6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Кинйә Арыҫланов ырыуынан сыҡҡан герой
20.09.06


       Башҡорттар араһында беренсе булып Советтар Союзы Геройы и семе Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаевтың көрәштәше, данлыҡлы Кинйә Арыҫланов нәҫеленән сыҡҡан Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы Арыҫлановҡа ( 1915 йылдың 20 сентябре - 1945 йылдың 9 ғинуары) бирелә.
       Көйөргәҙе районынан сыҡҡан яҡташыбыҙ нефть техникумын тамамлай, 1937 йылда армия сафына алына, танкист булып хеҙмәт итә. Ул Арыҫлановтар исеменә тап төшөрмәй. Көйөргәҙе районының бәләкәй генә Кинйәбыҙ ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 43 кеше ҡатнаша, уларҙың яртыһы тип әйтерлек Кинйә Арыҫланов нәҫеленән. Ауылда Ғәфиәтулла Арыҫлановтың
       атаһына яҙған хаты оҙаҡ һаҡлана. "Һин мине мәмерйәләр янына
       алып килеп, Кинйә батыр тураһында һөйләгәнеңде һаман да хәтерләйем, "шулай уҡ көслө һәм ҡыйыу бул" тигән һүҙҙәрең һаман да ҡолаҡта яңғырай. Күптәребеҙ өсөн ошондай изге булға н урындар барҙыр, моғайын. Юҡһа үҙенең күләгәһе менән ярты донъяны ҡаплаған хәшәрәт дошман менән алышырға көстө ҡайҙан алырға мөмкин
       Ғәфиәтулла Арыҫлановтың хәрби юлы 1939 - 1940 йылдарҙағы совет - фин һуғышынан башлана. 136 - сы атышсылар полкының танк ротаһына дзоттар ( 97 - се атышсылар дивизияһы, 13 - сө армия) һөжүм итергә ҡамасаулай. Улар беҙҙең танкыларҙы артиллерия уты менән ҡаршы ала. Финдарҙың ут нөктәләрен мотлаҡ юҡ итергә кәрәк. 1940 йылдың 24 февралендә танк
       ротаһының взвод командиры Ғәфиәтулла Арыҫланов дзоттарҙың б ереһен юҡҡа сығарыуҙа ҡатнаша. Финдар беҙҙең бер нисә танкыны шартлата. Ғәфиәтулланың "тимер хайуаны" ғына имен
       ҡала. Артабанғы хәл тураһында награда ҡағыҙы һөйләй: " Дзот ҡа 60 - 70 метр тирәһенә яҡынлашҡас, танк дошмандың пушка ут ы аҫтында ҡала. Артабан ул танкыһын 100 - 150 метрға ситкә алы п бара, яраланған саперҙы күрә һәм уны үҙе менән ала. Аҡ финда р танкыны ҡамарға маташып ҡарай, әммә Арыҫланов уларҙы ҡасырға мәжбүр итә. Шунан һуң дошмандың пулемет уты
       аҫтында танкыны яу яланынан алып сыға".
       1940 йылдың етенсе апрелендә Ғ. Ш. Арыҫлановҡа башҡорттар
       араһында беренселәрҙән булып Советтар Союзы Геройы исеме би релә.
       1941 йылда ул Ульяновск танк училищеһын тамамлай. Тәжрибәле
       танкист йәш һалдаттарҙы хәрби эшкә өйрәтә. Фронтҡа ынтыла, әммә уның теләген кире ҡағалар: тәжрибәле танкист - инструкт ор тылда ла кәрәк. Әммә 1943 йылдың мартында Арыҫланов
       барыбер теләгенә ирешә. Ғәфиәтулла Воронеж, беренсе Украина, Көнбайыш, икенсе Украина фронттарында һуғыша. Курск, Орел, Харьков, Смоленск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша ® Ике тапҡыр йәрәхәтләнә. Ике тапҡыр беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
       Ғәфиәтулланың һуңғы батырлығы тураһында мәғлүмәтте уның туғаны Нурамбик Арыҫлановҡа оҙаҡ йыйырға тура килә.
       Герой Будапешттағы алышта, танк ғәскәрҙәренең гвардия майоры дәрәжәһендә һәләк була. Фашистарҙы ҡамауға алғандан һ уң, беҙҙең командование уларҙы әсирлеккә бирелергә мәжбүр итеү өсөн парламентерҙар ебәрергә ҡарар итә. Ғәфиәтулла
       Арыҫланов немец телен яҡшы белеүе сәбәпле, төркөмдө етәкләүҙе үҙенә ышанып тапшырыуҙы һорай. Дошман территорияһына асыҡ машинала йүнәләләр. Штабта совет ғәскәрҙәре файҙаһына һөйләшеү була. Әммә парламентерҙар ултырған "Виллис" нейтраль һыҙатты үтеп тә өлгөрмәй, уға эре калибрлы пулеметтан ут асалар. Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы Арыҫланов һәләк була.
       Көйөргәҙе районының Кинйәбыҙ ауылында, йылға ярында обелиск ҡуйылған. Унда түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: "Бында 1773
       - 1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышы юлбашсыһы Емельян Пугачевтың көрәштәше Кинйә Арыҫланов йәшәгән". 1958 йылдың т уғыҙынсы майында Кинйәбыҙ башланғыс мәктәбе бинаһында "Бында Советтар Союзы Геройы Ғ. Ш. Арыҫланов уҡыған" тип
       яҙылған мемориаль таҡтаташ асыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал