6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Кәкүк" алтын, әммә Сыңғыҙхан саҡыра!
25.09.06


       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Рәис Исмәғилев, директорҙың беренсе урынбаҫары Хөрмәтулла Үтәшев, баш режиссер Айрат Әбүшахманов, актерҙар Эльвира Юнысова, Сәғиҙулла Байегет һәм әҙәби бүлек мөдире
       Рәмилә Йәһүҙина ҙур ғорурлыҡ менән журналистарға бер генә данала ҡойолған бронза статуэтканы - театр маскаһын юғары күтәреүсе һынды күрһәтте. Был ҙур еңеү билдәһе тураһында күп
       һөйләнәсәк әле: төрки телле дүртенсе "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивале сиктәрендә театрҙың "Кәкүк ояһы" спектакле "Иң яҡшы ирҙәр роле" (Хөрмәтулла Үтәшев), "Иң яҡшы режиссер эше" (Айрат Әбүшахманов) һәм "Иң яҡшы спектакль" номинацияларында премия менән билдәләнде. Был бик тә шатлыҡлы хәбәр, әлбиттә.
       - "Туғанлыҡтың" эшен яҡтыртҡан өсөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә рәхмәт белдерәм, - тип журналистарға мөрәжәғәт итте Рәис Исмәғилев. - Фестиваль сиктәрендә беҙҙең исемгә би к күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Тәнҡитләү һүҙҙәре булһа ла, улар тәҡдим формаһында яңғыраны, күңелдә төйөн ҡалдырманы. Етешһеҙлектәр бар, әлбиттә, әммә, дөйөм алғанда, беҙ театр эшенән ҡәнәғәт.
       Фестиваль алдынан ҡуйылған маҡсаттарға ирешелде, бурыстар
       үтәлде, хәҙер йомғаҡтар яһарға һәм иғтибарҙы алдағы пландарға тупларға ваҡыт. Тиҙҙән БДАДТ Санкт - Петербургҡа гастролдәргә йүнәләсәк. Беҙ төньяҡ баш ҡалаға яңы спектаклдә р алып барыуҙан тыш, яңы ҡуйыусы режиссерҙарға беҙҙең театр менән хеҙмәттәшлек тә тәҡдим итергә уйлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта
       республикала "беренсе һанлы театр" исемен һаҡлап ҡалыу ҙа мөһим - бәлки, баҫалҡыһыҙлыҡ булып яңғыраһа ла, мин үҙебеҙ тураһында шулай тип әйтә алабыҙҙыр, тип уйлайым. Еңеүебеҙгә ышанабыҙ - баһаның ғәҙел булмауы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин түгел, сөнки жюри ағзалары һәм тәнҡитселәр коллегияһының күпселеге ситтән - Мәскәү һәм БДБ илдәренән саҡырылған ине.
       Хөрмәтулла Үтәшев "Туғанлыҡ" фестиваленә театрҙың ике спектакль - халыҡ эпосы буйынса "Урал батыр" һәм Кен Кизиҙың
       "Кәкүк ояһы" әҫәрен әҙерләүе хаҡында хәтергә төшөрөп үтте. Ваҡыт аҙ булыуы сәбәпле, актерҙар үҙҙәрен йәлләмәйенсә эшләне, тине ул.
       - Нисек кенә булмаһын, беҙ барлыҡ ҡатмарлылыҡ һәм ҡыйынлыҡтарҙы үтеп, спектаклдәргә асҡыс таба алдыҡ. Проблемалар етерлек булды. Беренсенән, сәхнә майҙаны. Ул беҙҙең театрҙа берәү, ә спектаклдәр - икәү. Әммә уны ла хәл итеү юлын таптыҡ: биҙәү эштәре күберәк булған һәм ҙурыраҡ майҙан талап иткән "Урал батырҙы" "өйҙәге" сәхнәлә ҡалдырҙыҡ . Ә нескә актер уйыны мөһимерәк булған "Кәкүк ояһы" Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Уҡыу те атрында урын тапты. Репетициялар ҙа, премьера ла шунда үтте.
       Ике спектакль өҫтөндә эш бергә алып барылды, - тип һөйләй
       актерҙар.
       Икенсе проблема, уларҙың әйтеүенсә, ике әҫәрҙең дә сәхнә өсөн яҙылмауына ҡайтып ҡала. Был иһә режиссер эшен байтаҡҡа ҡатмарлаштыра. Шуға күрә спектаклде ҡуйыу барышында тарихсылар, археологтар, ғалимдар менән кәңәшләшергә тура килә, улар күп ярҙам күрһәтә.
       Ниһәйәт, өсөнсөнән, театр коллективы ҡайһы спектаклде баш та күрһәтеү мәсьәләһен оҙаҡ ҡына хәл итә алмаған. Хәйер, бөг өн, фестиваль тамамланғас, барыһы ла "Туғанлыҡтың" башҡорт халҡының интеллектуаль һәм рухи хазинаһын сағылдырыусы "Урал батыр" менән асылыуынан ҡәнәғәт.
       Хөрмәтулла Үтәшев театрҙың фестивалдә еңәсәгенә алдан уҡ ышаныуын белдерҙе.
       - Мин төш күрҙем һәм уны ҡатыныма һөйләнем, - ти актер. - Ул барыһының да һәйбәт буласағына, хәүефләнергә урын булмауына инандырҙы.
       "Туғанлыҡ" фестивалендә "Иң яҡшы ирҙәр роле" номинацияһында бирелгән премия Хөрмәтулла Үтәшевтың өсөнсө ҙур еңеүе. Тәүгеһе уға 2002 йылда "Науруз"
       фестивалендә, икенсеһе 2003 йылда - Бишкекта тапшырыла.
       Бай ижади тормош менән йәшәүе сәбәпле, Хөрмәтулла Үтәшев үҙенең геройы Рендол Мак Мерфиға 20 көн генә бүлә алған. Актер Андрей Борисовтың ҙур, киң масштаблы проектында ҡатнашыуын белдерҙе, ул "Сыңғыҙхан ҡушыуы буйынса"
       фильмында төшә. Фильм 2007 йылда Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә күрһәтеләсәк.
       Үтәшев һөйләүенсә, фильмда ҡатнашыу өсөн ун милләткә ҡараусы актерҙар саҡырылған, һәм улар барыһы ла үҙҙәренең туған телендә һөйләшә. Тывала төшөрөү эштәре бөткәс, төркөм Алтайға юл аласаҡ, ти актер.
       - Сыңғыҙхан тураһындағы фильмда мин Таянханды - Найман ҡәбиләһе начальнигын уйнайым. Борисовтың ҡул аҫтында Олег Тактаров - ҡағиҙәһеҙ һуғыштар буйынса донъя чемпионы һәм бик
       шәп актер менән бергә төшәм. Августы Тывала үткәрҙем, ә сентябрҙә тиҙ арала "Туғанлыҡҡа" яраҡлашырға тура килде. Фестивалде асыу алдынан көндәр бик көсөргәнешле булды.
       Хөрмәтулла Үтәшев яңы театр миҙгеленең "Урал батыр" спектакле менән асыласағын белдерҙе. Донъя шаулатҡан "Кәкүк ояһына" килгәндә, ул туған сәхнәһенә күсерелә һәм премьера БДАДТ сәхнәһендә күрһәтеләсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал