6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Торлаҡҡа хаҡтар артыуына ҡаршы баҙар алымдары менән көрәшерг ә кәрәк
20.09.06


       Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда торлаҡҡа ипотека кредитының ярайһы уҡ йылдам үҫеүе күҙәтелә. Дәүләт ипотекаға Рәсәй
       халҡының торлаҡ проблемаһын хәл итә алырлыҡ механизм итеп ҡ арай. Әммә бөгөн ипотека нимәгә әйләнде һәм ябай граждандарҙың кредит алып, үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинселеге бармы
       Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Рәсәйҙә "ипотека" төшөнсәһе һигеҙ йы л элек, ипотека кредиты тураһында закон ҡабул ителгәндән һуң барлыҡҡа килде. Әммә йәмғиәттең финанс - хужалыҡ тормошо
       элементы булараҡ, ипотека беҙҙең эраға тиклем алтынсы быуатта, Боронғо Грецияла билдәле булған. Әйткәндәй, боронғо грек теленән тәржемә иткәндә, ипотека "терәк", "таяу" мәғәнәһен аңлата. Тик бөгөнгө ипотеканы рәсәйлеләр өсөн таяу
       тип әйтеп буламы Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика бының киреһен күрһәтә.
       Ипотека кредиты үҫә башлау менән Башҡортостанда торлаҡҡа хаҡтар бер нисә тапҡыр күтәрелде. Быйылғы йылдың ғинуарынан ғына Өфөнөң күсемһеҙ милек буйынса икенсел баҙарында бер квадрат метрҙың хаҡы 70 проценттан ашыу күтәрелгән. Уртаса
       алғанда, хаҡтар аҙнаһына ике процент тирәһенә арта. Бөгөн ҡала буйынса бер "квадраттың" уртаса хаҡы 50 мең һум тәшкил итә.
       Беренсел торлаҡ баҙарында хаҡтар икенсел баҙарҙан бер нис ә пунктҡа ғына ҡалыша. Өс аҙна эсендә төҙөлөштәрҙә фатирҙарғ а хаҡ бер процентҡа күтәрелә. Бөгөн фатирҙарҙың бөтә типтары буйынса бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 42,24 мең һум тәшкил
       итә.
       Күсемһеҙ милектә кемдең аҡсаһы әйләнә
       Белгестәр баһалауы буйынса, бындай хәл - торош бер нисә сәбәпкә бәйле барлыҡҡа килгән. Хаҡтарҙың үҫешенә, алда әйтелеүенсә, яңы торлаҡ тапшырыу күләме һаҡланғанда, ипотека кредитының йылдам үҫеше тәьҫир итә. Әммә, әгәр үткән йылда
       торлаҡҡа хаҡтар ни бары 40 процентҡа күтәрелһә, быйыл ул бөгөнгө 70 - тә лә туҡтап ҡалмаясаҡ. Үткән йылдың яҙында ҡаб ул ителгән өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы закон да өҫтәмә негатив фактор ролен уйнаны. Нәҡ шунан һуң төҙөүселәр төҙөлөштө туҡтатып торҙо, һөҙөмтәлә илдә яңы торлаҡты
       файҙаланыуға тапшырыу 30 процентҡа ҡыҫҡарҙы, уны бер "квадратҡа" хаҡтың үҫешендә лә күрергә була.
       Бөгөн Башҡортостанда финанс инструменттарының иң табышлыһы булараҡ, торлаҡ баҙарына күп аҡса индереүсе агрессив инвесторҙарҙың артыуын иҫәптән сығарырға ярамай. "Алгоритм" күсемһеҙ милек агентлығы директоры Артур Урманцев әйтеүе буйынса, бөгөн Өфөлә бындай инвесторҙар ( дөйөм алғанда, Мәскәү фирмалары, республиканың нефть бизнесы вәкилдәре һәм башҡалар) тотош квартал, хатта биҫтә
       төҙөлөшөн инвестициялай. Һөҙөмтәлә яңы төҙөлөштәр нигеҙ һалынған ваҡыттан уҡ һатылып бөтә. Төҙөлөш тамамланғандан һуң йорттарҙың яңы хужалары күсемһеҙ милекте юғарыраҡ хаҡҡа һата.
       Әйткәндәй, төҙөүселәр үҙҙәре лә торлаҡ хаҡының артыуына булышлыҡ итә. Аҡса етмәү темаһына һөйләшеүҙәргә ҡарамаҫтан, төҙөлөш комплексының торлаҡҡа аҡсаһы бар. Әлеге ваҡытта риэлторҙарҙың төҙөлөш стадияһында фатир алыу буйынса тәҡдимдәре булмауы ла ошоно дәлилләй - яңы төҙөлөштәргә бәйле барлыҡ тәҡдимдәр ҙә әҙер торлаҡ буйынса бара. Йәғни, агрессив инвестрҙарҙың аҡсаһын ҡулда тотоусы төҙөүселәр фатирҙарҙы төҙөү стадияһында һатырға ашыҡмай, ҙурыраҡ килем алыу өсөн уларҙы тулыһынса әҙер булғансы бер аҙ тота
       бирә.
       Бынан тыш, бөгөн Башҡортостандың күсемһеҙ милек баҙарында "первичка" буйынса ипотека кредиты үҫешә башлауы һиҙелә. Әлегә банкылар юғары проценттарға ( 20 - нән ашыу) займдар тәҡдим итә, әммә процент ставкаларының 13 - 15 процент кимәленә тиклем түбәнәйеү тенденцияһы күҙаллана. Тимәк, кредиттар халыҡ өсөн арзаныраҡ һәм ала алырлыҡ буласаҡ. Һәм был тағы ла фатирға хаҡтарҙың артыуына булышлыҡ итәсәк, тип билдәләй белгестәр.
       Бөгөн, социаль һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, өфөлөләрҙе ң 75 проценты торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, күп өлөшө - ябай торлаҡҡа мохтаж. Респонденттарҙың 41 проценты ипотека ресурстары менән файҙаланырға, йәғни күсемһеҙ милеккә хаҡтарҙың артыуына йоғонто яһарға әҙер. Хәйер, "Өфө ҡалаһы ипотека кредиты агентлығы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль диреткоры Анатолий Мейзлер билдәләүенсә, Өфөлә потенциаль заемщиктарҙың төп ҡатламы "йыуылған", йәғни
       Өфөнөң тәүге взнос индереүгә, кредит алыу һәм уны түләүгә аҡсаһы булған халҡы үҙҙәренең торлаҡ мәсьәләһен хәл иткән инде. Бөгөн ипотека займдарын урта түгел, ә хәлле, бизнес - класс вәкилдәре ала. Әйткәндәй, ошондай тенденция Мәскәүҙә
       лә күҙәтелә. Бөгөн унда майҙаны буйынса ҙур булмаған торлаҡҡа - 40 - 50 квадрат метрлыҡ фатирҙарға хаҡтарҙың стагнацияһы билдәләнә. Был ябай һатып алыусының аҡсаһы булмағанлыҡтан, "уҙыштан" сығыуы эҙемтәһе. Бөгөн ябай мәскәүлеләрҙең ипотека килешеүе төҙөү өсөн тәүге взнос индереүгә лә аҡсаһы етмәй, тип билдәләй "РБК - Күсемһеҙ миле к". Әгәр элек фатир 60 мең доллар тороп, тәүге взнос 18 мең
       доллар тәшкил итһә, бөгөн фатир 200 мең доллар тора, һәм беренсе взносҡа, ярашлы рәүештә, 60 мең доллар кәрәк - халыҡтың ул тиклем аҡсаһы юҡ. Шуға күрә күсемһеҙ милек
       баҙарында юридик шәхестәр һәм хәлле граждандар ғына ҡалыуы тураһында әйтергә мөмкин. Һуңғылары Рәсәйҙә, билдәле, күп түгел, шуға күрә, аналитиктар күҙаллауынса, яҡын арала нәҡ
       һатып алыу һәләте хаҡтарҙың үҫешен тотҡарлаусы төп факторға
       әйләнәсәк.
       Өфө, Башҡортостан, тотош Рәсәйҙең күсемһеҙ милек баҙары артабан нисек үҫешәсәк Был ҙур дәрәжәлә закондар сығарыусы npc`md`pға һәм башҡарма власҡа бәйле. Үткән йылдағы хаталарҙан һуң ( шул уҡ өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы закон) , Дәүләт Думаһы депутаттары, ниһайәт, хәлде төҙәтеү өҫтөндә эшләргә ҡарар итте. Атап әйткәндә, бөгөн Рәсәй парламентарийҙары ҡарамағына иҫке торлаҡты һүтеү менән шөғөлләнәсәк төҙөүселәр өсөн төҙөлөш майҙандары буйынса сауҙалашыуҙан азат итеүҙе күҙ уңында тотоусы закон сығарыу
       инициативаһы тәҡдим ителә.
       Ғөмүмән, баҙарға ҡаршы баҙар алымдары менән көрәшергә кәрәк, тип һанай БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Сәнәғәт,
       төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Дмитрий Купцов. Уның фекере буйынса, торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыу өсөн үҙенсәлекле "йырып сығыу" ҡарарын табырға кәрәк - үҙ ваҡытында "хрущевкалар" кеүек, мәҫәлән. Ә күсемһеҙ милек баҙарындағы "уйынсылар" өсөн торлаҡҡа бәйле прогрессив һалымдар шкалаһы индерергә мөмкин. Бынан тыш халыҡтың күсемһеҙ милектә табыш эшләмәгән, ә ысынлап та уға мохтаж булған ҡатламы өсөн торлаҡ төҙөүгә дәүләт заказы булдырыу мотлаҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал