6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Мәмерйә кешеһенең эҙҙәре буйлап
22.09.06


       Шүлгәнташ мәмерйәһе хаҡында бар донъяға мәғлүм. Уның сәбәбе - палеолит дәүерендә йәшәгән кеше төшөрөп ҡалдырған с ерле һүрәттәрҙә. Ҡурсаулыҡтың мәмерйәне һаҡлау өсөн махсус рәүештә булдырылған ғилми бүлеге хеҙмәткәрҙәре был һүрәттәрҙең торошон күҙәтә һәм уны һаҡлау ысулдарын эҙләй.
       Мәмерйәгә барыһы ла бер юлдан бара - башта шишмә ярындағы тар ғына һуҡмаҡтан атлайҙар, артабан ҙур булмаған күпер аша үтәләр. Ғәҙәти урман пейзажы көтмәгәндә тамамлана һәм бейек уҫаҡтар артында ҙур, көл төҫөндәге таш арка асыла. Уның артында - серле мәмерйә ҡараңғылығы.
       Киңлеге 40, бейеклеге 20 метр тәшкил иткән инеү урынын Ур ал батырҙың ағаһы Шүлгәндең рухы һаҡлай. Уралдағы иң билдәле мәмерйә һәм иң билдәһеҙ йылға башҡорт эпосының ошо кире персонажы, көнсөл һәм яуыз кешенең исемен йөрөтә. Шүлгән йылғаһын картаға төшөрөп булмай. Ул шомло тау күленең төбөнән башлана, өс километрға һуҙылған серле ер аҫты юлы буйлап аға һәм көтмәгәндә мәмерйәгә ингән урында пәйҙә була.
       Был күлдең тәү ҡарашҡа күренгән тынлығы - ялған. Уны бер н исә аҙымда үтеп, мәмерйәнең ҡаршы стенаһына барып етеп булыр кеүек тойола. Әммә был - Шүлгәндең саҡырылмаған ҡунаҡтар өсөн әҙерләгән ҡапҡаны. Бер нисә аҙым - һәм һеҙҙе төпһөҙ упҡын көтә. Шүлгән йылғаһының серҙәрен асырға теләп, унда водолаздар ҙа төштө, ә ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре Зәңгәр күлдең
       тәрәнлеген үлсәргә - үлеләр батшалығын уятырға тырышып ҡараны - әммә күлдең төбө юҡ.
       Зәңгәр күлде урап үтеп, мәмерйәнең урта ярусына инәбеҙ. Шүлгән үҙәненең барып етеүе ауыр булған мөйөштәре - тулыһынса һыу менән тулы таш торбалар - түбәнге ярус. Юғары ярус та аҙ өйрәнелгән - унда ғалимдар һирәк күтәрелә, сөнки үтеү юлдары тар, ҡайһы бер урындарында үрмәләргә лә тура килә.
       Урта ярустың оҙонлоғо - 360 метр, иң юғары бейеклеге - 26 , киңлеге - 60 метр. Тыштағы сағыу ҡояштан һуң күҙҙәр аҡрынлап ҡараңғыға өйрәнә. Йәшеллек океанынан һуң ҙур һоро стеналар ғәҙәттән тыш йәнһеҙ булып тойола. Артабан - Сталактиттар зал ы - унда туристарҙы индермәйҙәр, ғалимдарға ғына юл асыҡ. Ун да ингәс, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең ни өсөн бында ситтәрҙең инеүен сикләүе аңлашыла. 1971 йылға тиклем мәмерйәгә кем теләй шуның инеүе Бриллиант һәм Гәлсәр залдарҙағы сталактиттарҙың емерелеүенә килтергән. Ул ваҡытта әле ҡурсаулыҡ булмауы сәбәпле, был уникаль урынды бер кем дә һаҡламаған. Мәмерйәнең һәр бер залының - үҙ "архитектураһы". Сталактитта р залынан һуң - Көмбәҙле залға инеү юлы. Ҡышын уның көмбәҙе аҫтында йөҙәрләгән ярғанат ( алты төр) һыуыҡтан йәшенә. Ғалимдар бында ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәргә тап була. Бер һүрәт аҫтында ҡаҙыныу эштәре үткәргәндән һуң, 80 сантиметр тәрәнлектә мамонттың һуҡҡы тештәре һәм хайуандарҙың һөйәктәре табыла. Боронғо кешеләр бында үҙҙәренең мәжүсилек йолаларын үтәгәндер, тигән версия бар.
       Артабан үтәбеҙ. Аяҡ аҫтында - еүеш балсыҡ, һауала һәр ваҡ ыт даими температура һәм дымлылыҡ һаҡлана. Шүлгән йылғаһыны ң аҡҡан тауышы, ҡояш яҡтыһы алыҫта ҡалды. Фонарҙы һүндерһәң,
       дөм ҡараңғының нисек булыуын аңлайһың. Төрлө ырым һәм хөрәфәттәргә ышаныусы тәүтормош кешеһенең факелы янып бөтып, мәмерйә ҡараңғылығы менән күҙмә - күҙ ҡалғанда, күңелен ниндәй уйҙар солғап алыуын күҙ алдына килтерергә
       генә мөмкин.
       Хәйер, боронғо кешеләрҙең тәбиғәткә хөрмәтле ҡарашы һәм ижади һәләттәре тураһында шикләнергә тура килмәй. Был турала
       1959 йылда Башҡорт ҡурсаулығы зоологы Александр Рюмин тарафынан табылған һәм бөтә донъя өсөн сенсацияға әйләнгән һүрәттәр бәйән итә. 10 мамонт, биш ат, мөгөҙморон, ҡыр үгеҙе , кешегә оҡшаш зат схематик рәүештә, әммә бик асыҡ төшөрөлгән.
       Уларҙың өҫтөн аҡрынлап кальцит ҡаплай. Бәлки, бер нисә йыл элек стеналар байтаҡҡа күберәк һүрәт менән биҙәлгән дә булғандыр, әммә был ваҡыт эсендә мәмерйә үҙенең интерьерын ү ҙгәрткән. Кешеләрҙең ижады ни тиклем уникаль булһа ла тәбиғәт уларға аяуһыҙ. Эрмитаж белгестәре, Францияның сәнғәтте өйрәнеүселәре, республика ғалимдары был күренешкә ҡаршы көрәшә. Әммә тиҙҙән был тәбиғәт күренешенең үҙ яйы менән дауам итеүенә ризалашырға тура килер, моғайын.
       Юлды дауам итәбеҙ һәм Билдәләр залына инәбеҙ. Бары тик мәмерйә ҡунаҡтарының һоҡланып бышылдауҙары һәм итек эсендәге һыуҙың лыстырҙауы ишетелә. Фонарь яҡтылығы стеналарҙағы серле һүрәттәрҙе үҙе эҙләп тапҡандай була. Мәмерйәлә улар бөтәһе - биш тиҫтәнән артыҡ.
       Урта ярустың һуңғы залы - Хаос залы. Ҡасандыр унан артабан да үтергә мөмкин булған, әммә, геологтарҙың фекеренсә, ике й өҙ
       йыл самаһы элек стеналар һәм түбә емерелеп төшкән. Ҙур таштар юлды ҡаплаған.
       Сталактиттар залына әйләнеп ҡайтабыҙ. Фонарҙың һаран уты
       стена янындағы тайғаҡ тимер баҫҡысты яҡтырта. Лифттарға өйрәнгән ҡала кешеһенә ҡараңғыла нәҙек яндауырҙарға тотоноп баҫҡыс буйлап күтәрелеүе еңел түгел. Ә тимерҙең нимә икәнен дә белмәгән тәүтормош кешеләре юғары ярусҡа нисек итеп күтәрелде икән Бер нисә тиҫтә йыл элек табылған ағас кәмә мәмерйә кешеһенең бында ла күтәрелеүе хаҡында һөйләй.
       Юғары яруста эске күл бар, һәм мәмерйә кешеһе йыш ҡына икенсе ярға ла сыҡҡан. Был хәүефле сәйәхәткә сығырға уны ним ә мәжбүр итеүе аңлашылмай. Уның юлын ҡабатлау бөгөнгө заман кешеһенең ҡулынан килмәй.
       Юғары ярустың оҙон галереяһы буйлап атлайбыҙ. Бына был таш өҫтөндә ҡәбилә башлығы сығыш яһағандыр, моғайын, был зал бигерәк ултырыштар залын хәтерләтә. Ә бәлки ул трибуна түгел, ә ҡорбан ташылыр. Ә был зал театрға оҡшаған - беҙ пар тер буйлап барабыҙ, юғарыла - балкон, артабан - галерка. Хат та батша урыны ла бар.
       Ҡабатлап әйтәм, туристар бында инә алмай. Әйтәйек, шулай уҡ мәмерйәләргә бай Ҡырымдан айырмалы рәүештә, Бөрйән районында туристик инфраструктура әлегә яралғы хәлендә. Әммә
       экологик туризм үҫеш алған хәлдә лә Шүлгәнташ ҡыҙыҡһыныусылар өсөн ябыҡ булып ҡаласаҡ. Ни тиһәң дә ҡурсаулыҡ бит.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал