6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ҡыҙыл Шаман Өфөгә декорацияларын бүләк итте
20.09.06


       Тәбиғәт көстәрен сағылдырыусы этник көй, төҫтәр уйыны, тауыш
       эффекттары, шамандар бейеүе, йәш, һылыу ҡыҙҙы күк көстәренә
       ҡорбан итеү йолаһы - былар барыһы ла Өфө тамашасыһын битараф ҡалдыра алманы. Беренсенән, ярайһы уҡ экзотик күренеш, икенсенән, артистар шул тиклем ышандырып уйнаны, хатта "Туғанлыҡ" фестиваленең критиктар коллегияһы ла "тәндәре семерҙәп" китеүен йәшермәй. Спектакль тамамланғас, бер тауыштан Яҡут юмор һәм сатира театры үҙ бурысын бына тигән итеп үтәне, тигән фекергә киленде. Тамашасы һөйөүе иһә
       бөтөнләй "ярҙарынан ташты". Ҡанатланған ҡуйыусы режиссер Карл Сергучев ҡыуанысынан Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына "театрҙың иң ҡәҙерле
       әйбере" - " алтын спектаклдең" көс еткеһеҙ декорацияларын бүләк итте.
       "Туғанлыҡ" фестиваленең барлыҡҡа килеүенә тиҫтә ярым йыл
       үтһә лә, Яҡут юмор һәм сатира театры тәүге тапҡыр унда ҡатнашыу теләге белдергән. Театр - дебютант йәш ( 2000 йылда
       барлыҡҡа килә), әммә ул Яҡутстандан ситтә лә танылыу яулаға н. Труппаның төп составын М. Щепкин исемендәге Мәскәү юғары театр училищеһы сығарылыусылары тәшкил итә. Театр артистары - Мәскәүҙә, Киевта, Ригала юмор һәм сатира фестивалдәрендә, Төркиәлә йәштәр фестивалендә ҡатнашҡан, Японияла гастролдә
       булған...
       Ойунскийҙың "Ҡыҙыл шаман" поэмаһы буйынса ҡуйылған спектакль шунда уҡ тамашасыларҙың күңелен яуланы. Сюжет буйынса, Ҡыҙыл шаман урындағы тойондың власына ҡаршы торорға тырыша. Орос Бай үҙенең ҡыҙын Орулосҡа бирергә теләй, был уға сикһеҙ власть менән файҙаланыу мөмкинселеге бирәсәк. Әммә уның өсөн башта ҡыҙ ҡорбан ителергә тейеш. Донъяла бындай тиран барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау маҡсатында шаман үҙенең дөңгөрө (бубен) менән аллаһыҙҙарҙың ергә юлын ҡаплай һәм дөңгөрөн яндыра. Һәм үҙен дә юҡ итә: дөңгөрөн яндырыусы шаман үҙе лә һәләк була.
       - Һеҙҙең менән мин ваҡыттың нисек үткәнен дә һиҙмәнем, - тине коллективҡа мөрәжәғәт итеп сәнғәт фәне кандидаты, Әзербайжан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты доценты, театр белгесе Айдын Талибзаде. - Был үҙенсәлекле спектакль, сөнки яҡуттарҙың этнографияһына бәйле. Спектаклдә яҡут
       халҡының яҙмышы сағылалыр, тип уйлайым - был планда
       шамандың үҙ дөңгөрөнән баш тартыу мәле мөһим.
       - Яҡут театрының "Ҡыҙыл Шаман" спектаклендә миңә барыһы ла оҡшаны, - ти Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, театр белгесе Динә Дәүләтшина. - Актерҙарҙың пластикаһы ла, бына тигән музыкаль оҙатылыш та спектакль мөхитен тәрәнерәк тойорға ярҙам итә. Коллектив йәш, әммә таң
       ҡалдырырлыҡ итеп уйнай.
       - Шаманлыҡ минең өсөн бик ҡыҙыҡлы феномен булып тора. Мин уны өйрәндем һәм шамандың тәбиғәте буйынса лидер һәм аҡыл эйәһе булыуын беләм. Уның ҡеүәте - космос менән
       аралашыу һөҙөмтәһе генә түгел, тупланған белем һөҙөмтәһе лә . Шуға күрә шаманға кешеләрҙең яҙмышын хәл итеү, уларҙы яуызлыҡтан һаҡлау, йүнәлеш биреү ышанып тапшырыла, - ти профессор, фәндәр докторы, Анкара дәүләт университетының театр сәнғәте кафедраһы мөдире Нурхан Карадаг.
       Сәнғәт фәне кандидаты, Рәсәй театр сәнғәте академияһы доценты, театр тәнҡитсеһе Анна Степанова ла коллегаларының фекеренә ҡушылды:
       - Мин милли театрҙы бик тә яратам. Ә һеҙҙең Яҡут юмор һәм сатира театрын күреү, матур телегеҙҙе ишетеү минең өсөн ҙур шатлыҡ һәм бәхет булды. Карл Сергучевтың "Ҡыҙыл шаман" спектакле, минеңсә, Макаров театры менән ауаздаш. Матур спектакль, яҡшы яҡтылыҡ. Декорациялар шәп. Шамандарҙың ҡамлау сценаһы иҫ киткес, арҡа семерҙәп китә. Актерҙарҙың спектаклдең тәүге өлөшөндәге уйыны хайран ҡалдырҙы: улар үҙ донъяһында, үҙҙәре барлыҡҡа килтергән космоста йәшәй, иреклеләр. Әммә насар кеше - үҙ ҡыҙын ҡорбан итергә теләүсе Орос Бай пәйҙә булғас, спектаклдә ниндәйҙер һынылыш барлыҡҡа килә. Поэма һуғарылған юғары, патетик тел сағыулығын юғалта. Һәм бик матур милли кейемдәрҙәге сибәр ҡыҙҙар сығып, ҡорбан итеү йолаһы башланғас, миңә, тамашасы булараҡ, башта беҙ шаһит булған космос, патетика, ғаләм серҙәре етмәне. Дөйөм алғанда, спектаклдән бик ҡеүәтле, сағы у тәьҫораттар ҡалды. Театр коллективына рәхмәт, һәм һеҙҙең янд а тик изге рухтар ғына булһын!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал