6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Һуғыш яланында ятып ҡала
22.09.06


       Подполковник Григорий Семенович Васильев етәкселегендәге 605 - се атышсылар полкы 1943 йылдың 24 - 28 ғинуарында фашистарға ҡаршы ҡаты алыштар алып бара. Немецтарҙың
       ҡаршылығын еңеп, полк Воронеж өлкәһенең Үрге һәм Түбәнге
       Никольск, Кочетовка ауылдарын биләй.
       Кочетовка ауылы өсөн алыш айырыуса ауыр була. Һуғыштың киҫкен мәлендә полк командиры үҙе һалдаттарҙы һөжүмгә күтәрә . Ҡул һуғышында дошмандың ҡаршылашыуына сик ҡуйыла һәм ул си генә.
       Әммә Григорий Семенович Васильев һуғыш яланында ҡала. Дошмандың һигеҙ пуляһы уның тәнен тишеп үтә.
       ... Полк командирының тыуған төйәге, Ҡырмыҫҡалы районының
       Ефремкино ауылына фронттан хат килә. Уның ҡатыны Антонина Андреевна, улдары Юрий һәм Вадим хатты асып уҡыйҙар.
       "1943 йылдың 28 ғинуарында большевик, 1919 йылдан ВКП (б)
       ағзаһы, Ҡыҙыл Армияның ҡыйыу командирҙарының береһе, подполковник Васильев Григорий Семенович батырҙарса һәләк
       булды", - тип яҙыла унда.
       1943 йылдың 28 апрелендә Васильевҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе хаҡында 1897 йылдың 22 сентябрендә сыуаш малайы Гриша донъяға килгән Ефремкино ауылында ул һәләк булғандан һуң 24 йыл үткәс кенә беләләр.
       Әммә Ефремкино ауылы уҡыусылары уҡытыусы Иван Тарасов менән эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә Герой тураһында күп кенә мәғлүмәт йыйыуға ирешә.
       Григорий Васильев тәүге һалдат сынығыуын граждандар һуғышы йылдарында ала. Ул Иван Каширин отрядында була. Василий Блюхер рекомендацияһы буйынса ҡыҙыл командирҙар
       курсын тамамлай.
       "1922 йылдың февралендә 4 - се Благовещен полкының марш батальоны составында 2 - се Амур яны дивизияһының 5 - се Инс к полкы командиры ҡарамағына килдем, - тип яҙа Григорий
       Семенович автобиографияһында. - Был полк составында взвод командиры һәм рота командиры ярҙамсыһы вазифаһында генерал Молчановҡа ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаштым. Волочаевка с танцияһы өсөн көрәштә беҙҙең батальон составының 75
       процентын юғалтты. Мин үҙемдең взвод менән дошмандың өс пулеметын юҡ иттем, бының өсөн исемле сәғәт менән наградланылар һәм рота командиры ярҙамсыһы итеп раҫланылар".
       Граждандар һуғышынан һуң Васильев төрлө курстарҙа уҡый. М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны уңышлы тамамлай.
       Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ҡыҙыл командир Васильевтың өлөшөнә тағы бер һынау төшә. Халхин - Гол йылғаһында интернациональ бурысын үтәгәндә, ул дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройы буласаҡ Советтар Союзы Маршалы Георгий
       Константинович Жуков мәктәбен үтә.
       Халхин - Гол майор Васильевҡа уйланыуҙар өсөн күп "аҙыҡ" бирә. Ул үҙенең хәрби тәжрибәһе һәм белеме алда кәрәк
       буласағын яҡшы аңлай.
       Һәм уларҙың ысынлап та кәрәге тейә. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1942 йылдың февралендә округ командующийы, ниһайәт, майор Васильевты 232 - се дивизияға 605 - се полк
       командиры итеп күсерергә ризалыҡ бирә.
       Май аҙағында был дивизия Воронежға килә.
       Дошман юлында ул ваҡытта беренсе булып Воронеж ҡалаһы тора. Һуғыштың тәүге көндәрендә уны ни бары бер дивизия ғына
       һаҡлай - 232 - се дивизия.
       Советтар Союзы Маршалы Филипп Иванович Голиков түбәндәгеләрҙе хәтерләй: Г. С. Васильев етәкелек иткән 605 -
       се полк участкаһына 150 - ләп дошман танкы һөжүм яһаны".
       1943 йылдың ғинуарынан башлап Воронеж фронты ғәскәрҙәре у ңышлы алыш алып бара. 24 ғинуарҙа Воронеж - Кастор операцияһы башлана. 605 - се атышсылар полкы дивизия ғына түгел, тотош армияның авангардында тора.
       Тиҙҙән полк командиры подполковник Васильевтың ҡыҙыл байраҡ аҫтына баҫып, ҡыҙылармеецтарын һуңғы алышҡа әйҙәгән ҡ аты һуғышҡа ла ваҡыт етә. Был 1943 йылдың 28 ғинуары була.
       ... 1975 йылдың 7 майында Ефремкино ауылында Советтар Союзы Геройы Григорий Семенович Васильевҡа һәйкәл асыла. Уны скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Михаил Шабалтин эшләй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал