6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

"Хомячок" ил буйлап китте
13.01.04


       Өфөнөң "Искра" кинокомплексында "День хомячка" фильмы премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Сценарийҙың авторҙары - билд әле КВН - сылар Юрий Патренин, Николай Петров һәм Константин
       Мурзенко. Продюсерҙары - Мәскәүҙә кино һәм видео өлкәһендә билдәлелек яулаған Виктор Алисов һәм Максим Швачко. Режиссер ы иһә билдәле Өфө клипмейкеры, комикстар авторы Виталий Мөхә мәтйәнов, өфөләргә ул МУХА ҡушаматы буйынса таныш. Картинаны ң директоры - Артур Абдрахманов. Фильм ҡыҙыҡлы, көлкөлө, шул
       уҡ ваҡытта етди һәм музыкаль килеп сыҡҡан.
       Өс дуҫ - Степаныч ( Виктор Проскурин), Серега ( Григорий Малыгин) һәм Коляндың ( Дмитрий Никулин) тормошо бер көнө әк иәткә әйләнә.
       Ысынында артыҡ эсеү һаулыҡтың да, йәшәйештең дә емерелеү енә килтерә. Исмаһам кинола улай булмаһын ине...
       Геройҙар бер көнө бик бай ҡунаҡхана бүлмәһендә уяна. Бер
       нимә лә иҫләмәйҙәр, ә баш төҙәтергә тип аҡса эҙләй башлаһа лар, миллион доллар тултырылған саквояжға тап булалар. Аҡса булғас"егеттәрҙең" тормошо ла үҙгәрә: үҙ ҡалаларында билдәле
       кешеләргә әүереләләр. Һәм бына ваҡиғаларға бай тағы бер көн
       үтә. Төнгө клуб, банкет, эскелек... Иртә. Ҡунаҡхана бүлмәһ е. Мин ҡайҙа Мин кем Ете йөҙ доллар һалынған саквояж. Бе р һүҙ менән әйткәндә "день сурка", йәғни "хомячка".
       Фильмдың икенсе исеме лә бар - "Русское счастье". Рус к ешеһе бәхет тураһында үҙенсәлекле уйлай. Һәм хатта хәҙерге з аман төрлө яңылыҡтарға бай булһа ла ( американдарҙың Хэллоуи н, Изге Валентин көндәрен байрам итәбеҙ), беҙ хыялланыуҙан т уҡтамайбыҙ. Ә хыяллана беләбеҙ беҙ... Фильмда шундай урын ба р. Дуҫтарҙың береһе: "Минең бала саҡтан килгән бер хыялым ба р, БМВ машинаһын һатып алғым килә", - ти. Ә дуҫы: "Колян, ни мәгә һиңә БМВ" тигәс, "Кеше ташыйым" тип яуаплай.
       "Хомячок"ты ҡайҙа төшөргәндәр
       Премьеранан һуң үткәрелгән матбуғат конференцияһында уны т өшөрөүселәр был һорауға түбәндәгесә яуапланы
       - Киноны Мәскәүҙә төшөрөргә ғәҙәтләнгәндәр. Һис юғы Питер ҙа. "День хомячка" Өфөлә төшөрөлә башланы. Бер килеүҙәрендә продюсерҙар Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт минис тры Хәләф Ишморатов менән осрашты. Фильмды БР Граждандар обо ронаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса министр Марат Мәһәҙиев тә яҡлап сыға һәм техник яҡтан ҡатмарлы булған эпи зодтарҙы эшләргә ярҙам итә. Ҡайһы бер ойоштороу мәлдәрен дә
       Өфөлә хәл итеүе еңелерәк була. Халыҡ процесс барышына ысын күңелдән ярҙам итә һәм ҡатнаша. Әйткәндәй, Өфөлә бик яҡшы ак терҙар барлығы асыҡлана. Биш ролдән башҡаларын өфөлөләр башҡ ара.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал