6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Коркин тарихҡа инде
22.09.06


       Өфөлә хоккейға бәйле тарихи ваҡиға. Юғары хоккей лигаһынд а тәүге матчты Нефтекаманың "Торос" командаһы үткәрҙе. Башҡортостандың баш ҡалаһы "кесе туғанын" ваҡытлыса, Нефтекамала был клубтың үҙ стадионын төҙөгәнсе, һыйындырып т орасаҡ.
       "Торосҡа" ҡаршы тәжрибәле, шуға күрә хәүефле команда - Ҡаҙағстан республикаһының Сатпаев ҡалаһынан килгән "Казахмыс" коллективы уйнаны. Башта Нефтекаманың нигеҙҙә "юлаевсыларҙан" торған клубы инициативаны үҙ ҡулына алды һәм бер нисә тапҡыр гол да индерә яҙҙы. Әммә период аҙағында
       ҡунаҡтар алға сыҡты - 1 : 0.
       Уйындың икенсе өлөшөндә "Казахмыс" тағы ике шайба индерҙе,
       ә инде өсөнсө период башында иҫәп йылдам ҡунаҡтар файҙаһына 4 : 0 - гә етте. Әммә "торостарға" юғары лигала дебюттарын бындай иҫәп менән тамамлау бер ҙә килешмәй. Команда тағы ла тырышыбыраҡ уйнай башланы һәм Андрей Коркин күпселекте файҙаланфп, Нефтекама клубының юғары лигала тәүге шайбаһын индерҙе.
       Тағы бер аҙ ваҡыттан Роберт Мурдускин иҫәпте ике шайбаға тиклем ҡыҫҡартты, 2 : 4. Уйын аҙағына тиклем бер минут ҡалға с, нефтекамаларҙың баш тренеры Альфред Юнысов ҡапҡа һаҡсыһын алтынсы уйынсыға алмаштырҙы, әммә мөғжизә килеп сыҡманы. Ҡунаҡтар шайбаны үҙ ҡулына алды һәм уны буш ҡапҡаға индерҙе. Иҫәп - 2 : 5.
       Анатолий Картаев, "Казахмыс" хоккей клубының баш тренеры
       ( Сатпаев):
       - Бөгөнгө матчты мин ике этапҡа бүлер инем. Беренсе этап - "Торос" командаһының яҡшы мөмкинселектәре бар, беҙҙе улар
       еңә ала ине. Әммә команда булған мөмкинселектәрен файҙаланманы. Икенсе һәм өсөнсө периодтар иһә беҙҙең
       файҙаға булды.
       Альфред Юнысов, "Торос" хоккей клубының баш тренеры:
       - Әйтелеүенсә, беренсе периодта уңайлы мәлдәрҙе ҡулдан ысҡындырҙыҡ. Беҙгә ҡаршы оҫта команда уйнаны - ул етешһеҙлектәр өсөн шунда уҡ язаһын бирә. Сезон алдындағы
       һәм бөгөн тәүге периодта уйыныбыҙ - ер һәм күк кеүек айырыл а. Тулҡынланыу ҙа үҙенекен иткәндер.
       - Яханов тураһында һорау, Ул "Торос" өсөн уйнаясаҡмы
       - Яханов күнекмәләр үтә - травма алғандан һуң йүнәлде. Ив ан Хлынцов кеүек үк беҙҙең өсөн уйнаясаҡ.
       - Анатолий Зиновьевич, "Салауат Юлаев" өсөн уйында Максим
       Беляевты күрҙегеҙме Ул һеҙгә нисек
       - Максим миндә булды инде. Ул ваҡытта уйнарға теләгенән,
       эшкә һәләтле булыуынынан тыш, ул башҡа бер нимә менән дә айырылып тормай, техник яҡтан көсһөҙ ине, тактикала - шулай s:. Майҙан буйлап шәп йүгерә - шул ғына. Бөгөн ул партнерҙар ын күрә, пастар эшләй. Кисә "Авангардҡа" ҡаршы уйында ул миңә оҡшаны, оборонала яҡшы тора.
       - Һеҙ уны Ҡаҙағстан йыйылма командаһына саҡырасаҡһығыҙмы
       - Сергей Михайлович Михалев ебәрһә, әлбиттә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал