6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Был тереләргә кәрәк...
20.09.06


       Мәскәү, ҡыңғырауҙар сыңы... Һәм зәп - зәңгәр, төпһөҙ күк йөҙө. Сиркәү көмбәҙҙәре һәм күп ҡатлы биналар, шаулы майҙанд ар һәм тын ҡалған парктар. Бер йыл тирәһе элек яҙмыш ҡушыуы буйынса миңә Мәскәүҙә булырға тура килде. Иҫ киткес йылы, ҡояшлы көн тора. Беренсе октябрҙә бындай көн булырға мөмкин икәнлеген күҙ алдыма ла килтермәй торғайным. Йәйҙең сағыу шаңдауы - яҙмыш бүләге булғандыр, күрәһең.
       Электән килгән ғәҙәтем - баш ҡаланың быға тиклем булырға тура килмәгән мөйөштәре менән танышыу маҡсатында Новодевичий монастырына килеп сыҡтым, аяҡтар үҙҙәре үк күп
       кенә билдәле кешеләр ерләнгән мемориаль зыяратҡа алып китте . Ҡасандыр, мәктәптә уҡыған саҡта, бында булырға тура килгәйне, әммә ул ваҡытта беҙ үҙәк аллеянан алыҫ китмәнек. Б ыл юлы мин илебеҙҙең күренекле кешеләренең һуңғы төйәге мен ән ентеклерәк танышырға булдым. Моңһоу уйҙар менән ҡәберҙәр
       араһында оҙаҡ ҡына йөрөгәндән һуң, зыяраттың тарихи өлөшөнә
       барып сыҡтым.
       О, күпме бөйөк исемдәр! Бына Гоголдең ҡәбере, ул алыҫтан
       күренә: "Николай Васильевич Гоголгә - Советтар Союзы хөкүмәтенән. 1951 йылдың 9 сентябре". Ҡаршыла шағир Николай Языков ерләнгән (1803 - 1848). Ә уның эргәһендә... Хоҙайым! Был беҙҙең яҡташыбыҙ Сергей Тимофеевич Аксаковтың ҡәбере бит! Уның Мәскәүҙә ерләнгәнен белһәм дә, ҡәбер ташына нәҡ ошонда, Гоголдең күршеһендә тап булырмын тип уйламағайным. Ҡ асандыр Николай Васильевич үҙе Аксаковҡа бала сағы хаҡында иҫтәлектәр яҙырға кәңәш бирә. Шулай итеп "Семейная хроника" һәм "Детские годы Багрова - внука" барлыҡҡа килә.
       Был классик әҫәрҙәр авторының ҡәбере үҙенең ябайлығы менән таң ҡалдыра: ҙур булмаған постамент өҫтөнә амфора
       ултыртылған. Һәйкәлдә ике фамилия: Сергей Аксаков ( 1781 - 1859) һәм Константин Аксаков ( 1817 - 1860), уның улы, публицист - славянофил. Ҡәбер кәртәләнмәгән, тирә - яҡта сәс кә лә, үлән дә ултыртылмаған. Нисек инде улай Данлыҡлы урыҫ яҙыусыһы өсөн миңә ҡыйын булып китте. 20 сентябрҙә уның тыуған көнөндә, тыуған яғы Башҡортостанда сираттағы халыҡ - ара Аксаков байрамы үтәсәк, ә бында, ул ғаиләһе, дуҫтары мен ән йәшәгән урында яҙыусы хаҡында иҫтәренә лә төшөрмәгәндәр. Һәр хәлдә ҡәберенә сәскәләр гөлләмәһе лә һалынмаған.
       Мәңгелек йоҡоға талыусылар өсөн уларҙың ҡәберендә сәскә бармы - юҡмы, барыбер, әлбиттә. Әммә совет шағиры Роберт Рождественский әйтмешләй: "Был үлеләргә түгел - тереләргә кәрәк!"
       Һәм бына бөгөн, Сергей Аксаковтың тыуыуына 215 йыл тулыуы н билдәләгәндә, миңә бер уй тынғы бирмәй: " Уның хөрмәтенә ҙ ур байрам үткәреп тә, беҙ яҙыусының һуңғы төйәгендә уны хөрмәтләп иҫкә алыу мөмкинселеген таба алмаҫбыҙмы икән ни" Күп кенә яҡташтарыбыҙ, улар иҫәбендә мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, я ҙыусылар, Мәскәүҙә йәшәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән элемтәгә инеп, яҙыусының замандаштары әйтмешләй, "башҡорт е ре шағирының" ҡәберенә сәскә һалыуҙарын һорарға мөмкин. Зыярат хакимиәтенә лә шылтыратырға була ( ярҙамлдары өсөн аҡса ебәреүе ҡыйын түгел). Был үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡтарына иманым камил. Күп кенә мәрхүмдәрҙең туғандары алыҫ йәшәй, шуға күрә һәр урында билдәле хаҡҡа ҡәберҙәрҙе ҡарау, төҙөкләндереү, йәшелләндереү олйошторола.
       Бәлки, бөтә донъяға билдәле ватандашыбыҙҙы хөрмәтләүҙе ул
       тыуған ерҙә генә түгел, ул ерләнгән урында ла үткәреүҙе йол аға индерергә ваҡыттыр. Республикабыҙҙа булдырылған Аксаков фондына был йәһәттән уйланырға урын барҙыр, моғайын.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал