6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Апалы - һеңлелеләр" ер аҫтына юл тота
19.09.06


       Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының
       режиссер Фәрит Бикчәнтәев тарафынан Чехов пьесаһы буйынса ҡ уйылған "Өс апалы - һеңлеле" спектакле "бик өлкән, бик көслө һәм бик аҡыллы кеше тарафынан булдырылған", - тигән һығымта яһаны төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивалендә эшләүсе тәнҡитселәр коллегияһы. Коллегия
       фекере буйынса, спектакль - "театрҙың бөйөк классикка тәүге етди һәм тулы ҡанлы мөрәжәғәте". Яңы постановкала тюркографияла һәм Чехов драматургияһындағы иң яҡшы традицияларҙың берләшеүе һиҙелә, һәм был табыш - режиссерҙың тамашасыға иң ҙур бүләге. Абруйлы фекер буйынса,
       Камалов театрының "апалы - һеңлеле өсәүе" Чехов драмаһын тамашасыға яҡынайта.
       Камаловсылар өйрәнелгән ғәҙәт буйынса уйнаманы, әммә "дөрөҫ уйын" нигеҙҙәрен һәм театр йолаларын да емермәне. Бары тик ҡуйыусы режиссер Фәрит Бикчәнтәев пьесаның үҙ трактовкаһын тәҡдим иткән һәм, әйтергә кәрәк, яңылышмаған.
       - Был нәзәкәтле режиссерҙың бик һәйбәт эштәренән алған тәьҫораттарымды хәтерләйем. Кисәге спектакль икенсерәк булды . Бикчәнтәевтың спекакленән һуң мин ысын мәғәнәһендә эске конфликт кисерҙем, - тип таный Заһир Исмәғилев исемендәге
       Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты, театр белгесе Галина Вербицкая. - Спектаклдә мин осрашыу һәм айырылышыу түгел, ә йәшәү һәм үлем араһындағы сикте күрҙем. Был хаҡта һүҙҙәрҙән дә асығыраҡ итеп, мәҫәлән, һаран яҡтылыҡ һөйләй, - геройҙар диалогты майшәмдәр яҡтыһында алып бара. Йәки аҡрынлап Чехов персонаждарына төшкән люстраны алайыҡ. Уның иҙәнгә төшөп еткәс тә туҡталмауы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Сәхнәлә бау ғына ҡала, ә люстра ер аҫтына төшөп киткәндәй тойола, һөҙөмтәлә персонаждар ҙа бер - бер артлы шунда уҡ йүнәлергә
       тейеш.
       Спектакль дүрт өлөштән тора: яҙҙан ҡыш аша геройҙар йәйгә һәм, ниһайәт, көҙгә эләгә. Һәм шунда тороп ҡалалар. Беренсе өлөштә йәшәргә тырышыу, экцентрика менән лириканың ҡушылыуы һиҙелһә, спектакль аҙағына был ынтылыш һүнә. Хатта күңел асыуҙа ла көҙ һиҙелә. Күтәренке кәйеф йоҡоға талғандай була. Яҡтылыҡ та, һауа ла кәмей бара. Ысын тормош кешеләрҙең
       төшөндә генә тигән һығымта яһала. Геройҙар инде ҡәберҙә, өҫкә күтәрелергә тырышыу файҙаһыҙ. Улар үҙҙәренең әрнеүен әйтеп бирә алмай - был Машала, Люциә Хәмитованың уйынында, айырыуса сағыу күренә. Вершининда ул ниндәйҙер өмөт күрә,
       һәм уның менән айырылшҡас, юғарыға үрмәләү теләге менән арҡанға ташлана. Тик был мөмкин түгел. Арҡан "яҡшы тормошҡа"
       күтәрә алмай, ул түбәнгә, ер аҫтына төшөү өсөн тәғәйенләнгә н.
       - Чеховты уйағанда уйын күренмәҫкә тейеш, - тип белдерҙе РФ атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Николай Жегин. - Чеховты уйнағанда, кеше яҙмышының фажиғәһе хаҡында ла әйтергә кәрәк.
       Быға бәйле, камаловсыларҙың "Өс апалы - һеңлеле" спектаклен
       ҙур уңыш тип әйтә алам. Унда уйындың айырым манераһы, Чехов
       пьесаһын үҙенсәлекле трактовкалау һиҙелде. Мин тамашасы булараҡ, Фәрит Бикчәнтәев ҡуйыуында ысын Чеховты, Чехов мөхитен тойҙом.
       Миңә ҡалһа, Ғәлиәскәр Камал исемендәге театр спектаклендә
       миңә пьеса персонаждарының береһе - Тузенбахтың үлер алдынан мөрәжәғәт иткән яҡтылыҡ һәм ҡайындар етмәне. Дөйөм а лғанда, спектакль бик оҡшаны һәм Камалов театры бөгөнгө көндә нәҡ Чеховҡа мөрәжәғәт итерлек стадияла торалыр, тип уйлайым.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал