6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Байрамға әҙерлек ҡыҙа
19.09.06


       2006 йылда Республика көнөн үткәреүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты үҙенең эшен башланы. Быйыл юбилей йылы бу лмаһа ла, үҙенсәлекле дата. 16 йыл элек 11 декабрҙә
       Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты хаҡында декларация иғлан ителде. Уның юғары әһәмиәтен иһә көндәлек эштәр менән бөгөн дә иҫбатларға тура килә.
       - Был төп дәүләт байрамы, - тип билдәләне ойоштороу комитетының тәүге ултырышын асып уның башлығы, БР Дәүләт
       Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. - Декларация республикаға үҙенең айырым үҫеш юлын табырға мөмкинселек бирҙе. Юҡҡа ғына Башҡортостан һуңғы ун алты йылда федераль бюджеттың иң тотороҡло доноры булып ҡалмай, р еспубликала күп кенә реформалар, шул иҫәптән өҫтөнлөклө милли проекттар ҙа әүҙем тормошҡа ашырыла. Һуңғы ваҡытта иһә тағы ла төбәктәрҙең үҙаллылығы тураһында тема күтәрелә, уның муниципаль реформа фонында айырыуса кәрәклеге һиҙелә.
       Республика парламенты һәм хөкүмәтенең уртаҡ ҡарарына
       ярашлы, ойоштороу комитетына властың төрлө тармаҡ һәм кимәлдәге вәкилдәре инде, тип билдәләне Константин Толкачев.
       Ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫарҙары вазифаһын республика Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һ әм БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров башҡара.
       Байрам саралары программаһы ярайһы уҡ киң. Тәҡдим ителгән
       сараларҙың беренсе вариантында ғына ла улар 43 пункт тәшки л итә, артабан тиҫтәләгән үҙаллы акцияларға тарала. Байрамды ң төп сараһы республика властарының барлыҡ тармаҡтары, ойошмалар һәм мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары вәк илдәре ҡатнашлығындағы тантаналы йыйылыш буласаҡ, тип күҙ уңында тотола. Ойоштороу комитеты ағзалары килешеүенсә, йыйылыш 10 октябрҙә, көндөҙгө сәғәт 3 - тә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк, ул сәнғәт оҫталарының байрам концерты менән тамамланасаҡ. Иртә менән был көндә, йолаға ярашлы, Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыу тантанаһы к өтөлә.
       Республика Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары,
       мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев планлаштырылған сараларҙың өстән ике өлөшөн гуманитар блок т әшкил итеүен белдерҙе. Ул сараларҙың төп исемлеген - "Башҡортостан Рәсәй составында: үҙ - ара килешеп эшләү диалектикаһы" ижтимағи - сәйәси уҡыуҙарҙан алып филармонияла үтәсәк "Йырым минең - Башҡортостан" әҙәби -
       музыкаль кисәгә тиклем - билдәләп үтте. Ҡала һәм райондарҙа тантаналы йыйылыштар, мәктәптәрҙә - тематик класс сәғәттәре
       һәм асыҡ дәрестәр, балалар баҡсаларында - байрам кисәләре үтәсәк. Кинотеатрҙарҙа башҡорт фильмдарын күрһәтеү
       ойошторола, музейҙарҙа һәм художество галереяларында ай дауамында сәнғәт оҫталарының күргәҙмәләре эшләй, китапханаларҙа китап уҡыусылар конференциялары үтә. 11 октябрҙә бөтә музей һәм галереяларҙа "асыҡ ишектәр көнө" иғлан ителә - барыһы өсөн дә инеү бушлай. Журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн БР Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһын тапшырыу тантанаһының
       быйыл үҙенсәлекле булыуы көтөлә. Лауреаттарҙың исемдәре октябрь башында, тарихи урын - Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе
       ауылында иғлан ителәсәк. Быйыл ижади йәмәғәтселек Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 110 йыл тулыуын билдәләүгә бәйле, еңеүселәрҙе наградлау тантанаһына 1989 йылдан башлап награда тапшырылған 51 лауреаттың барыһын да саҡырыу планлаштырыла.
       Йолаға ярашлы, йәштәр ҙә ситтә ҡалмаясаҡ. 11 октябрь алдына н "Йәш ғаилә" конкурсы үткәреү ниәтләнә, "Йәштәр энергияһын һәм хеҙмәтен - Башҡортостанға" исеме аҫтында үтәсәк йәштәр слеты яҡынлаша. Республика студенттарына, аспиранттарына һәм докторанттарына Башҡортостан Президенты стипендияһы тапшырыласаҡ, фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары тулыһынса асыҡланасаҡ - әлегә 41
       дәғүәсе иҫәпләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәштәр хәйриә һәм
       экологик акцияларҙа әүҙем ҡатнашасаҡ һәм был йәһәттән улар байрам ваҡыты менән генә сикләнеп ҡалырға уйламай. Һәм, әлбиттә, Өфөнөң Ленин майҙаны республиканың йәштәр байрамын ҡабул итәсәк, Башҡортостандың һәр бер районы һәм ҡалаһында мәҙәни - спорт саралары уҙасаҡ.
       Байрамда спорт сараларына айырым урын бирелә. БР физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов күп
       һандағы спорт коллективтары стартҡа әҙер, тип белдерҙе. Республика көнөн байрам итеүгә бөтәһе 104 сара үткәреү ҡаралған, уларҙа 98 мең кеше ҡатнаша, 52 меңгә яҡын тамашасы
       килеүе күҙаллана. Тап саралар иҫәбендә - БР Президенты приздарына дзюдо көрәше буйынса икенсе халыҡ - ара турниры, "Акойл" приздарына самбо буйынса халыҡ - ара турниры, трамплиндан һикереү һәм саңғы уҙышының ике төрө буйынса республика асыҡ чемпионаты, спорттың милли һәм халыҡ төрҙәре буйынса ун өсөнсө республика фестивале һәм БР Президенты приздарына спорт бейеүҙәре буйынса 11 - се Асыҡ кубок билдәләнә. Һуңғыһы, әйткәндәй, йыл да Рәсәй һәм БДБ илдәренең иң яҡшы спортсыларын йыя.
       Башҡортостандың баш ҡалаһы, һис һүҙһеҙ, юбилей тантаналарының географик һәм ваҡиғалар үҙәгенә әүереләсәк. Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡала байрамса төҫ
       аласаҡ, тип вәғәҙә итте - унда Башҡортостандың үҙ ирке менә н Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү символикаһы ла файҙаланыласаҡ, яҡын арала таҙартыу һәм төҙөкләндереү өмәләрен башлау ҡарала. Дөйөм ҡала өмәһе 30 сентябргә тәғәйенләнә. 23 сентябрҙән башлап майҙандарҙа һәм баҙарҙарҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре "сәскә атасаҡ". Байрам
       символикаһы йәмәғәт транспортын да биҙәйәсәк. Һәр ерҙә концерттар һәм театр миҙгелдәре асылыуы байрамға күңелле
       өҫтәмә булып тора. Өлкәндәр көнө байрам акцияһына социаль
       йүнәлеш бирер тип көтөлә. Өфөлә Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе 62 уҡытыусыға грант тапшырыу тантанаһы үтәсәк, быйылғы йылда ҡалаға һәм үҙҙәренә өс игеҙ бала бүләк иткән Ниғмәтуллиндар ғаиләһен тәбрикләү көтә.
       Ғөмүмән, әгәр ҙә ҡулға саралар планын алһаң, Республика
       көнөн байрам итеүҙең бөгөн үк башланғаны аңлашыла. Республикала алты тыуған телдә "Республикам - Башҡортостан" исеме аҫтында иншалар конкурсы үтә, иң яҡшы әҫәрҙәр матбуғатта донъя күрәсәк. Тиҙҙән башҡорт еренә ун дүртенсе халыҡ - ара Аксаков байрамы килеүе көтөлә. Эштәр етерлек, һә м Республика көнөнә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты байрам иң юғары кимәлдә үтһен өсөн тағы ла бер тапҡыр ғына
       йыйылмаҫ әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал