6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Наркотикһыҙ ҡалала таҙа тормош өсөн
26.09.06


       Был аҙнала Өфө ҡалаһы эшмәкәрлектәре наркотиктарға ҡаршы тороуға йүнәлтелгән йәмәғәт ойошмаларының төбәк - ара конгресын ҡабул итәсәк. 29 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында наркотиктарға ҡаршы көрәш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу һәм был йүнәлештә уртаҡ эш планы төҙөү
       маҡсатында Рәсәйҙең егерменән ашыу ҡалаһынан килгән
       белгестәр, шулай уҡ АҠШ һәм Германия вәкилдәре йыйыласаҡ. Тикшереләсәк һорауҙар араһында наркотикка буйһоноусыларҙы ре абилитациялау һәм социаль адаптация проблемаһы ла бар. Был сара алдынан "БАШвестЪ" үҙенең уҡыусыларына алама ғәҙәттәренән ҡотолорға теләүселәр мөрәжәғәт итә алған ике үҙ әк тураһында һөйләргә теләй. Беренсеһе - "Таҙа тормош" - наркотикка буйһоноусыларҙы реабилитациялау буйынса хәйриә фонды, икенсеһе - республиканың "Наркотиктарһыҙ ҡала" йәмәғәт ойошмаһы тарафынан асылған реабилитация үҙәге. Беҙҙең был үҙәктәр тураһында һөйләргә теләүебеҙҙең төп сәбәбе уларҙың икеһенең дә бушлай хеҙмәтләндереүенә бәйле.
       Ике үҙәктә лә насар ғәҙәттәрен үҙ теләге менән ташларға тигән ҡарарға килеүселәр менән эш итеүҙе хуп күрәләр. "Кеше
       үҙе ошондай ҡарарға килмәйенсә, уны төҙәтергә маташыуҙың файҙаһы юҡ", - ти наркоманияға ҡаршы көрәшеүселәр. Хәбәрсе "Таҙа тормош" фондына килгәндә, унда бер генә кеше реабилитация үтә ине. Йыл буйына бөтәһе егермегә яҡын кеше
       ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Фонд хеҙмәткәрҙәре халыҡтың аҙ
       булыуын ниндәйҙер дәрәжәлә фондты ойоштороусыларҙың береһе менән булған хәлгә бәйләп аңлата: февраль айында ул наркотиктар һатыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына. Ул ғына ла түгел ,
       сәләмәт тормошто пропагандалап та, үҙенең "энәлә ултырыуы" асыҡлана.
       - Беҙ хәҙер инде элекке коллегабыҙҙың был эшмәкәрлеге тураһында бер нимә лә белмәнек, - ти "Таҙа тормош" идараһы рәйесе Рөстәм Ильясов. - Һәм мин бер кеше буйынса барыһы тураһында ла фекер йөрөтөү дөрөҫ түгелдер, тип һанайым.
       Реабилитация курсы 35 көн дауам итә. Унда теләгән ваҡытта яҙылырға мөмкин. Яңы кеше төркөмгә инә һәм уның өсөн ваҡыт
       яңынан иҫәпләнә башлай.
       "Наркотиктарһыҙ ҡала" йәмәғәт ойошмаһының реабилитация
       үҙәге шулай уҡ кешенең күплеге менән маҡтана алмай. Ул ошо көндәрҙә - 15 сентябрҙә генә асылған. Аҙна дауамында дауалау курсы үтергә теләүсе алты кеше йыйылған. Бөтәһе 25 - 30 кешенән торған төркөм төҙөү планлаштырыла.
       Дауаланыуға тәүге аҙым - һәм был мотлаҡ шарт - ике үҙәктә реабилитация үтеүселәр ҙә "һынылыш" (ломка) аша үтергә тейеш ® Наркотиктарҙан баш тартыу арҡаһында барлыҡҡа килгән физик һыҙланыуҙар бер - ике аҙна дауам итә: кемдер был ваҡытта дауаханала ятып медицина препараттары ярҙамы ала, башҡалары өйҙә "ҡоролай" үткәреүҙе хуп күрә. Беҙ һүҙ алып барған ике үҙәктең береһендә лә медикаменттар ярҙамы ҡаралмаған.
       "Таҙа тормошта" реабилитация курсы 12 аҙымлыҡ программаға
       нигеҙләнә, уны үҙ ваҡытында ике американ алкоголигы төҙөгән , һуңынан система наркомандар өсөн яраҡлаштырыла. Бында иң мөһиме психологик йоғонто: лекциялар, тренингтар, тематик
       фильмдар, хәйриә фондының штатындағы квалификациялы психологтар менән шәхси әңгәмәләр үткәреү. Адаптацияла иң мөһиме - бәхетһеҙлек буйынса иптәштәр менән аралашыу. Һуңғылары араһында реабилитанттар ғына түгел, фонд консультанттары ла бар: улар барыһы ла ҡасандыр наркотиктар ҡабул иткән. Шулай итеп, бында наркотикка буйһоноуға ҡаршы көрәшергә алама ғәҙәтен еңеүселәр өлгөһөндә өйрәтәләр.
       - Наркомания - хроник ауырыу: аҙаҡҡа тиклем дауалау мөмки н түгел. Уны ҡулланыу теләге булған, бар һәм буласаҡ, - тип һө йләй консультанттар. - Беҙ ошо теләкте еңергә өйрәтәбеҙ: уны баҫырға түгел, башҡа берәй нимәлә сағылдырырға кәрәк. Иң мөһиме, уға ҡаршы көрәшкәндә бер үҙең булмау, башҡа кешенән ярҙам һорарға оялмаҫҡа кәрәк. Шуға күрә реабилитанттар беҙгә
       тәүлектең ниндәй ваҡытында ла шылтырата ала.
       "Наркотиктарһыҙ ҡалала" шулай уҡ элекке наркомандар иҫәбенән волонтерҙар туплау планлаштырыла - тик улар ошо үҙәктә реабилитация үтеүселәр булырға тейеш. Бындағы төп алымдар - хеҙмәт терапияһы һәм спорт.
       - Үҙәктең үҙ производствоһы буласаҡ, бының өсөн беҙ ағас эшкәртеү станоктары, крандар һатып алдыҡ та инде, - тип һөйл әй йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Флүр Әсәҙуллин.
       Яҡын киләсәктә бында бөтә кәрәкле инвентаре булған спорт залы булдырыу, быға өҫтәп психологтар һәм психотерапевтар менән аралашыу ойоштороу планлаштырыла - дөйөм алғанда, реабилитанттарҙың буш ваҡыты бик аҙ буласаҡ.
       - Беҙ уларҙы эш һәм яңы аралашыу даирәһе менән тәьмин итәсәкбеҙ, - ти йәмәғәт ойошмаһы етәкселәре.
       Үҙәк үҙе Шишмәлә урынлашҡан: бында ойошманың бинаһы һәм ө с гектар участкаһы бар.
       "Таҙа тормош" ҡарамағында - баш ҡала үҙәгендәге ҙур булмаған офис. Пациенттар бында иртәнге сәғәт туғыҙҙа килә
       һәм киске туғыҙҙа ҡайтып китә.
       Шишмәлә реабилитанттар бер йыл йәшәй: "Наркотиктарһыҙ ҡала" йәмәғәт ойошмаһы белгестәре фекере буйынса,
       психологик бойондороҡлоҡтан ҡотолоу өсөн нәҡ шул тиклем
       ваҡыт кәрәк.
       Наркомандан тыш, үҙәктәрҙең икәүһендә лә уның яҡындары - ата - әсәләре, ирҙәре - ҡатындары, туғандары менән эш алып барыла.
       - Ребилитанттарҙың ата - әсәләре менән психологик эш мотл аҡ кәрәк, бер йылдан һуң улар тағы ла өйҙәренә әйләнеп ҡайта
       бит, - тип һөйләй Шишмә үҙәге директоры Ришат Ғарипов. - Ул ар был кешенең үҙгәреүен, һәм уның менән үҙҙәрен икенсерәк т оторға
       кәрәклеген белергә тейеш.
       "Таҙа тормош" фондында барлыҡ теләүселәр өсөн һәр шәмбе
       лекциялар ойошторола. Унда килеүселәр менән психологтар ҙа,
       консультанттар ҙа әңгәмәләшә.
       ... Аяныс, әммә факт: элекке наркомандар булмай, тигән фекерҙе аҙҙар ғына кире ҡағыуға ирешә. Йөҙ процент дауаланыу
       вәғәҙә итеүсе клиникаға бихисап аҡса түләп тә, унан сыҡҡан кешенең тағы ла элекке ғәҙәтенә ҡайтыуы хаҡында тарихтар быны раҫлай. Беҙҙең осраҡта иһә реабилитант кәм тигәндә лә матди планда юғалтыуҙар кисермәй. Ә һөҙөмтә... "Таҙа тормошт а" барлыҡ шарттар ҙа тулыһынса үтәлгән осраҡта - йөҙ процент
       һөҙөмтәгә ирешеү мөмкин, тип белдерҙеләр. Практика күрһәтеүенсә, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе лә һаҡлау 90 процентта
       башҡарылыуы мөмкин. "Наркотиктарһыҙ ҡалала", ошондай уҡ үҙәктәрҙең эше буйынса фекер йөрөткәндә, реабилитанттарҙың 8 0 процентының наркоманиянан ҡотолоуын билдәләйҙәр.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал