6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Мостай Кәрим тураһында тере иҫтәлек
21.09.06


       Бөгөн, 21 сентябрҙә, Мостай Кәримдең хәтер көнө. Үткән йылдың ошо көнөндә башҡорт халҡының бөйөк улы, талантлы драматург һәм публицист, йәмәғәт эшмәкәре, хәрби һәм хеҙмәт ордендары кавалеры, Башҡортостандың халыҡ шағиры арабыҙҙан мәңгегә китте. Уның әҫәрҙәре Рәсәй һәм бөтә донъя мәҙәниәтенең ғорурлығына әйләнде.
       Мостай Кәримдең биографияһы күптәргә билдәле һәм уны ҡабатлап тороу кәрәкмәйҙер.
       Мостафа Сафа улы вафатына утыҙ йыл ҡала "Үткәндәргә - фатиха!" тигән шиғырында үҙе хаҡында яҙа.
       Өфөлөләр, Башҡортостан халҡы шағирҙары Мостай Кәримде һуңғы юлға 2005 йылдың 23 сентябрендә оҙатты. Был көн бик күптәрҙең хәтерендә ҡалды.
       Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путин да ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашыуын белдерҙе:
       "Рәсәй мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Сағыу, талантлы кеш е - шағир, драматург, публицист, ысын патриот һәм гражданин беҙҙең аранан китте.
       Мостай Кәрим тураһындағы иҫтәлек уның яҡындары, дуҫтары, күп милләтле Ватаныбыҙҙың бай әҙәби мираҫының ҡәҙерен
       белеүселәрҙең йөрәгендә мәңге һаҡланыр.
       В. Путин".
       Шағир менән хушлашыу ваҡытында Башҡортостан Президенты, Х өкүмәте һәм граждандарына, Мостай Кәримдең туғандарына
       һәм яҡындарына Рәсәй йырсыһы һәм Дәүләт Думаһы депутаты
       Иосиф Кобзон түбәндәге һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте:
       - Мин һеҙҙең республикала күп тапҡыр булғаным бар. Башҡор т еренә аяҡ баҫҡанда йөрәгем шатлыҡ менән тибә торғайны. Әмм ә бөгөн бик яманһыу, сөнки күп йылдар элек танышыу бәхете
       насип булған был иҫ киткес кешене башҡа бер ҡасан да күрә алмаясаҡмын. Миңә күренекле халыҡ шағирҙары Рәсүл Ғамзатов, Ҡайсын Кулиев, Дауыт Кугултинов һәм Мостай Кәримдең дуҫлығына шаһит булыу бәхете лә тейҙе. Улар барыһы ла талантлы, даһи кешеләр булды, иң аҡыллыһы һәм баҫалҡыһы
       Мостай Кәрим ине. Ғәҙәттә ул өндәшмәҫ кеше, әммә телгә килһә, уның һүҙҙәрендә башҡорт халҡының аҡылы ишетелде. Японияла милли байлыҡ тигән төшөнсә бар. Унда халыҡ йәки атҡаҙанған кеүек исемдәр юҡ. Бына Мостай башҡорт халҡының
       милли байлығы булды.
       Күптәнге дуҫы Сыңғыҙ Айтматовтан да телеграмма килде:
       "Бәхил бул, Мостай Кәрим...
       Был ҡайғылы һүҙҙәрҙе әйтеүе шул тиклем ҡыйын. Мин ғүмерем
       буйына был кеше алдында баш эйҙем, ул минең өсөн яҡын дуҫ,
       бөйөк ҡәләмдәш кенә түгел. Ул күренекле шәхес, 20 быуаттың гуманлыҡ сағылышы булды. Уның башҡорт халҡы исеменән дә,
       уның поэзияһы һәм мәҙәниәте исеменән дә сығыш яһарға хаҡы б ар ине.
       Һәм быяла аҫтында һаҡланған ҡәҙерле фотоға торған һайын йышыраҡ күҙ һалам, унда беҙ өсәү - Мостай Кәрим, Рәсүл
       Ғамзатов һәм мин...
       Эйе, егерменсе быуат артынан, осар ҡоштарҙай китәбеҙ...
       Әлегә бер үҙем ҡалам...
       Бәхил бул, башҡорт туғандарҙың бөйөк улы - Мостай Кәрим.
       Башымды эйәм һәм илайым!
       Сыңғыҙ Айтматов".
       Бөгөн Мостайҙың тыуған көнөндә уның адресына тағы ла йылы
       һүҙҙәр яңғыраясаҡ. Йәл, әммә ул әйтелгән һүҙҙәрҙе ишетмәй. Шағирҙың бөйөк дата - Башҡортостандың үҙ теләге менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү байрамында
       булмауы ла үкенесле.
       Шулай ҙа, әйҙәгеҙ, "Совет Башҡортостанының" 50 йыл элек сыҡҡан һанын алайыҡ һәм Мостай Кәримдең 400 йыллыҡҡа арнап я ҙған "Күперҙәр һәм юлдар" мәҡәләһенә күҙ һалайыҡ.
       "Беҙҙең яҡтарҙа йәйғорҙо Салауат күпере тиҙәр. Был исем к үп быуаттар дауамында, легендар халыҡ геройы Салауатҡа тикле м
       дә йәшәп килгән. Ул ниндәйҙер дини төшөнсә менән бәйле,
       буғай. Тик бала саҡта ниндәйҙер төшөнсәлә эш юҡ. Хәтерҙә, б еҙ, ауыл малайҙары, йылы ямғырҙан һуң урмандар һәм тауҙар өҫтөндә йәйғор ҡалҡҡанда, бейек, төрлө төҫтәге был күпергә ҡурҡыу ҡатыш һоҡланыу менән ҡарай торғайныҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа Салауат Юлаевтың атын менеп, ошо күпер буйлап мөғжизәле ҡыйыулыҡтар иленә сабып китеүендә тамсы ла шикләнмәнек. Ҡаһармандар була ла инде! Шулай уҡ Салауат күперенә күтәрелә
       алырлыҡ башҡа батырҙар ҙа буласағына ышана инек.
       Ҡояш нурҙары һәм ямғыр тамсыларының уйыны менән бергә дәртле бала саҡ фантазияһы ла аҡрынлап һүнә. Әммә был киләһе
       ямғырҙарға тиклем генә...
       Ағиҙел йылғаһы аша һалынған бөйөк күперебеҙҙә баҫып торған
       саҡта хәтеремә килеп төштө был. Түбәндә халҡыбыҙ быуаттар дауамында данлаған йылғабыҙ уйнап аға. Әммә күп йылдар элек мин уны атайым менән бергә паромда үткәндә, йылға миңә уҫал һәм мәкерле булып күренгәйне. Кемдеңдер аты өркөп артҡы
       аяҡтарына баҫты һәм хужаһын һалҡын һыуға алып ырғытты. Паромсылар уны әрләй - әрләй булһа ла һөйрәп сығарҙы. Ул саҡта Ағиҙел ҡалаға юлда барлыҡҡа клгән дәһшәтле кәртә ине.
       Ике йылға ҡаймалаған Өфө оҙаҡ ваҡыттар Ватаныбыҙҙың көнсығыш сигендә нығытма булып торҙо. Ә нығытмалар бер ҡасан да ҡунаҡсыл булмай. Тик Октябрь ғына Өфөнө Көнсығыш халыҡтары өсөн революция маяғы итеп күтәрҙе. Хәҙер бейек тауҙарҙан уның яҡты уттары алыҫҡа күренә, хеҙмәт һәм хәрби
       даны йыраҡҡа ишетелә.
       Төндә уттар үреме менән биҙәлгән күпер буйлап машиналар сабыуына күҙ һалһаң, ҡайһы ваҡыт улар минең бала сағымдың әкиәт донъяһына илтеүсе баяғы йәйғор буйлап ағылғандай
       тойола. Хыял, кеше бәхете, матур тормош тураһындағы әкиәт
       аҙағына яҡынлашты. Ул хәҙер өнгә, тормошҡа, халҡыбыҙҙың көнләшерлек яҙмышына әйләнде.
       Бөгөн баш ҡалабыҙҙан күпме илдәргә һәм донъяларға күперҙә р һуҙылған! Башҡорт халҡының йөрәгенән донъя халыҡтарына күпме тура юлдар үтә! Юлдар һәм күперҙәрҙе халҡыбыҙ ныҡ итеп ¬ быуаттарға, мәңгелеккә төҙөгән. Был сәнғәткә уны урыҫ туға ны өйрәтте.
       Ауыр көндәрҙә ошо юлдар һәм күперҙәр буйлап дуҫтарҙан беҙгә ярҙам һәм яҡлау килде, улар буйлап беҙ дуҫтар мохтаж
       булған нимәне оҙатабыҙ. Ошо көндәрҙәге дөйөм халыҡ тантанаһында шул уҡ юлдар һәм күперҙәр буйлап беҙгә
       Мәскәүҙән һәм Украинанан, Ҡазандан һәм Чебоксарҙан, Чкаловтан һәм Свердловтан һәм башҡа бик күп ҡалаларҙан
       икһеҙ - сикһеҙ шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға туғандарыбыҙ килде.
       Юлда кем әйҙәүсе, мәжлестә уның урыны түрҙә. Был хөрмәтл е урын лайыҡлы рәүештә беҙҙең өлкән туғаныбыҙ - урыҫ халҡына тәғәйенләнгән. Дүрт быуат дауамында ул беҙҙе ауыр тарих
       юлдары буйлап йөрөттө һәм бәхетле бөгөнгөгә алып килде. Ә алда яңы юлдар, алда - гүзәл киләсәк. Уның, иртәгәнең, хужаһ ы беҙ. Балалар көлөүендәй саф, туғандарҙың ҡул ҡыҫышындай ҡайнар, Урал тауындай ҡаҡшамаҫ дуҫлығыбыҙ быға дәлил".
       Башҡортостан яҙыусыларының һуңғы съезында БР Президенты М ортаза Рәхимов тағы ла Мостай Кәримдең исемен хәтергә
       төшөрҙө.
       - Халыҡ шағиры, аҡыл эйәһе Мостай Кәрим әйтеп ҡалдырғанса , "Тыуған бишек - Башҡортостанды, уның байлығын, уның азатлығын, уның дөйөм Ватан - Рәсәй алдындағы абруйын
       һаҡлағыҙ". Унан да дөрөҫөрәк итеү әйтеү мөмкин түгел!

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал