6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Фоторәссамдар ярыша
19.09.06


       Бөгөн яҡшы фото эшләү - проблема түгел. Ярайһы уҡ яҡшы
       фотоаппарат һатып алырлыҡ магазиндар етерлек, ә заманса технологиялар минималь сығымдар менән профессионалдарҙан да кәм булмаған фотолар эшләү мөмкинселеген бирә. Шуға күрә һуңғы арала фотоға төшөрөү күптәрҙең яратҡан шөғөлөнә әүерелде. Бөгөн фотоаппаратты туй мәжлесе йәки сығарылыш кисәһенә генә түгел, әйтәйек, тәбиғәткә сыҡҡанда, походҡа, э т
       менән урамда йөрөгәндә, йәйғорҙо, саған япрағын, гәзит
       киоскыһы алдындағы оҙон сиратты йәки яңы йортто, стадионды ( һәм башҡалар) мәңгеләштерер өсөн дә үҙебеҙ менән алып сығабыҙ.
       Бына властар ошондай энтузиаст - фоторәссамдар өсөн 31 августан алып быйылғы йылдың беренсе ноябренә тиклем конкурс иғлан итте лә инде. БР Хөкүмәте эргәһендәге матбуғат ,
       нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы, БР Фоторәссамдар союзы һәм "Ағиҙел" кино - фотоклубы Башҡортостандың үҙ ирке менән
       Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына арналған "Мәңгегә Рәсәй менән" фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыра.
       Төп маҡсат - фотосәнғәт алымдары аша юбилей темаһын сағылдырыу, шулай уҡ Башҡортостандың илебеҙ составындағы тарихи үҫешенең республика һәм Рәсәй өсөн сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни әһәмиәтен пропагандалау.
       Профессионалдар һәм һәүәҫкәр фотографтарҙың эштәре
       юбилейҙы байрам итеүҙең рәсми сайтында урын аласаҡ: www.bashkortostan450.ru ( проект шарттары менән түбәндәге адрес буйынса танышырға мөмкин - http: // www.bashkortostan4 50.ru/lg=rus@section=76@id=827), һәм сайтҡа инеүселәргә тауы ш бирергә тәҡдим ителәсәк. Иң яҡшы эштәрҙе, виртуаль рейтинг ты ла иҫәпкә алып, әлбиттә, жюри билдәләйәсәк. Еңеүселәр аҡсалата приздарға, ҡатнашыусылар - дипломдар һәм ҡиммәтле б үләктәргә лайыҡ буласаҡ.
       БР Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Борис Мелкоедов
       журналистар менән осрашыу ваҡытында билдәләүенсә,
       конкурс республика буйынса, шул иҫәптән яҡынлашып килгән юбилей тантаналары сиктәрендә лә, бай материал йыйыуға бәйле . Конкурсҡа һайланған иң яҡшы эштәр "Башҡортостан Республикаһының фотоальбомына" һәм "Башҡортостан Республикаһының тарихи - мәҙәни атласына" инәсәк һәм баш ҡалабыҙҙың баннерҙарын биҙәйәсәк.
       - Беҙ фотографиялар йыйыуҙың төҙөк системаһын булдырырға һәм ижади эшмәкәрҙәрҙең авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡларға теләйбеҙ. Бынан тыш конкурсҡа бағыусы - ойошмалар эҙләү һәм iәлеп итеү менән дә мәшғүлбеҙ, шуға күрә номинациялар һаны
       артыр, тип ышанабыҙ, - тип билдәләне Борис Мелкоедов.
       Еңеүгә дәғүә итеүселәр араһында БР Фоторәссамдар союзы ағзалары ла бар, уларҙың арсеналында бик күп яҡшы фотоһүрәттәр һаҡланыуы аңлашыла. Бөгөнгө көнгә союзда 125 кеше иҫәпләнә. БР Фоторәссамдар союзы рәйесе Александра Витковская һөйләүенсә, бөгөн Союзда лайыҡлы алмаш әҙерләнә. Түләүле һәм түләүһеҙ семнарҙар ойошторола. Теләүселәр техник
       белем алыуҙан тыш фотосәнғәттең башҡа нескәлектәрен дә
       өйрәнә ала.
       - Бөгөн фоторәссам төшөнсәһе йәшәрә, - ти Витковская. - Б ына тигән фотолары булған 20 йәшлек авторҙар менән дә эш итә беҙ, уларҙың һүрәттәрен беҙҙең фотогалереяларҙа ғына түгел, сит ил күргәҙмәләрендә лә күрергә мөмкин.
       Журналистар фотохәбәрселәрҙең көндәлек эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынған арала фотографтар үҙҙәре өйрәнелгән ғәҙәт буйынса тик ултырманы. "БАШвесттың" аппараттарын ҡалдырып эш тәре хаҡында һөйләүҙәрен үтенеүенә барыһы ла бер төрлө яуап бирҙе: беҙ, фотографтар, һөйләшергә яратмайбыҙ, беҙҙең
       өсөн фотографияларыбыҙ һөйләй. Әммә беҙ барыбер үҙ фотографыбыҙ Андрей Старостиндың "телен асыуға" ирештек.
       - Эштә иң ҡыйынымы Ваҡыт етмәүе - һәр ваҡыт хәрәкәттә, бер саранан икенсеһенә сабаһың, барыһына ла өлгөрөргә кәрәк,
       төбәктә тормош ҡайнай бит. Эшебеҙҙе күреүҙәре һәм баһалауҙарына рәхмәтлебеҙ. Сайт булдырып яҡшы эшләнеләр.
       - Беҙ һәр урында үҙ фотоларыбыҙға тап булабыҙ, - тип дауам итә Андрей фотоаппаратын ҡулынан ысҡындырмайынса. - Уларҙы оятһыҙ рәүештә урлайҙар, авторлыҡ хоҡуғы тураһында һөйләргә лә тура килмәй. Һәм әгәр беҙҙең хеҙмәт һаҡ аҫтына алына икән , нисек итеп рәхмәт әйтмәйһең Интернет бөтә ер шарына эшләй , һәм интернеттың нимә икәнлеген аңлаусылар был проекттың республикалағы фотоларҙың бөтә донъяға сығыуы өсөн ниндәй
       мөмкинселектәр биреүен аңлай. Фотомәғлүмәттәр банкы булдырыу мохтажлығы күптән барлыҡҡа килде, шуға күрә беҙ, Башҡортостан журналистары, был конкурсты хуплап ҡаршы алабыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал