6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Мостай Кәрим беҙҙең менән ҡалды
25.09.06


       Башҡортостандың халыҡ шағиры, талантлы драматург һәм публицист, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, фронтовик, Социалистик Хеҙмәт геройы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәрим бер йыл элек арабыҙҙан китте. Ул "милли хазинабыҙ" ғына булманы. Яҙыусының тиҫтәләгән телдәргә тәржемә ителгән китаптары Рәсәй һәм донъя мәҙәниәте
       ғорурлығына әйләнде.
       21 сентябрҙә республикала дәүерҙең үҙе кеүек үк аҡыл эйәһе
       - "башҡорт халҡының бөйөк улын" иҫкә алыу тантанаһы үтте. Мостай Кәримдең иҫтәлегенә арналған кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ойошторолдо. Бында Мостафа Сафа улын яҡындан белеүселәр, шулай уҡ уның иж адын баһалаусылар, йәш яҙыусылар һәм шағирҙар йыйылды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Мостай Кәрим хөрмәтенә яҙылған шиғырын уҡыны. Ә Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм Өфө театрҙарының актерҙары Мостай Кәрим шиғ ырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Кисәлә яҙыусының улы һәм ҡыҙы - Илгиз һәм Әлфиә лә ҡатнашты.
       Улар бәләкәй саҡтан уҡ үҙҙәре өсөн иң абруйлы кеше булған атайҙары тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Уның "йәшәйештең төрлө мәлдәрендә биргән кәңәштәре" һәр ваҡыт
       ярҙам итә, хаталарҙан һаҡлай, ти улар. Әлфиә менән Илгиз яҡ ын һәм иң ҡәҙерле кешеләрен генә түгел, оло дуҫтарын да
       юғалтыуын таныны.
       - Мостай Кәрим беҙҙең ҙур, күп милләтле илебеҙҙең дөйөм кешелек мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Ул барыбер беҙҙең менән ҡалды, сөнки йәш быуындарға бүләк иткән бөйөк мираҫында ул мәңге йәшәйәсәк, - тине хәтер кисәһендә БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. - Мостай К әримдең исеме Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә яҡшы билдәле . Ә уның арабыҙҙан китеүе һәр беребеҙ өсөн төҙәтә алмаҫлыҡ юғалтыуға әйләнде. Әммә уның шиғриәттә һәм прозала сағылдырған уй - кисерештәре беҙҙең менән ҡалыуын онотмайыҡ.
       Илебеҙҙең бөйөк улдарының китаптарын уҡыуҙы дауам итеүселәр өсөн Мостай Кәрим образы мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ.
       Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев Мостай Кәримде "ҡәҙерләп һаҡлауҙы талап иткән әҙәби дәүер" менән сағыштырҙы:
       - Был ысын яҙыусы һәм кешенең иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн беҙ бик аҙ эшләнек әле. Ғәжәйеп кеше - ул төбәктең мәҙә ни мираҫында ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалманы. Сәйәси яҡтан тотороҡло, имен төбәктә йәшәүебеҙҙә лә уның өлөшө ҙур. Иҫән
       сағында уҡ Мостафа Сафа улы үҙ дәүеренең символына әйләнде.
       Беҙ уның исемен ҙур тулҡынланыу менән телгә алабыҙ һәм уның
       өлгөһөндә изгелек һәм ғәҙеллек ҡанундары буйынса йәшәргә өйрәнәбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал