6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тормош мәғәнәһен белеп
19.09.06


       Уның урынында башҡа берәү булһа, күптән тынысланыр ине. Ә ул аҙаҡҡа тиклем ҡулына чертеж инструменттарын алып, заводҡа килә. Хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары Леонид Косицкийҙы "беҙҙең Кулибин" тип йөрөтәләр. Уның "Евгений Онегинды" тулыһынса яттан белеүе хаҡында бик аҙҙарға мәғлүмдер, моғайын. Ысынбарлыҡта иһә Леонид Ильич Кулибин исеменә мохтажлығын тоймай. Тынғыһыҙ уйлап табыусы тәбиғәте нисек ҡуша - шулай йәшәй.
       Косицкийҙың уйлап табыусы булыры маңлайына яҙылғандыр, күрәһең. Әле мәктәптә уҡыған саҡта уҡ уның йыш ҡына физика
       кабинетында хикмәтле приборҙар менән "аралашыуын" күрәләр. Бала сағында кем генә уйынсыҡтар яһамай ҙа, кем генә һауаға
       осорғос ебәрмәй - ә Леняның иһә уйынсыҡтары хәрәкәтләнә, ә
       осорғосо үҙенән дә ҙурыраҡ була. Бер ҡараһаң, приемник
       әтмәләп, дуҫтары менән Мәскәүҙе тыңлай.
       Баш ҡала үҙ тормошо менән йәшәүен дауам итә. Косицкий электр станцияһына эшкә урынлаша, счетчиктар тикшерә башлай.
       Әммә НЭП заманында атаһының бөгөнгө Ленин урамында галантерея магазины тотоуын белеү менән, уны эшенән ҡыуалар. Паровоздар ремонтлау заводында ла тотҡарланмай, комсомол йыйылышында ата - әсәһенең үткәне асыҡланғандан һуң, егет эшенән бушатыла. Ниһәйәт, 1932 йылда дуҫының атаһы уны Пишмашҡа ( яҙыу машиналары заводы) саҡыра, унда төп контингентты балалар йортонан сыҡҡан йәштәр тәшкил итә.
       Уйлап табыу теләге уға тынғылыҡ бирмәй. Леонид эшләгән планерҙа малайҙар Иҫке Өфө тауынан осоп төшә. Һуғыш алдынан ғына Косицкийға аэроклубтан бер кем дә йүнәтә алмаған "Харлей Дэвидсон" мотоциклын алып киләләр. Ә Леонид йүнәтә, тик уға ултырып йөрөргә генә тура килмәй. Аэроклуб начальниг ы Колпаковты ҡулға алалар, мотоцикл да фронт өсөн кәрәк тигә н
       һылтау менән тартып алына. Башҡаса "Харлейҙы" бер кем дә күрмәй.
       Репрессиялар уны ла урап үтмәй. 1938 йылдың 28 мартында Косицкийҙы заводта ҡулға алалар. Бер ниндәй ҙә ғәйепләү белдермәйенсә, өс ай тирәһе төрмәлә тоталар. Ә һуңынан уның берҙән - бер "ғәйебе" фамилияһына бәйле булыуы асыҡлана - уны поляк тип уйлайҙар. Ул ваҡытта бер камерала 200 - ҙән аш ыу кеше көн күрә. Иҙәндә өсәр рәт булып теҙелеп йоҡлайҙар. У л заман өсөн ғәжәйеп хәл - Леонид иреккә сыға. Төрмәнән һуң ул
       кире Пишмашҡа ҡайта. Һуғыш осоронда заводҡа икенсе төрлөрәк заказдар үтәргә тура килә - улар миналар өсөн корпу с әҙерләй. Квалификациялы эшселәрҙең күбеһе фронтҡа оҙатылыу с Ьбәпле, улар урынына станокка ҡатын - ҡыҙҙар баҫа. Әйткәндәй , уларҙың күпселеге үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә һәм пенсияға сыҡҡансы заводта эшләй.
       Юғары белем - бына нимәне Косицкий яҙмыш бүләге тип ҡабул
       итә. Тәбиғәт биргән уйлап табыу талантына төплө нигеҙ етмәй .
       Институтҡа эләгеүе бик ҡатмарлы, бөтә Өфөгә ни бары ике
       институт бар. Ул әле элек үк ситтән тороп төҙөлөш институты нда уҡый башлаған була. Һуғыш ваҡытында иһә бында эвакуацияғ а
       ебәрелгән Рыбинск авиация институтына уҡырға инә. Имтихан
       ҡабул итеүҙәре - үҙе бер тарих. Ҡулына ҡатмарлы йоҙаҡ тотторалар һәм уға асҡыс яратырға ҡушалар. Ҡулынан килгәс,
       шунда уҡ өсөнсө курсҡа тәғәйенләйҙәр. Һуғыштан һуң Косицкий
       Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтынан инженер -
       технолог булып сыға. Шулай итеп, юғары белемде ул дүртенсе
       тиҫтәһен ваҡлағас ҡына ала.
       "Үҙенең тормошон фәлән эш менән бәйләне" кеүек һүҙҙәр Косицкийға тап килмәй. Леонид Ильич һәм ул йыйыусы слесарь, цех мастеры, конструктор, техник бүлек начальнигы һәм ике тиҫтә йыл баш инженер булып эшләгән яҙыу машиналары заводы -
       туғанлаша. Торғонлоҡ йылдарында, әйткәндәй, Косицкийҙы начальникка саҡырғанда, барыһынан айырмалы рәүештә, уға бары тик фамилияһы буйынса ғына өндәшәләр. Был уның Мәскәүҙәге аҙашын сәбәпһеҙ иҫкә төшөрмәҫ өсөн эшләнә.
       Косицкий тыныс ҡына йәшәй белмәй һәм теләмәй ҙә. Һәр бер
       эш уның өсөн технологияны камиллаштырыу ысулы була. Уның иҫәбендә тиҫтәләгән рационализаторлыҡ тәҡдимдәре, ВДНХ күргәҙмәләрендә ҡатнашыу, хатта сит илгә командировка,
       наградалары араһында - Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены бар. 1973
       йылда, пенсия йәшенә еткән Косицкийҙы төп продукция конструкторы вазифаһында булһа ла заводта ҡалырға өгөтләйҙәр . Заводтың һуңғы продукцияларының береһе - "ЭМПИКА" электрон - механик машинка төҙөүҙә уның индергән өлөшө ҙур.
       Хеҙмәттәштәре аҡланғандай итә: "Булған факторҙарҙың барыһын да иҫәпкә алмайынса бер шөрөп тә һыҙмай". Пишмашта һ әр кемде уның уҡыусыһы тип әйтергә мөмкин. Кәңәш һорап һәр кем уға килә. Хәҙер инде Пишмаш та, унан һуң ҡалған "Оргтехинка" ла юҡ. Һуңғы заказдарҙы - реклама таҡталары өсө н һыҙмаларҙы ла Косицкий башҡара, заводына тоғро ҡала. 1996 йылда алған эш хаҡын бөгөнгөләй хәтерләй - ике килограмм селедка балығы.
       Леонид Ильич дуҫтарынан уңа . Косицкий менән Морозов бер
       ваҡытта ла һүҙгә килешмәй. Опера театрының элекке солисы Леонид Морозов әйтмешләй, "уларҙың бөтә ғүмере бер - береһенең күҙ алдында үтә". Быға аптырарға ла тура килмәй, уларҙың дуҫлыҡ стажы - 80 йылға яҡын.
       Морозов Косицкийҙы ҡатыны менән таныштырыуы менән
       маҡтана. "Нисектер йөҙөү буйынса ярыштарҙа булдыҡ. Ә Зоя брасс буйынса Башҡортостан чемпионкаһы ине. Баҫалҡы ғына
       Леонид ҡапыл "Ниндәй ҡыҙ! - тип һоҡланыуын белдерҙе. Мин уларҙы таныштырырға булдым һәм ... таныштырҙым".
       Леонид Косицкий аҙаҡҡа тиклем ижад итеүен ташламай. Бар ҡағиҙәләре буйынса эшләнгән катерын һөҙөмтәлә дуҫтарына бүләк итә. Балалары күптән аяҡҡа баҫҡан, ике ейәндәре лә үҫе п еткән. Ике Леонид - Косицкий һәм Морозов кеүек тормош мәғәнәһен белеп йәшәү өсөн беҙгә үҙ тормошобоҙҙо нисек итеп планлаштырырға икән

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал