6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ҡалала ете күргәҙмә асыла
21.09.06


       Үҙенең юбилейына Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнанов тыуған ҡалаһында ете күргәҙмә ойоштора, уларҙы асыу бер - бер артлы үтәсәк. Йәғни, һәр көн - рәссамд ың байрамы, ә уның ҡунаҡтарының экпозициялар авторын ҡотлау өсөн бик яҡшы мөмкинселеге бар.
       Вәсил ике күргәҙмәһен асты ла инде, сиратта - тағы биш күргәҙмә ҡала. Ханнанов ҡаланың бөтә ҙур күргәҙмә залдарын тип әйтерлек биләгән, әммә барыбер үкенеү өсөн сәбәп таба. "Ғөмүмән, мин туғыҙ күргәҙмә үткәрергә планлаштыра инем, - т и юбиляр, - әммә ике зал менән килешеп булманы. Әлбиттә, тупланған ижади багажды тулыһынса эшкә ҡушырға теләк ҙур, әммә башҡарылғаны ла бик яҡшы".
       Ханнановтың ижади мөмкинселектәрен һәм ҡыйыу эксперименттарын Өфө тамашасыһы тәүге ике көндә үк баһалай а лды: 19 сентябрҙә Өфөнөң "Аймаҡ" галереяһында "Иҫ киткес"
       исеме аҫтындағы художество проекты башланды, ә 20 сентябрҙә
       Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһында "Ханнанов образы. Автопортреттар һәм ВХ портреттарҙа"
       күргәҙмәһе асылды.
       Өфө рәссамының проекты ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра - бөгөнгө көнгә йыйылған бөтә авто һәм ябай портреттарыңды туплау һәм үҙ - үҙеңә ситтән тороп ҡараш ташлау. Хәйләкәр аҙым яһалды,
       идея иғлан ителде, Вәсилдең күп кенә дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре лә был "уйынға" ҡушылды: улар күргәҙмә өсөн ВХ
       портреттарын килтереү генә түгел, юбилярҙың яңы образдарын да яҙа. Һөҙөмтәлә күргәҙмәләге эштәр һаны һиҙелерлек арта - улар илленән күберәк йыйылған. "Урал" галереяһының бер залын
       Вәсилдең авопортреттары, икенсеһен - уның Өфө рәссамдары
       төшөргән портреттары биләй.
       Әйтергә кәрәк, замандаштарының портреттарында ВХ бик тә үҙенсәлекле һүрәтләнә. Мәҫәлән, Әлиә Баһаутдинованың Ханнановы Сальвадор Дали һүрәттәрен хәтерләтә.
       Вәсил Ханнановтың яҡын дуҫы Риф Шәрифуллин экспозиция авторын фотография теүәллеге менән - нәҡ фотолағы кеүек итеп төшөргән.
       Талантлы йәш рәссам Тимофей Дорофеев Вәсилде төшөрөү идеяһының күптән барлыҡҡа килеүен белдерҙе. Тик нисек итеп
       - Башта мин уны көтөүсе ҡиәфәтендә һүрәтләргә теләгәйнем. Сөнки һыйыр - Вәсилдең ижады өсөн хас төп символдарҙың береһе. Әммә уның портретын яҙа башлағас, икенсе идея барлыҡҡа килде - Ханнановты йорт фонында ҙур ерән һыйыр менән ҡосаҡлаштырып төшөрөргә. Унда Вәсил өсөн һыйырҙарҙан д а мөһимерәк булған ҡатын да, ике тоҡ картуф та бар. Кер эленгән, ярым ай яҡтырта - барыһы ла тейеш булғанса.
       Бөгөн Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис институтында Ханнанов  әҫәрҙәренең тағы бер күргәҙмәһе асыла. Был юлы тамашасылар иғтибарына быға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет теарында һәм ҡаланың Мәҙәниәт һарайында ҡуйылған "Интим өлкәһендә" экспозицияһы тәҡдим ителә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал