6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Наркотиктар әйләнешенә ҡаршы көрәш стратегияһы билдәләнә
21.09.06


       "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Виктор Журавлев "Наркотиктарҙы таратыуға ҡаршы хәрәкәттәге ҡ аҙаныштары өсөн" миҙалы менән наградланды. Был награда 2004 йылда республиканың "Наркотиктарһыҙ ҡала" йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ҡайһы бер дәүләт, хоҡуҡ һаҡлау, йәмәғәт
       һәм дини структуралар менән берлектә булдырылды. Миҙалға наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән һәр кем эйә була ала.
       Бөгөнгө наградлау тантанаһында "Башинформ" башлығынан тыш, БР Президенты ярҙамсыһы Миҙхәт Мәмбәтов, "Салют" компаниялары төркөмө етәксеһе Илдар Ғарифуллин һәм "Ҡояшлы әйләнә" реклама агентлығының генераль директоры Андрей Сидоркинға ла миҙал тапшырылды.
       Лайыҡлыларҙы бүләкләгәндән һуң, "Наркотиктарһыҙ ҡала" башлығы Флүр Әсәҙуллин журналистарға үҙенең командаһының алдағы көндәге пландары тураһында һөйләне, унда - йәмәғәт ойошмаларының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү
       һәм уға ҡаршы тороу буйынса төбәк - ара конгресын үткәреү ҙ ә ҡарала. Ике көнлөк форум Өфөлә 29 сентябрҙә асыласаҡ. Билдәләнгән проблеманы тикшереүҙә Рәсәйҙең 20 ҡалаһынан
       ашыу - Новосибирск, Ижевск, Ҡазан, Һамар, Һарытау, Екатеринбург, Томск, Салехард һәм башҡа урындарҙан, шулай уҡ
       АҠШ һәм Германиянан килгән ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла психоактив матдәләр ҡулланыу һәм уларҙың законһыҙ әйләнеше хаҡында квалификациялы төшөнсәгә эйә, йәғни тәжрибә уртаҡлашыу файҙалы булыр, тип уйларға кәрәк.
       Конгрестың тәүге көнөндә коммерция булмаған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре үҙҙәренең наркотиктарға бәйле енәйәткә ҡаршы көрәшкә индергән өлөшө һәм көс структуралары менән үҙ - ара килешеп эшләү алымдары тураһында һөйләйәсәк. 30 сентябрҙә форумда ҡатнашыусылар секцияларға бүленеп эшләй. Эштең өс йүнәлештә барыуы көтөлә: "Реабилитациялау үҙәктәре,
       социаль реабилитация һәм допинг бойондороҡлолоғона
       бирелгәндәрҙе адаптациялау", "Коммерция булмаған ойошмалар наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу эшендә", "Сәләмәт тормошто пропагандалау һәм алкоголизм һәм наркоманияны иҫкәртеү". Сараның йомғаҡлау өлөшөндә форумда ҡатнашыусыларҙың 2008 йылға тиклем уртаҡ
       эшмәкәрлек концепцияһы ҡабул ителәсәк.
       "Наркотиктарһыҙ ҡала" етәксеһе тәүге конгрестың һуңғыһы булмаҫына ышаныс белдерҙе:
       - Икенсеһе лә, өсөнсөһө лә булыр: был сара йолаға әйләне ргә һәм йыл һайын үткәрелергә тейеш, тип һанайым, - тине Флү р Әсәҙуллин.
       Конгресс сиктәрендәге саралар БР Ауыл хужалығы министрлығының конференция залында үтәсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал