6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Шостаковичтың Бәләбәйҙәге дуҫы
25.09.06


       1906 йылдың 25 сентябрендә, йөҙ йыл элек, егерменсе быуатты ң бөйөк композиторы, СССР - ҙың халыҡ артисы Дмитрий Дмитриевич Шостакович донъяға килә ( 1975 йылда, 9 августа вафат була).
       Композитор Башҡортостанда бер нисә тапҡыр булып китә. Тәүге тапҡыр башҡорт еренә ул 1941 йылдың декабрендә аяҡ баҫа. Бында уның концерттары үтә: 17 - 18 декабрҙә Өфөлә ике
       концерт һәм 20 декабрҙә Бәләбәйҙә бер концерт менән сығыш
       яһай. 1942 йылдың 12 декабрендә Шостаковичты Бәләбәйгә үҙенең Етенсе симфонияһының беренсе өлөшөн башҡарыуҙы тыңларға саҡыралар. Ә инде өсөнсө тапҡыр Дмитрий Дмитриевич Өфөгә 1964 йылдың сентябрендә, РСФСР Композиторҙар союзы пле нумында ҡатнашыу өсөн килә.
       Бөгөн һүҙ Башҡортостандың музыкаль тормошондағы күренекле хәл - Бәләбәй тынлы оркестрының хәрби дирижеры Иван Васильевич Петров ( 1906 - 1975) етәкселегендә Шостаковичтың
       Етенсе симфонияһының беренсе өлөшөн башҡарыуы тураһында.
       Нәҡ 1942 йылдың ноябрь - декабрь айҙарында Симфонияның (беренсе өлөшө) тәүге тапҡыр тынлы оркестр башҡарыуында
       яңғырауын, ә композиторҙың уны тик симфоник оркестр өсөн
       яҙыуын хәтергә төшөрәйек.
       Был ҙур ваҡиғаны артыҡ билдәле булмаған, әммә бик талантл ы дирижер, музыкант Иван Петров ойоштора. Ул 1941 йылдың
       октябрендә Мәскәүҙән Бәләбәйгә күсерелгән В. И. Ленин исемендәге Хәрби - сәйәси академияның тынлы оркестрына етәкселек итә.
       Яңы урында оркестр бөтә хәрби һәм тантана церемониалдарын
       тәьмин итә, госпиталдәрҙә яралылар алдында сығыш яһай, академия һәм урындағы эшсе предприятиелар өсөн концерттар ҡуя. Ҙур булмаған Бәләбәй ҡалаһы оркестры 1942 йылда Көньяҡ - Урал хәрби округының хәрби оркестрҙары смотрында беренсе урын яулай.
       Дирижер Петров оркестранттарын классик һәм заман көйҙәренең иң яҡшы өлгөләрендә тәрбиәләй. Шул ваҡытта ҡамауҙа ҡалған Ленинградта композитор Шостаковичтың өшөгән ҡ улдарын тыны менән өрөп йылыта - йылыта Етенсе симфонияны яҙ ыуы асыҡлана, "Барыһын да еңеүсе ҡыйыулыҡ симфонияһы" тип атай уны "Правда". Тәүге тапҡыр симфония 1942 йылдың 12 мартында Куйбышевта яңғырай. Яңы әҫәр тураһында бар донъяға мәғлүм була. Шостаковичтың Етенсе симфонияһы тураһында ишеткән Петров Мәскәүгә юл тота һәм ҙур ҡыйынлыҡтар менән генә симфония партитураһының корректура данаһын табыуға ирешә.
       Бәләбәйгә ҡайтҡас, ул бер нисә төн буйына Етенсе
       симфонияның беренсе өлөшөн тынлы оркестр өсөн
       аранжировкалай. Был бик ҡыйыу, хатта хәүефле аҙым була.
       Репетициялар башлана. Ә премьераға Бәләбәйгә Шостаковичты ла саҡырырға булалар. Композитор ваҡытлыса эшләгән һәм йәшәгән Куйбышев ҡалаһынан түбәндәге йөкмәткеле хат килә:
       "1942 йыл, 17 ноябрь, Куйбышев ҡалаһы
       Хөрмәтле Иван Васильевич!
       Саҡырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Мин 23 ноябрҙән һуң килә алырмын тип уйлайым...
       Декабрь урталары тура килһә яҡшы булыр ине, сөнки айҙың тәүге көндәрендә мин Себергә һәм Уралға йыйынам.
       Сәләм менән Д. Шостакович".
       Петров менән Шостаковичтың хат аша аралашыуын хәбәрсе Зинаида Андреева 1980 йылда "Дружба народов" журналында
       баҫтырып сығара.
       Шостаковичтың сәфәре тотҡарлана. Етенсе симфония яңғыраған тәүге концерттар 1942 йылдың ноябрендә була. "Красная
       Башкирия" гәзите 29 ноябрҙә Совнаркомдың Ҙур залында 50 кешенән торған тынлы оркестрҙың концерты тураһында хәбәр итә. Өфөлә үткән концерттарҙан һуң Бәләбәйгә Шостакович та килә.
       "Ниһайәт, күптән көткән көн етте, - тип хәтерләй Петров. - Бәләбәйҙән Аксаков тимер юл станцияһына тиклем утыҙ саҡрым
       тирәһе юлды аттарҙа үтергә кәрәк. Көндәр һыуыҡ тора. Дмитри й Дмитриевич Шостаковичты һәм ҡатыны Нина Васильевнаны ҡаршы алғас, уларҙы санаға ултырттыҡ һәм өҫтәренә толоптар яптыҡ. Көслө юртаҡ ат уларҙы алға алып китте. Беҙҙең ат көсһөҙөрәк ине. Бер аҙ артта ҡалып барһаҡ та алдағы сананың
       ҡырынайып ҡолауын күрҙек. Ыжғыр башҡорт ҡыштарында юл ситтәрен ҡалын көрт ҡаплай. Беҙ яҡынайғанда Дмитрий Дмитриевич менән Нина Васильевна аяҡҡа баҫҡан ине инде, өҫтәрен ҡаға - ҡаға улар йығылыу уңышлы булды, ҡар йомшаҡ,
       тип көлөштө".
       Етенсе симфонияны уның авторы алдында башҡарыу Бәләбәйҙә 1 942 йылдың 12 декабрендә була. Академия начальнигы генерал -
       майор Александр Щербаков хәтерләүенсә, залда меңләгән кеше йыйыла. Тыңлаусыларҙың тулҡынланыуын һүҙ менән генә
       аңлатыуы ҡыйын, ти ул. Шостаковичты бер нисә тапҡыр сәхнәгә
       саҡырып сығаралар. Ул оркестр менән бергә фотоға төшә һәм фотографияға "Етенсе симфонияны бик яҡшы башҡарған өсөн
       рәхмәт", тип яҙып бирә.
       Концерттан һуң академия началнигының бүлмәһендә ҡунаҡтарға
       баллап сәй эсерәләр. Һуңынан Дмитрий Дмитриевич сығыш яһай. Ул Бәләбәйгә бик ауыр миссия менән килеүен, сөнки "дирижерҙы тынлы оркестр өсөн тәғәйенләнмәгән әҫәрҙе боҙоуы өсөн әрләргә йыйыныуын" белдерә. "Концерттан мин хайран ҡалдым, - ти композитор. - Сөнки тынлы оркестрҙың Етенсе симфонияны был тиклем оҫталыҡ менән, барлыҡ нескәлектәрен
       сағылдырып башҡара алыуына ышанмай инем".
       Һуңынан Дмитрий Дмитриевич һәм Нина Васильевна Петровтарҙың бәләкәй генә, пианино саҡ һыйған бүлмәһенә инә һәм данлыҡлы композитор унда үҙенең әҫәрҙәрен башҡара.
       Ҡайтыу юлына ҡунаҡтарҙы оркестрҙың тотош составы саңғыларҙа Аксаков станцияһына тиклем оҙата бара.
       Петров менән Шостаковичтың Бәләбәйҙә яралған дуҫтарса мөнәсәбәте ғүмер буйына дауам итә.
       1943 йылдың авгусында академия Мәскәүгә әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң генерал - майор, РСФСР - ҙың атҡаҙанған сәнғәт
       эшмәкәре Иван Васильевич Петров Совет Армияһының баш дирижеры була.
       Бәләбәйҙә концерт үткән бинала 1997 йылдың 12 декабрендә иҫтәлекле мемориаль таҡтаташ асыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал