6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Көҙгө йәрминкәләр ҡышты туҡландыра
22.09.06


       Күптән инде ауыл хужалығы йәрминкәләре башланыуын көтәм. Көҙ көнө арзан йәшелсәләр һатып алып, ҡышын хәстәрлелегеңде маҡтауҙан, магазиндарҙағы хаҡтарҙы сентябрҙә йәрминкәләрҙә с ығарып һалған аҡса менән сағыштырып ҡыуаныуҙан да күңеллерәк эш юҡ.
       Айырыуса бал баҙарын көтәм. Ҡышҡылыҡҡа беҙ өс литрлыҡ биш банка бал һатып алабыҙ. Һәр йыл һайын ул яҙға тиклем ете р тип ышанабыҙ, әммә ниңәлер ул бик тиҙ "ирей" һәм февраль а йы тирәһендә яҙғы авитаминоз, инфекциялар алдында беҙҙе яҡлауһыҙ ҡалдырып, бөтә лә ҡуя. Быйыл балды күберәк һатып алырға тура килер, күрәһең.
       Быйыл Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре 23 сентябрҙән 29 октябргә тиклем дауам итәсәк. Тәүгеһе - бал йәрминкәһе, ул иртәгә "Юбилей" Мәҙәниәт һарайы алдында үтә. Унда башҡорт балы һәм башҡа ҡортсолоҡ продукттары күргәҙмәһе һәм һатыу итеү, "Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса башҡорт ғилми - тикшеренеү үҙәге" белгестәренең консультацияһын ойоштороу
       планлаштырыла. Күргәҙмә - сауҙа эшендә республиканың бөтә райондары, Башҡортостандың иң алдынғы умартасылары ҡатнашасаҡ. Тимәк, йәрминкәгә килеүселәр балдың күңеленә ятҡанын һайлай аласаҡ, тигән һүҙ.
       Шулай уҡ иртәгә - Спорт һарайы алдында - профессиональ училищеларҙа һәм лицейҙарҙа уҡыусылар етештергән ауыл
       хужалығы продукцияһы һәм ҡулланыу тауарҙары йәрминкәһен
       үткәреү ниәтләнә. Ул Республика көнөнә арнала. Башҡортостандың 106 профессиональ училищеһы һәм лицейы экологик яҡтан таҙа булған төрлө продукция: мебель, картинал ар, кәсепселек тауарҙары һ. б. тәҡдим итә
       Ә инде 30 сентябрҙән башлап ҡаланың ете районында, туғыҙ майҙанда һәм 15 аҙыҡ - түлек баҙарында йылдағыса ауыл хужалығы йәрминкәләре ойоштороласаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн ауыл хужалығы, аҙыҡ - түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте
       предприятиелары, йәшелсә - емеш питомниктары, фермерҙар һәм шәхси эшҡыуарҙар саҡырыла. Уларҙың барыһы ла бушлай
       сауҙа итеү урындары менән тәьмин ителәсәк. Ауыл хужалығы
       продукцияһы һатылған урындарҙа тауарҙың сифатын контролләү ҡаралған. Райондарҙан ылау менән килеүсе автомашиналарҙы үткәреү һәм йәрминкәләр үтәсәк урындарҙағы хәүефһеҙлек
       мәсьәләләре хәл ителә.
       Ауыл хужалығы йәрминкәләре, йола булараҡ, бик күп һатыусы
       һәм һатып алыусыларҙы йәлеп итә. Үткән йылда республиканың 47 районынан агросәнәғәт комплексынан бөтә төр
       предприятиелары ла ҡатнашты, йәрминкәгә 12 меңдән ашыу маши на килде. 12 мең тоннанан күберәк картуф, һигеҙ мең тонна
       йәшелсә һәм 270 тонна бал һатылды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал