6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Изге Рамаҙан айы етә
22.09.06


       Йәкшәмбегә ҡараған төндә, 24 сентябрҙә, изге Рамаҙан айы башлана, ул мосолмандарҙың ай календарында туғыҙынсы булып к илә. Рамаҙан айы 22 октябргә тиклем, 29 көн дауам итә.
       Мосолмандар был айҙа ураҙа тота - ҡояш ҡалҡҡандан батҡанғ а тиклем улар ашау - эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан, күңел асыуҙа н һәм тәҡүәлеккә һәм таҙарыныуға ҡамасаулаусы башҡа нимәнән
       тыйылырға, шуның менән ислам ҡанундарының береһен үтәргә
       тейеш. Ураҙа сәләмәт, аҡылы теүәл һәм йәше еткән һәр бер мосолман өсөн мотлаҡ. Ураҙа тотоуҙан балиғ булмаған ( шәриғә т буйынса) балалар, хәлһеҙҙәр, хроник сирлеләр һәм дауалауға бирелмәгән ауырыуға дусар булған өлкән кешеләр, имеҙеүсе һәм
       ауырлы ҡатындар азат ителә. Сирле йәки юлдағы кеше ураҙаны үҙе өсөн уңайлы ваҡытҡа күсерә ала.
       Ураҙаның маҡсаты - үҙ - үҙеңде рухи яҡтан камиллаштырыу, Аллаһы тәғәләгә яҡынайыу. Был көндәрҙә мосолман йомарт, ғәҙел, шәфҡәтле, мәрхәмәтле булырға, ата - әсәләренә күберәк иғтибар бүлергә, барыһын да кисерергә һәм яуызлыҡтарҙан һаҡланырға бурыслы. Ураҙа тотҡанда кеше изгелеккә, башҡаларҙы аңларға һәм мохтаждарға ярҙам итергә өйрәнә. Диндарҙар тәнен түгел, йәнен сафландыра.
       Рамаҙан айында гөнаһтарҙы юйыу мотлаҡ. Рамаҙан айында мосолмандар һуғыш һәм бәхәстәрҙе тыйған, хәрби әсирҙәр, ҡолдар азат ителгән, мохтаждарҙың барыһына ла ярҙам күрһәтелгән.
       Мосолман риүәйәттәренә ярашлы, нәҡ Рамаҙан айының 26 - һынан 27 - һенә ҡараған төнөндә Мөхәмәт пәйғәмбәргә
       Ҡөръәндең тәүге өлөштәре ебәрелгән. Шуға күрә был ай
       изгелек һәм фатиха айы тип йөрөтөлә, төндө мосолмандар
       Тәҡдир Төнө ( ғәрәпсә Ләйләт әл - ҡадр) тип атай. Был төндә Алла һәр кешенең тәҡүәлелеген һәм доғаларында белдергән үтенестәрен иҫәпкә алып, уның яҙмышын хәл итә, тип һанала.
       Тәҡдир төнөндә Ҡөръән уҡырға һәм Аллаһы тәғәләгә һәм
       фәрештәләргә үтенес һәм ялбарыуҙарыңды еткерергә кәрәк, күп
       кенә мосолмандар уны мәсеттә үткәрә. Мосолмандар шулай уҡ аҡсалата хәйер индерергә бурыслы - фитыр саҙаҡаһы ике килограмм бойҙай хаҡына торош итә.
       Ураҙа тотоу тамамланғас, диндарҙар Ураҙа ғәйетен байрам и тә. Быйыл ул 23 октябргә тура килә. Ислам динен тотоусы илдә рҙә был байрам дәүләт һәм бөтә халыҡ статусына эйә, ул өс - дүрт көн дауамында билдәләнә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал