6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Иҫәп тигеҙ: дүрткә дүрт
21.09.06


       Ниһәйәт, даими чемпионаттың алтынсы матчында "Салауат
       Юлаев" бер уйын эсендә ике шайбанан күберәк гол индереүгә иреште. Быға "Авангард" голкиперы Фомичев та ярҙам итте. Трибунанан күренеүенсә, ҡунаҡтар тарафынан үткәрелгән дүрт шайбаның икеһен, бәлки, өсәүһендер, уның иҫәбенә яҙып ҡуйырға мөмкин. Көсһөҙ яҡ тураһында ла онотмайыҡ - был
       миҙгелдә "Салауат Юлаев" дүрт шайба үткәргәне юҡ ине әле.
       Һүҙ башында бер аҙ ситкә тайпылыш яһап алайыҡ. Көндөҙ, командалар матчы алдынан, "Салауат Юлаевтың" фарм - клубы "Металлург - 2" менән осрашты. Өфө юниорҙары өсөн урындағы т амашасыларҙың яратҡан хоккейсылары Затонский, Чуприс, Щитов, Зюзин, Зачупейко уйнаны. Һүҙ кемдең яҡшыраҡ, кемдең -
       насарыраҡ уйнауы тураһында түгел. Әйтелгән уйынсыларҙың "Авангардҡа" ҡаршы сыҡмаясағы аңлашылды. Улар, бирелгән авансҡа ҡарамайынса, күләгәлә ҡала һәм төп составҡа эләкмәй.
       Ә бит бының проблемаға әйләнеүе бар. Бына, мәҫәлән, ҙур аре на фойеһында беҙ һаҡсы Никита Щитов менән әңгәмәләшәбеҙ.
       - Ни өсөн төп составҡа үтмәйһең
       - Насар уйнайым.
       - Һин был миҙгелдә мастерҙар өсөн уйнаманың бит әле. Әлл ә фарм - клубта күрһәткестәр аламамы
       - Фармда балалар менән уйнайбыҙ. Унда насар күрһәткестәр булыуы мөмкин түгел.
       - Ул саҡта проблема нимәлә
       - Насар уйнайым. Башҡалар - яҡшыраҡ. Тренер мине ҡуймайынса дөрөҫ эшләй. Ул кемгә ышанырға икәнен белә.
       Һәм Щитов уйын башланыуға тиклем байтаҡ ваҡыт ҡалыуына ҡарамаҫтан, тиҙ атлап трибунаға йүнәлде. Мин бындай һөйләшеү
       көтмәгәйнем. Егет үҙенең уйынын насар тип таный һәм быны
       объектив ысынбарлыҡ тип һанай. Яҡшыраҡ яҙмыш өсөн көрәшеү т еләге тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Киреһенсә - хоккейсы составҡа
       ынтылырға, уйын ваҡыты өсөн көрәшергә тейеш түгелме ни
       Бына Чуприс - тәкәббер кеше. Ул үҙен көсһөҙ тип танымаяса ҡ.
       - Хәлдәр нисек, ҡасан уйнаясаҡһың
       - Тренерҙан һора.
       - Һинең йәрәхәтең йүнәлеп бөтмәгән, буғай, ауыртамы
       - Ауыртмай. Бөгөн фарм - клуб өсөн уйнайым - асыулы ҡараш ы алыҫҡа йүнәлгән. Ғәҙәттә нахаҡҡа йәберһетелгән, ғорур кеше ләр шулай ҡарай.
       Зюзин менән Зачупейко күнекмәләрҙә дүрт өлкән урынына
       эшләй. Һәм улар ысынлап та оҫтара бара. Әммә - фарм - клуб. Артабан уларҙы нимә көтә Ҡарап еткермәү, уйын ваҡыты бирмәү арҡаһында күпме талантлы егеттәрҙе юғалттыҡ...
       Юҡ. Мин Михалевты һис тә ғәйепләргә теләмәйем. Уның үҙенең
       эшләү стиле һәм бай тәжрибәһе бар. Ул былай ҙа йә Левинский ¬  йә Метлюкка уйнарға мөмкинселек бирә, Берниковты, Сальниковты, Зюзинды һәм шул уҡ Затонскийҙы эштә тикшереп ҡа раны. Ҙур эскәмйәнең команда өсөн уңайлы булыуы аңлашыла. Ти к бына бер проблема бар - был ҡайһы бер яҡшы уйынсылар өсөн бер ҙә файҙаға бармай.
       Өҫтә әйтелгән проблемаға икенсе төрлө ҡараш өлгөһө лә бар , мәҫәлән, "Авангард" командаһы тренеры Белоусовтың ҡапҡасы Фомичевҡа ҡарата позицияһы.
       Омичтарға ҡаршы матчҡа "юлаевсылар" Сальников һәм ағалы -
       энеле Макаровтар сыҡманы. Константин бер аҙ ауырыҡһынып тора, ә бына Дмитрий тәүге тапҡыр составтағы урынынан мәхрүм
       ҡалды. Уның ҡарауы Берников пәйҙә булды һәм лайыҡлы уйын күрһәтеп, тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды.
       "Химиктан" еңелгәндән һуң өфөлөләр тик еңеүгә генә ынтылд ы. Улар беренсе минуттан уҡ һөжүмгә ташланды, хатта ҡайһы бе р ваҡытта оборона хаҡында ла онотоп киткеләне. Тәүге гол - Сидякин иҫәбендә. Омск ҡарсығалары иҫәпте тигеҙләне - күпселектә уларҙың ике уйынсыһы Тарасовҡа ҡаршы сыҡты, һәм Т юрин гол индерҙе, 1 : 1.
       Икенсе периодта Мелешко Фомичевтың ҡапҡаһына шайба индереүгә иреште. Был мәлдә ҡапҡа һаҡсыһы ҡунаҡтарҙы ҡотҡара ала ла кеүек ине, әммә килеп сыҡманы. Өфөлөлөр, ниһәйәт, еңеү менән ҡыуандырыр, тигән уй ҙа тыуҙы, әммә Курьянов тағы ла иҫәпте тигеҙләй. Икенсе өлөшкә тиклем 15 секунд ҡалғанда ҡунаҡтар алға сыҡты - Тарасов чех Росаның шайбаһын кире ҡаға алманы, 2 : 3.
       Өсөнсө өлөштә "Авангард" ҡаршы тора алыр кеүек тойола. Әммә шул ваҡыт ҡунаҡтарҙың һаҡсыһы Рябыкин шайбаны ҡулы
       менән эләктерә һәм ситкә ырғыта. Күпселекте һаҡсы Заболотне в оҫта файҙалана, 3 : 3.
       Һөжүмдәрҙең береһендә, төп ваҡыт тамамланыуға ике минут
       ваҡыт ҡалғанда, Заварухиндың биргән пасын Волков ҡапҡаға оҙата. Хужалар тағы ла алға сыға.
       Сиренаға тиклем ике минуттан да аҙыраҡ уйнарға ҡалды, әмм ә
       "Авангардҡа" ул да етә. Ҡапҡасыһыҙ уйында ҡарсыға Калюжный үҙен күрһәтә алды. Овертаймда голдар булманы.
       Матчтан һуң "Авангардтың" баш тренеры Валерий Белоусов былай тине:
       - Бөгөн күп шайба индерелде. Тамашасыларға бындай хоккей
       оҡшай. Командалар оборонанан уйнаманы. Тик инде икенсе
       матчты аҙағынаса уйнамайбыҙ. Тольятти ҡалаһында ла, бында л а алда килеп тә, еңеү иҫәбенә өлгәшә алмауыбыҙ үкенесле.
       Сергей Михалев, "Салауат Юлаевтың" баш тренеры.
       - Календарь ҡушыуы буйынса беҙ Ҡазанда чемпиондар, көслө
       "Химик", бөгөн көмөш призер менән уйнайбыҙ. Оборонала
       етешһеҙлектәр бар. Дүрт гол индереүебеҙ - прогресс.
       - Валерий Константинович, бөгөн Фомичевтың ғәйебе буйынса
       нисә шайба индерелде
       - Мин дә, Сергей Михайлович та бер ҡасан да ҡапҡа һаҡсыларын әрләмәйбеҙ. Ниндәйҙер мәлдә ул йә команданы ҡотҡара, йә шайба үткәрә. Ҡапҡасылар күберәк уйнарға, тәжриб ә тупларға тейеш. Фомичевҡа эскәмйәлә ултырыу ярамай.
       - Сергей Михайлович, Дмитрий Макаров менән нимә булды
       - Әлегә насар уйнай, уның уйынынан ҡәнәғәт түгелмен.
       - Ә Метлюк
       - Беҙ уға уйнарға мөмкинселек бирҙек, тик ул бер нимә лә күрһәтә алманы. Хәҙер Левинскийға, Берниковҡа уйнау мөмкинселеге бирелә - конкуренция.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал