, әмм ә беҙ бит улар тураһында белмәнек, һуңынан уларҙан ҡотолоу сараһын күрҙек. Шуға күрә ЛДПР төрлө ҡушылыу һәм союздарға ҡ аршы.
       Владимир Вольфович үҙенең ғәҙәте буйынса бөгөнгө партияларҙан әсе көлмәй булдыра алманы. Уның фекеренсә, идеология буйынса билдәләүҙән дә яҡшыһы юҡ: консерваторҙар, социал - демократтар, коммунистар, либералдар... Йәнәһе, асылда кемдең кем икәнлеген шунда уҡ аңларға була. Пассажын киҫкен тамамланы: "Улар барыһы ла 99 процентҡа һатлыҡ йәндәр
       - сығыштары менән КПСС - тан".
       - Владимир Вольфович, һеҙ һәм һеҙҙең партияғыҙ идеологик программала утрапатриотик йәки милли мотивтар файҙаланырға й ыйынмаймы
       - Беҙ - дәүләт берлеге өсөн, Рәсәй территорияһында ниндәй ҙер суверенлы өлкәләр булыуы тураһында бер ниндәй ҙә вариант юҡ.
       Партия өсөн иң мөһиме - Рәсәйҙең күп милләтле дәүләт булы уы. Милләт - ара ризаһыҙлыҡ булдырырға маташыусыларға юл ҡуйырға ярамай.
       Милли һәм дини темалар - бик хәүефлеләргә ҡарай. Идеаль вариант сәйәси партияларҙың был яланда уйнауҙан тулыһынса
       баш тартыуына ҡайтып ҡала. Хәҙер беҙҙә хәл - торош ярайһы.
       Әммә экстремистар һәм милли - сепаратистар булған юлдан
       китһәк, бөтә ил буйынса Кондопогаға эйә буласаҡбыҙ. Әйҙә һә р кеше үҙ милләте менән ғорурланһын, ә үҙенең кемдәндер өҫтөнлөгөн иҫбатларға тырышыуҙың нимәгә килтереүе барыһына л а мәғлүм!
       Ике яҡлы миҙал бар - кеше һәм уның хоҡуҡтары. Кем генә булмаһын, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, ҡайҙа ғына эшләмәһен... Идеалда Рәсәйҙә сит ил кешеләре лә ил граждандары кеүек үк
       хоҡуҡтар менән файҙаланырға тейеш.
       - Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында был сессияла иң мөһиме нимә
       буласаҡ
       - Беҙҙә көн һайын ҡаты бәхәстәр тыуҙырған закондар ҡарала . Бына йома көнө бер юлы өсәү ҡаралды - унда боевиктарҙы амнистиялау ҙа, бюджет та, автономиялы учреждениелар тураһындағы закон да бар. Иң мөһиме, әлбиттә, дәүләт бюджеты , уны беҙ 22 ноябрҙә ҡабул итергә тейешбеҙ. Аҡсаны нисек дөр өҫ итеп йүнәлтәбеҙ, шулай уҡ йәшәргә тейешбеҙ кеүек тойола! Бында тағы ла фальшивка: беҙ (депутаттар) бер нимәгә лә йоғонто яһай алмайбыҙ! Министрҙар һандарҙы нисек ҡуя, шулай буласаҡ. Ҡайһы ваҡыт улар "Берҙәм Рәсәй" файҙаһына бер - ике
       тиҫтә миллионды ҡайҙа бүлергә мөмкин булыуын күрһәтә. Һәм һуңынан "берҙәм рәсәйлеләр" хөкүмәттән аҡса ала алыуҙары менән маҡтана. Миңә ҡалһа, ошондай ялған ҡаҙаныштарҙы пропагандалау, граждандарыбыҙҙы һаман да ярым алйоттарға иҫәпләү - бик күңеһеҙ хәл...
       Хушлашҡанда Владимир Жириновский Башҡортостанды тотороҡлолоғо һәм үҫеше өсөн маҡтаны. Уның һүҙҙәре буйынса, төбәктә тотороҡлоҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡты тәьмин итеү мөһим. Жириновский илгә ике генә милли проект кәрәк тип һанай - ауыл хужалығы һәм торлаҡ буйынса берләштерелгән һәм юл төҙөлөшө буйынса милли проекттар. Сәләмәт тормош алып барыу тураһында һөйләшкәндә, Владимир Вольфович Өфөлә етештерелгән минераль һыуҙы оҡшатыуын белдерҙе һәм тик уны ғ »­ эсергә һәм үҙенең исемен йөрөтөүсе тәмәке тартырға
       кәңәш итте. Бына шунан аңла инде һин уны!
       Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал