6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Өфө участковыйҙарына машина кәрәкмәй
20.09.06


       Барлыҡ участка милиционерҙарын да автомобиль менән тәьмин
       итеү мөмкинме Өфө участковыйҙары тураһында һүҙ йөрөткәндә,
       был хаҡта хыялланырға ла тура килмәй. Өфө Эске эштәр идаралығы начальнигы Урал Аккучуков участка милиционерҙары үҙ территорияларын йәйәү ураһалар, байтаҡҡа уңышлыраҡ эшләри не, тигән фекерҙә. Һәр хәлдә "Үҙеңдең участка милиционерын йөҙгә танып белеү кәрәк" тигән талап юҡҡа ғына республикала үткәрелгән "Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең участка милиционеры" акцияһының төп маҡсаты булып торманы бит. Әгәр ҙә участковый
       машинала елдереп үтә икән - уны кем иҫендә ҡалдырһын
       Баш ҡала милицияһы начальнигының үҙ фекерен раҫларға хаҡы
       бар: ул эске эштәр органдарында эш башлағанда тәүҙә участка
       милиционерҙары хеҙмәтенә килә һәм унда туғыҙ йыл эшләй.
       - Беҙ һәр бер участковыйға машина биреүгә ҡаршы, - тип белдерҙе ул журналистар менән осрашыу ваҡытында, һәм бының б ары тик ҡала участка милиционерҙарына ғына ҡағылыуын һыҙыҡ ө ҫтөнә алды, ә ауыл ерендә иһә автомобиль мотлаҡ кәрәк.
       Дөйөм алғанда, матбуғат конференцияһы наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшкә арналды. Быйылғы йылдың һи геҙ айында Өфөлә 1119 наркотиктарға бәйле енәйәт теркәлгән, улар иҫәбендә 739 наркотик һатыу осрағы бар. Үткән йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда, был һандар, ярашлы
       рәүештә, 219 һәм 130 - ға күберәк.
       - Теркәлгән факттар һаны туранан - тура беҙҙең әүҙемлеккә бәйле, - тип билдәләне Урал Аккучуков.
       Өфө Эске эштәр идаралығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлегендә 15 хеҙмәткәр эшләй. Бүлек н ачальнигы Алик Абдуллин билдәләүенсә, уларҙың яртыһы бүлектә ике йылдан артығыраҡ эшләй һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
       - Беҙгә тикшереү органдары ла, прокуратура ла күп талаптар
       ҡуя, һәм быға тиклем минең ҡул аҫтында эшләүселәр адресына айырым дәғүәләр булғаны юҡ, - ти Абдуллин.
       2006 йылда ҡаланың Эске эштәр идаралығында наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше буйынса 78 енәйәт эше асылған - үткән йыл менән сағыштырғанда, был егермегә күберәк. Наркопритондар тотоуҙың 10 факты (+4) асыҡланған, наркотик етештереү менән шөғөлләнгән ике йәшерен лаборатория фашланған, республикаға сит илдән наркотиктар индереү каналының эшмәкәрлеге туҡтатылған. Баш ҡала милицияһы көстәре менән законһыҙ әйләнештән 13 килограмдан ашыу наркотик, уның иҫәбендә өс килограмдан ашыу героин тартып алынған.
       - Граждандарға наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәштә һынылыш ваҡыты етте, һәм хәҙер милиция үҙ шарттарын ҡуя ала, тип ҡасан әйтә алыуыбыҙҙы күҙаллауы ауыр, - тине Аккучуков. - Талау, урлау осраҡтарының һиҙелерлек кәмеүенә ирешә алдыҡ, әммә наркотиктарға килгәндә, уңыштар ҙур түгел.
       Хәйер, күрше төбәктәр менән сағыштырғанда, Өфө бары тик Һамарға ғына бирешә.
       Матбуғат конференцияһында тәртип һаҡсылары, асылда, үҙҙәренең сиған милләтендәге наркотик таратыусыларға ҡаршы
       көсһөҙ булыуын таныны, һуңғылары был эште үҙҙәренең балаларына ышанып тапшыра, ә уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу мө мкин түгел.
       Баш ҡалабыҙҙың баш милиционеры тағы бер тапҡыр Эске эштәр идаралығының ышаныс телефоны номерын хәтергә төшөрҙө, уның буйынса наркотиктар һатылған урын, башҡа законһыҙ эшмәкәрлектәр тураһында хәбәр итергә мөмкин. Докладсы бер шылтыратыуҙың да иғтибарһыҙ ҡалмауын белдерҙе.
       37 - 14 - 92 номеры буйынса шылтыратып, милиция хеҙмәткәрҙәренең эшенә лә зарланырға ла мөмкин. Ә һәр
       шаршамбы көнө 16. 00 - дән 18. 00 - гә тиклем граждандарҙы
       ҡаланың Эске эштәр идаралығы начальнигы ҡабул итә.
       - Практика һәр дүртенсе кешенең беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә шелтә менән килеүен күрһәтә, - тип билдәләне Аккучуков. - Ба рлыҡ ялыуҙар буйынса тикшереү үткәрәбеҙ, милиционерҙарҙың эшенә юридик баһаны прокуратура бирә.
       2006 йылда эске эштәр органдарының 10 хеҙмәткәре яуаплылыҡҡа тарттырылған - күп осраҡта биләгән вазифаһынан
       артыҡ файҙаланыу өсөн. Шулай уҡ "кире мотивтар" - эш ваҡытында спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, иҫерек көйө руль
       артына ултырыу һ. б. сәбәптәр буйынса алты кеше милицияла эшенән бушатылған.
       - Иҫерек килеш руль артына ултырған өсөн һис бер һүҙһеҙ э штән бушатыу көтә, - тип белдерҙе Урал Аккучуков.
       11 октябрҙә билдәләнәсәк Республика көнөнә килгәндә, милиция, йола буйынса, бер аҙ эскән кешеләргә башҡа көндәргә
       ҡарағанда лояль мөнәсәбәттә буласаҡ. Айныҡ туғандары һәм дуҫтары оҙатыуында булғандарға бөтөнләй теймәйәсәктәр, ҡалғандарҙы, кәрәк тип тапҡан осраҡта, өйөнә тиклем оҙатасаҡтар, тип ышандырҙы Өфөнөң баш милиционеры. Ул шулай уҡ һуңғы йылдарҙа милиция халыҡтың күңел асыу урындарына яҡын ерҙә спиртлы эсемлек һатыуҙарҙы тыя, был
       байрам осоронда ниндәй ҙә булһа етди эш боҙоуҙарға юл
       ҡуймаҫҡа мөмкинселек бирә, тип белдерҙе.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал