6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Туғанлыҡ" еңеүсеһен тапты
21.09.06


       Иң мөһим хәбәрҙән башлайыҡ: Төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивалендә "Иң яҡшы спектакль"
       номинацияһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Айрат Әбүшахманов ҡуйған "Кәкүк ояһы" спектакле еңеүсе тип танылды. "Туғанлыҡ" "геройына" иһ ә диплом һәм "Режиссерҙың иң яҡшы эше" номинацияһында премия тапшырылды. Шулай уҡ "Иң яҡшы ирҙәр роле" номинацияһында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың х алыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев наградаға лайыҡ булды. Был турала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында фестивалде ябыу тантанаһында хәбәр ителде. Айрат Әбүшахмановҡа призды ж юри рәйесе - Мария Ермолова исемендәге театрҙың художество е тәксеһе, профессор, Рәсәй театр сәнғәте академияһының актер оҫталығы кафедраһы мөдире, СССР - ҙың халыҡ артисы, Рәсәй Д әүләт премиялары лауреаты Владимир Андреев тапшырҙы.
       Театр булған ерҙә халыҡ йәшәй. Театр булмаған ерҙә - кеше ләр төркөмө. Нәҡ ошо һүҙҙәр "Туғанлыҡ" фестиваленең төп идея һын айырыуса асыҡ сағылдыралыр, моғайын. Фестиваль театрҙар ҙы берләштереүҙән тыш, уртаҡ проблемаларҙы ла асыҡланы.
       - Төрки телле театрҙарҙың дүртенсе "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивале нимә ул Ул - Өфө ҡалаһының, Башҡортостан Республикаһының, бөтә илдең байрамы. Һәм мин театр коллективтары һәм театр тәнҡитселәрен генә түгел, һәр бер тамашасыны айырым күҙ уңында тотоп әйтәм. Сөнки, әгәр ҙә фестиваль ҡаланың театр байрамына әйләнмәй икән, тимәк ул үҙ
       маҡсатына ирешмәне, тигән һүҙ, - тине фестивалде ябыу тантанаһында РФ атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, театр тәнҡитсеһе Николай Жегин. - Был йәһәттән "Туғанлыҡ" беҙҙең и ң ҡыйыу өмөттәребеҙҙе аҡланы, бик уңышлы үтте. Беҙ ҡала халҡының театрға булған ҡыҙыҡһыныуын ҡыуанып та, ғәжәпләнеп тә күҙәттек. Хатта "Туғанлыҡтың" тәнҡитселәр коллегияһы спектаклдәрҙе тикшергән ваҡытта ла зал тулы булды. Баш ҡала халҡы ғына түгел, яҡын - тирәләге ауыл һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә театралдар булып сыҡты. Төрки театрҙарының сығыштарын ҡарау, төрлө халыҡтарҙың милли мәҙәниәтенә сумыу теләге менән халыҡ төрлө райондарҙан да килгән ине. Тағы ла мин тамашасыларҙың һәр ваҡыт, хатта көсһөҙ спектаклдәрҙе лә аяғүрә баҫып алҡышлауҙарына шаһит булдым. Ө фө тамашасыһының ҡунаҡсыллыҡ йолалары, һис һүҙһеҙ, ихтирамға лайыҡ.
       Фестиваль - бөгөнгө театр процесын сағылдырыусы көҙгө. Бы л мәғәнәлә "Туғанлыҡ" ваҡиғаларға бай булды, фекерләү өсөн етерлек аҙыҡ бирҙе. Бында ҡуйылған спектаклдәрҙән беҙ
       халыҡтың милли тормошон уның бар төрлөлөгөндә күреү, матур йолалар, ғөрөф - ғәҙәттәр, бейеүҙәр ҡарап һоҡланыу бәхетенә ирештек, ысын театр менән осраштыҡ. Психологик театрҙың тере һәм бөгөн дә беҙҙең арала булыуын аңланыҡ, бының өсөн уға ҙур рәхмәт!
       Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театрының Айрат Әбүшахманов ҡуйыуындағы "Кәкүк ояһы" спектакле лә быны раҫланы. Психологик театрҙың тере өлгөһө - ул миндә бик ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
       Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының
       Фәрит Бикчәнтәев ҡуйған "Апалы - һеңлеле өсәү" спектакле лә фестивалдең лайыҡлы биҙәгенә әйләнде.
       "Туғанлыҡ" сиктәрендә үҙ сәнғәтен бына тигән итеп күрһәте үгә өлгәшкән башҡа күп кенә театрҙар һәм актерҙарҙы ла мин б өгөн яңыса күрҙем. Фестиваль театрҙың киләсәгенә оптимизм ме нән
       ҡарау мөмкин булыуын күрһәтте, сөнки төрки телле театрҙарҙы ң реаль эше дауам итергә тейеш һәм ул дауам итәсәк.
       Һүҙемде тамамлап, Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә һәм фестивалде ойоштороуҙа ҡатнашыусы һәр кемгә ҡунаҡтарҙы б ик йылы итеп ҡаршы алыуҙары, театрҙарҙың шығырым тулы залдары, үҙебеҙҙе бында өйҙәге кеүек тойоуыбыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерергә теләйем. Фестивалдәрҙең бындағы кеүек бер тотҡарлыҡһыҙ, шыма үтеүен һирәк осратырға тура килә.
       - Хөрмәтле жюри ағзаларының "Туғанлыҡ" номинацияларында Башҡорт дәүләт академия драма театрын да билдәләүе беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы хәбәр, - тип мөрәжәғәт итте залда
       ултырыусыларға БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, Б Р мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. - Беҙ
       быны бер театрға ғына түгел, Башҡортостандың дөйөм театр сәнғәтенә бирелгән юғары баһа, тип ҡабул итәбеҙ. Төрки телле театрҙарҙың дүртенсе "Туғанлыҡ - 2006" халыҡ - ара фестивале н ябып, миңә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов һәм БР Хөкүмәте исеменән фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһын да уны уңышлы тамамлау менән ҡотларға һәм ижади уңыштар теләргә рөхсәт итегеҙ. Шулай уҡ фестиваль үткәреү идеяһын хуплап ҡаршы алыуҙары өсөн БР Президентына, Рәсәй Мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар
       министрлығы һәм беҙгә матди ярҙам да күрһәткән Халыҡ - ара "ТӨРКСОЙ" ойошмаһына ҙур рәхмәт белдерергә теләйем.
       "Туғанлыҡ" фестивале республика өсөн мөһим булған дата - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуҙы байрам итеү билдәһе аҫтында ойошторолдо. Быға бәйле төрки театрҙары фестивале ҙур сәйәси әһәмиәткә эйә, сөнки ул халыҡтарҙы берләштереүҙең юғары идеяһына, сәнғәт ярҙамы менән милли тамырҙарҙы тергеҙеүгә ярҙам итә. Ә хәҙер Башҡортостан Хөкүмәте исеменән Төрки телле театрҙарҙың дүртенсе "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивален ябыҡ тип иғлан итергә рөхсәт итегеҙ!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал