6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Планетарий нисек көн күрә
22.09.06


       1957 йылдың йәйендә хәрбиҙәр инициативаһы менән бөтә ил буйынса ерҙең яһалма юлдашын ебәреүгә тиклем үк уны күҙәтеү станциялары барлыҡҡа килә. Был сара алдынан Союздың төрлө
       ҡалаларынан, шул иҫәптән Өфөнән дә кешеләр махсус курстар үтеү өсөн Ашхабадҡа бара. Яңы эште 1957 йылда тәүге күҙәтеү станцияһы начальнигы итеп ҡуйылған энтузиаст Дауыт Тимер улы
       Ямасов үҙ ҡулына ала. Бер йылдан уны шулай уҡ астрономияға мөкиббән киткән Вафа Һағаман улы Сөләймәнов - БДУ теоретик ф изика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы - алмаштыра. Мәктәптәрҙә, вуздарҙа эшләүсе бөтә астрономия уҡытыусылары л а тип әйтерлек уның ҡулы аша үтә.
       Ҡорамалдарҙы һаҡлау өсөн иҫке генә һыу һурҙырғыс башняһы файҙаланыла, ул бөгөн дә телеүҙәк артында тора. Эргәһендә оптик күҙәтеү өсөн майҙан эшләнә. Күҙәтеү станцияһының икенсе һәм һуңғы начальнигы Вафа Сөләймәнов уны 1976 йылда я былғанға тиклем тәрбиәләп тота.
       18 йыл самаһы элек БДУ - ның география факультетында астрономия уҡытыу туҡтатыла, ә бит Сөләймәнов ваҡытында был фән хатта математиканың ситтән тороп уҡыу факультетында ла
       инә ине. Әммә уҡытыусы үҙе менән ғалимға лайыҡлы булған интеллектуаль дәрәжәне лә алып китте. Хәҙер астрономия БДУ - ла физика факультетының бер семестрында ғына уҡытыла.
       Күҙәтеү астрономияһының икенсе терәге булып Пионерҙар һарайы эргәһендәге "Юность" обсерваторияһы ҡала. Нәҡ Якутов паркы территорияһында. Ул 1964 йылдан 1987 йылға тиклем тора . Тарих фарс кеүек ҡабатлана. Обсерватория уҡыусыларҙың ҡулдары менән төҙөлгән планетарий менән ҡуша емерелә, бульдозер менән уның аҫтын - өҫкә килтерәләр, хатта фотолар ҡуйылған шкафтар, күҙәтеүҙәр буйынса яҙмалар ҙа юҡҡа сыға. Әйткәндәй, партия етәкселеге планлаштырған немец өлгөһө
       буйынса парк барыбер төҙөлмәй. Ә картинг өсөн трасса - прое кт буйынса "Юность" нәҡ уға ҡамасаулай - ҡағыҙҙа ғына ҡала.
       Күҙәтеү башняһын, обсерваторияны ҡайҙа ғына төҙөргә тәҡдим итмәһендәр - элекке архитекторҙар берҙәм рәүештә бында ярамай, тип белдерә, сөнки мемориаль комплекс төҙөләсәк (һүҙ Ленин майҙаны тураһында бара).
       Бына ул - 1990 йылда булдырылған проект. Уҡыйбыҙ: Өфө ҡалаһы Ленин районының йәштәр астрономия обсерваторияһы. Яңы планетарийы, уҡыу корпусы ла бар. Хатта аэрокосмик
       тренажерҙар ҙа уйланған. Ҡаланың иң юғары нөктәһендә. Иҫ киткес матур күренеш.
       Ленин майҙанында планетарийҙың көмбәҙе ағастар артынан
       күренә. Эйе, уның 50 меңгә тиклем кеше ҡабул иткән һәм 1100 лекция биргән йылдары ла бар ине. Бөгөн уның ишектәренә, ғәҙәт буйынса, кем генә шаҡымай.
       Планетарий директоры Анатолий Павлович Денисовтың "күк
       менән шөғөлләнеүенә" егерме биш йыл тирәһе. Бында Өфөлә
       Ҡояш һәм Айҙың ҡалҡыу һәм батыу ваҡытын иҫәпләйҙәр, кәңәштәр бирәләр: ҡала халҡы йыш ҡына түбән осоусы ер юлдаштарын күрә һәм уларҙы НЛО йәки комета тип ҡабул итә.
       Планетарийҙа өйрәнергә мөмкин булғандарҙан иң ябай фокус иҫтә ҡалған: һөйгән ҡыҙыңды ғәжәпләндерергә теләйһең икән, кәрәкле ваҡытта ҡулыңды һоноп, "Теләйһеңме, йондоҙ ҡабыҙам"
       - тип һорарға һәм... ҡабыҙырға мөмкин...
       90 - сы йылдар уртаһында планетарий капиталь реконструкция ға ябыла, әммә яҡшы астрономия ҡағиҙәләре буйынса иҫәпләгәнд ә, ун ике йылдан һуң да эш 50 процентҡа ғына башҡарыла. Директор Денисов яңы ҡорамалдар алып ҡайтыу өсөн ике йыл көрәшә. Һәм бөтә донъяға билдәле Карл Цейс фирмаһының "Скай - мастер" аппаратын ҡайтартыуға ирешә. Ундайҙар Барселонала, Нью - Йоркта бар. Рәсәйҙә - юҡ.
       Рәсәйҙең планетарийҙар ассоциацияһы бөгөн барыһы 32 планетарийҙы берләштерә. Йылдан йыл уларҙың сафтары
       һирәгәйә, финанс етмәүе үҙен һиҙҙерә. Мәскәүҙә, Ҡазанда, Силәбелә, Екатеринбургта планетарийҙар көскә тын ала. Илдә бер ҡасан да ысын күк йөҙөн күрмәгән быуын үҫеп етте. Фантастика фильмдары һәм компьютер уйындарын иҫәпкә
       алмайбыҙ. Хәйер, Өфө планетарийы ла идеаль булыуҙан алыҫ.
       Барлыҡ тамаша ҡағиҙәләре һәм фәнни ҡанундар буйынса йыһазландырылған планетарий кәм тигәндә бер миллион доллар т ора. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын байрам итеү алдынан республика бө тә Рәсәйҙә тиңе булмаған планетарийға эйә була алыр ине. Әммә уның хаҡында баш ҡала ҡунаҡтары алдында маҡтанырға кәрәк булғанда ғына иҫкә алалар. Ә бына екатеринбургтар әлег ә уға ҡарап телдәрен генә шартлата һәм үҙ планетарийҙарын тергеҙергә йыйына.
       Ҡалала астрономия буйынса белгестәр бик аҙ, дөрөҫөрәге, дүртәү. Могикандарҙың һуңғыһы, БДПУ - ның теоретик физика
       кафедраһы доценты Урал Баязитов. Ул Өфөнөң йондоҙло
       атмосфераларҙа эшләүсе берҙән - бер ғалим - астрономы. Кандидатлыҡты Ҡазанда яҡлаған, һуңынан ете йыл буйына
       илебеҙ обсерваторияларында эшләгән, Европаның астрономия союзы ағзаһы. Физматтың бишенсе курс студенттарына астрономия буйынса белем бирә, улар өсөн методик ҡулланмалар яҙа.
       Өфө планетарийының ғорурлығы ла бар - Анатолий Денисов Рәсәйҙә беренселәрҙән булып компьютер графикаһын файҙаланып уҡытыу программаһы төҙөгән. Һәм уларҙы үҙендә күрһәтә. Мәктәптәр уны ҡарау өсөн сиратҡа теҙелә. Илебеҙҙең иң яҡшы планетарийы шулай көн күрә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал