6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Шүлгәнташты 4,3 миллион һумға батырғандар
21.09.06


       Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы "Шүлгәнташ" дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы режимын тупаҫ боҙоу факттарын асыҡлаған: быйылғы йылдың май - июнь айҙарында "Йомағужа һыу һаҡлағысы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ҡарары буйынса Йомағужа һыу һаҡлағысының һыу кимәлен күтәреү ваҡытында ҡурсаулыҡтың Ағиҙел йылғаһы эргәһендә урынлашҡан т ерриторияһын һыу баҫҡан, уның майҙаны биш гектар самаһы тәшкил итә.
       Һыуҙың юғары кимәле - 260 метр билдәһенән юғарыраҡ - 37 тәүлек һаҡланған, был ҡурсаулыҡтың тәбиғи объекттары өсөн төҙәтә алмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтергән. Һыу баҫҡан майҙанды ҡарағанда, прокуратура хеҙмәткәрҙәре "Шүлгәнташ" етәкселеге,
       "Йомағужа һыу һаҡлағысы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Росприроднадзор идаралығы, БР буйынса урманды һаҡлау үҙәге, Кама бассейны һыу идаралығы бүлеге вәкилдәре менән берлектә 1600 - ҙән ашыу кипкән ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарға ( муйыл, ерек, ҡарама, йүкә, ҡайын, тирәк, ҡарағай, гөлйемеш ) тап булған һәм уларҙың һәләк булыуы һыу баҫыу эҙемтәһе тигән
       һығымтаға килгән. Иҫәпләүҙәр буйынса, ҡурсаулыҡҡа килтерелгән зыян 4,3 миллион һум тәшкил итә.
       Был фактҡа бәйле, тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы 262 - се статья - "Айырым һаҡ аҫтындағы тәбиғәт территорияларын һәм тәбиғәт объекттары режимын боҙоу" - буйынса енәйәт эше асҡан .

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал