6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ


Алик Шакиров. 14.01.2004 1 "Бер сәғәтлек кәлифтәр"ҙең кәрәге булырмы икән
16.01.04


       Республиканың ҡайһы бер йәмәғәт һәм сәйәси ойошмалары
       март айында РФ Президенты һайлауҙары менән бергә үтәсәк ур ындағы үҙидара органдары һайлауҙарының хоҡуҡи нормалары мен ән ризалашмауҙары хаҡында белдерҙе. "Родина" блогы вәкилдәре
       был киҫкен һорау буйынса үҙ фекерҙәре менән республика матб уғаты биттәрендә сағылдырҙы ла инде.
       Уларҙың ғаризаһына ярашлы, "Родина" блогының Башҡортоста н вәкиллеге урындағы хакимиәт башлыҡтарын ҡайһы бер сәйәсмән дәр теләге буйынса һайлау формаһына ҡаршы. Әле урындағы хаки миәт башлыҡтарын урындағы Советтар Башҡортостан Президенты күрһәтмәһе һәм ошо уҡ Советтарҙың Президиумдары һайламаҡсы. Һайлауҙарҙың бындай тәртибе демократия принциптарына яуап би рмәй. Федераль закондарҙа ҡаралғанса, урындағы хакимиәт башл ыҡтарын урындағы Совет депутаттары туранан-тура һайларға тей еш.
       Урындағы һайлауҙар тураһындағы республика закондары, Рә сәй Федерацияһының башҡа субьекттарында кеүек, федераль зак ондарға 2005 йылдың беренсе ноябренә тиклем яраҡлаштырыласа ҡ. Башҡортостан закондарына ярашлы март айында һайланған уры ндағы Совет ваҡытлыса тип иҫәпләнәсәк, сөнки һуңынан федерал ь закондарға ярашлы улар киренән һайланырға тейеш. Ә инде бы ндай Советтарға хакимиәт башлыҡтарын һайлауҙы йөкмәтеү башҡ а һыймаҫлыҡ эш, тип иҫәпләй улар.
       Был йәһәттән БР Президенты хакимиәте етәксеһе Радий Хә биров та үҙ фекерен белдерҙе: - Ысынлап та, урындағы һайлауҙар тураһындағы республика
       закондары, Рәсәй Федерацияһының башҡа субьекттарында кеүек үк, федераль закондарға 2005 йылдың беренсе ноябренә тикле м яраҡлаштырыласаҡ. Әммә был осорға тиклем урындағы үҙидаран ың дөйөм хәлен үҙгәртеү өсөн байтаҡ эштәр башҡарылырға тейеш
       бит әле. Мәҫәлән, муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен билдәлә ү эше тора. Бынан тыш милек федераль, республика һәм муницип аль берәмектәр сиктәргә бүленергә тейеш һәм башҡалар. Күреүе геҙсә, бындай эш еңелдәрҙән түгел һәм етди, нескә эш талап и тә. Бындай шарттарҙа республиканың әлеге идара итеү системаһ ын һаҡлап алып ҡалыу мәғәнәлерәк.

выборы
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал